Все новости
Сәйәсәт
6 Февраля 2018, 16:27

ПЛАН БАР, ЭШЛӘР КӘРӘК

Кисә район Хакимиәтендә Көйөргәҙе районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының быйылғы тәүге ултырышы үтте.

Кисә район Хакимиәтендә Көйөргәҙе районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының быйылғы тәүге ултырышы үтте.

Ҡоролтай рәйесе Юлай Ишмөхәмәтов һәм барлыҡ тиерлек ағзалар ҡатнашты сарала, ике генә ағза юҡ ине. Юлай Юныс улы былтыр ниндәй эштәр башҡарылған, шул турала телмәр тотто (беҙ уның сығышын гәзиттә баҫтыҡ), сәркәтип, мәғариф бүлегенең методик кабинеты мөдире Ләйсән Хәсәнова мәктәптәрҙәге хәлдәр хаҡында һөйләне. Беҙҙә барыһы ла һәйбәт, 771 бала башҡорт телен туған теле булараҡ, 1308-е дәүләт теле булараҡ өйрәнә, тине. Барлыҡ олимпиада, башҡа бәйгеләрҙә ҡатнашабыҙ, урындар алабыҙ. Сығыш ярайһы матур ине, тик хакимиәт башлығы урынбаҫары Люциә Хәмитова докладта барыһы ла яҡшы яңғырай, ысынбарлыҡта башҡорт телен уҡытыуҙа проблемалар етерлек бит, тип үҙ фекерен әйтте. Балалар дәрестәрҙән ҡаса, дәрестәр ҡыҙыҡ үткәрелмәй, яңы методик алымдар юҡ. Бына шул турала ныҡлап уйларға кәрәк. Ҡоролтай башҡарма комитеты ағзалары, был фекер менән килешеп, баш ҡаҡты. Ермолаевоның беренсе мәктәбе уҡытыусыһы Резеда Иҙрисова үҙ эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Был алдынғы һаналған мәктәптә 597 уҡыусы башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡый, 60-ы туған тел булараҡ. Ниңә шулай, сөнки бында башҡорттар аҙ. Ошо ерҙә бар ағзалар, ниңә беҙҙең балалар туған теленән ҡаса, хатта өйҙә туған телендә аралашһа ла, урамға сыҡһа, рус теленә күсә, тигән темаға оҙаҡ ҡына әңгәмәләшеп алды. Улай ғына түгел, саф башҡорттар ғына булған ерҙә лә, бер рус балаһы килеп ҡушылһын – бала туған телен онота ла ҡуя.

Мәҫәлән, бындай хәл Аҡһары балалар баҡсаһында күҙәтелә. Ермолаевоның икенсе һанлы мәктәбе директоры Мәүлиҙә Зәйнәғәбдинова, күберәк ата-әсәләр менән эшләргә кәрәк, йәшәгән йорттан килә бит барыһы ла, тигән фекере менән уртаҡлашты. Район Хакимиәте башлығы Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтов һәр бер сығыш һуңында йә хуплап, йә кирерәк ҡарашын белдерҙе, ҡыҫҡаса уның фекере былай: беҙ үҙебеҙ ныҡлап балалар менән эшләргә тейешбеҙ, Татарстанда, ана, ҡайҙа керһәң дә, татар теле яңғырап тора, ә беҙҙә – юҡ.

Быйылғы йылға пландары ла күп ҡоролтайҙың, шуларҙың иң мөһиме – Кинйә Арыҫлановтың тыуған көнөнә арналған сара үткәреү. Йәйгә башҡарыласаҡ был эш. Эшҡыуар Зиннур Закир улы Исхаҡов, ярҙамдан айырмам, тип күңелде күтәрҙе. Ошонда уҡ ҡоролтайҙың яңы ағзалары һайланды. Эштән киткән ике кеше – С. Тураева менән Л. Тереғолова урындарына, улар ултырғысына ултырған яңы кешеләр – Әлфиә Вахитова менән Ирина Ибраһимова һайланды.

Айгөл ХАЛИҠОВА фотоһы

Читайте нас: