Все новости
Сәйәсәт
6 Февраля 2018, 16:12

ӘҘЕРЛЕК ЭШТӘРЕ БИХИСАП

Тиҙҙән Рәсәй Президентын һайлауҙар көнө етә. Бар йәмғиәттең иғтибары башлыса шуға йүнәлтелгән, кемде һайларҙар, тип түгел, ә, күпме кеше килер, тигән һорау ныҡлы тора, ахыры.

Тиҙҙән Рәсәй Президентын һайлауҙар көнө етә. Бар йәмғиәттең иғтибары башлыса шуға йүнәлтелгән, кемде һайларҙар, тип түгел, ә, күпме кеше килер, тигән һорау ныҡлы тора, ахыры.

Һайлау - ситтән ҡарағанда ғына рәхәт тойолалыр: барҙың да тамға ҡуйған ҡағыҙҙы йәшниккә ырғыттың. Улай ғына түгел шул, ашаған белмәй, тигәндәй, әҙерлек эштәре бихисап уның. Бөгөн тап шул райондағы һайлау мәсьәләләренә бәйләнгән ултырыш булды. Һайлау штабы тип аталған орган (начальнигы Әхәт Ҡотлоәхмәтов) оҙаҡ ҡына мөһим сараны ҡалай итеп үткәрергә һорауын ҡараны. Район Советы сәркәтибе Әхәт Исламғолов телмәр тотто. Ул – бындай эштәрҙе энәһенән ебенә тиклем белгән кеше, шуға күрә тәфсирләп ҡайҙа, нисек, ҡасан икәнен төшөндөрҙө. Һәр һайлау участкаһында комиссия барлығынан, резерв та булдырылғанлығынан башлап 18 мартта кешеләр килеп һайлар биналарҙың йылытылыуы, яҡтыртылыуы, янғын һүндереү ҡорамалдары булырға тейешлеге... - һәммәһенә ентекле туҡталды. Территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Ирек Мөхәмәтшин ситтә йөрөйәсәк райондаштарҙың нисек итеп һайларға тейешлеге хаҡында һөйләне. Хәҙерҙән үк уларға йәки күп функциялы үҙәккә килеп ғариза яҙырға була, тик был ғариза буйынса элекке һымаҡ илдең теләһә ниндәй мөйөшөндә һайлап булмаясаҡ, ғаризала тәғәйен урын күрһәтелергә тейеш. Мәҫәлән, кемдер һайлау көнө Өфөлә булып ҡалһа, ул тап ошо ҡалалағы үҙе янындағы һайлау участкаһы номерын яҙырға бурыслы. Ғариза яҙам тип, әллә ҡайҙан Ҡазандарҙанмы ҡайтып йөрөргә кәрәкмәй, уны шул үҙең йөрөгән ерҙә үк яҙырға мөмкин.

Иң ауыры – кешене һайлауға өгөтләү, кемдер, нимәгә ул миңә, тип бот күтәреп өйҙә ятыуы ихтимал, бына ошондай контингент менән ныҡлап эш алып барырға кәрәк, тиелде.

Беҙҙең район халҡы элекке һайлауҙарҙа ла бик әүҙем булды, быныһында ла мах бирмәҫтәр, моғайын.
Читайте нас: