Все новости
Сәйәсәт
30 Января 2018, 16:54

ДЕПУТАТТЫ КӨТӘБЕҘ

2 февралдә районға Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровтың килеүе көтөлә.

2 февралдә районға Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровтың килеүе көтөлә.

Беҙ депутаттың ярҙамсыһы Регина Ҡадыроваға шылтыратып, Зариф Закир улының килеү маҡсатын белештек. «Зариф Байғусҡаров был юлы ла «Берҙәм Рәсәй» партияһынан бүленгән аҡсаға башҡарылған эштәрҙе байҡап сығасаҡ: Павловка ауылы мәктәбенең спорт залына 500 мең һумға эшләнгән ремонтты ҡараясаҡ, Көйөргәҙе ауылындағы модулле ФАП-ты асыу тантанаһында ҡатнашасаҡ һәм шулай уҡ Яҡшымбәт ауылы мәҙәниәт йортонда ла буласаҡ. Зариф Закир улы Яҡшымбәт мәҙәниәт йортона сәхнә костюмдары алыу өсөн 180 мең һум аҡса менән ярҙам иткәйне. Шулай уҡ Дәүләт Думаһы депутаты 3 февралдә Көйөргәҙе районында үтәсәк «Һин булдыра алаһың!» тигән йәштәр форумында ла ҡатнашасаҡ», - тигән яуап бирҙе беҙгә депутат ярҙамсыһы.
Читайте нас: