Все новости
Сәйәсәт
6 Февраля 2018, 16:14

ҺӨЙЛӘНЕК. КҮРҺӘТТЕК. ӘЙТТЕК

Үткән йомала, алдан хәбәр итеүебеҙсә, районға эш сәфәре менән РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров килде.

Үткән йомала, алдан хәбәр итеүебеҙсә, районға эш сәфәре менән РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров килде.

Район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов һәм ауыл халҡы менән берлектә Павловкала үҙе ярҙамында төҙөлгән спортзалды асыу тантанаһында булды. Элекке мәктәп ҡаҙанлығы бинаһын яңыртып, әҙәм рәүешенә еткереп, 500 мең һумлыҡ ремонт яһағандар, һәм бынамын тигән спорт залы килеп сыҡҡан. Тантанала Зариф Закир улы оҙаҡ ҡына телмәр тотто: «Байтаҡ эштәр башҡарыла. Әлбиттә, йәшәү рәхәт, тип әйтеп булмай, шулай ҙа яҡшы нәмәләр ҙә күп. Был спорт залын төҙөргә мин кандидат булған саҡта наказ итеп әйткәйнеләр, һәм бына инде яңы спорт бинаһында ултыраһығыҙ. Иң мөһиме балалар күп булһын, юғиһә, беҙ төҙөгән ФАП, мәктәп, балалар баҡсаһы нимәгә кәрәк була?» - тине ул. Тыуым аҙ, тип бошондо депутат. Әхәт Йәүҙәт улы ла ярайһы ғына һөйләп ташланы: «Ауылда йәшәү этлек тиҙәр, юҡ, тырышҡан кеше өсөн этлек түгел ул», - тине. Силсәүит башлығы Игорь Ворошилов, элекке силсәүит, һаман да тыныс ҡына ял итә белмәгән Эльза Васильевалар бар ауыл исеменән оло рәхмәт әйтте депутатҡа. Павловка мәктәбе физкультура уҡытыусыһы Юрий Николаев рәхмәт әйткәнендә, илһамланып китеп: «Һеҙ бит беҙҙең атайҙар», - тине, Ҡотлоәхмәтов менән Байғусҡаров яғына ымлап. Ата-әсәләр исеменән Гөлсәсәк Әмәкәсова һөйләне, уның да һүҙ башы рәхмәттән башланды, аҙағы ла рәхмәт менән бөттө. Шулай итеп асылды спорт залы, шөкөр. Тик Дәүләт Думаһы депутаты әйтмешләй, ул буш тормаһын. Яңынан-яңы гер күтәреү буйынса чемпиондар (Керәүле яҡтары герҙе хәтәр күтәрә), башҡа спорт төрҙәренән дә яҡшы спортсылар сыҡһын.

Артабан Зариф Закир улы Көйөргәҙе ауылына юлланды. Бында ул беҙ бер нисә тапҡыр яҙып сыҡҡан модулле ФАП-ты асыу тантанаһында ҡатнашты. Был ФАП Көйөргәҙе ауылын ғына түгел, ә күрше Урта Бабалар һәм Үрге Бабалар халҡын, йәғни, 300 кешене хеҙмәтләндерәсәк.

Бында ла рәхмәт әйтеүселәр бихисап булды. Яҡшымбәт силсәүите башлығы Юнир Сынбулатов район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтовҡа, депутатҡа һәм Күмертау үҙәк дауаханаһының баш табибы Олег Астаховҡа: «Районда был иң тәүге модулле ФАП. Шундай ҙур бүләк өсөн барығыҙға ла рәхмәт», - тигән һүҙҙәрен еткерҙе. Әхәт Йәүҙәт улы һүҙ алып, иң тәүҙә һуңлабыраҡ килгәндәре өсөн ғәфү үтенде һәм: «Тәүҙә был ФАП-ты Таймаҫҡа ҡуйырға уйлағайныҡ, әммә 3,5 млн һумлыҡ бүләк көйөргәҙеләргә эләкте. 370 мең һумды район бирҙе. Бер ай эсендә генә төҙөлдө был объект. Ауырымағыҙ, һыҙланмағыҙ, был фельдшер пунктын тик былай ғына килеп күреп йөрөгөҙ», - тине. Зариф Закир улы: «Күршеләрҙе матур дауалау үҙәге менән ҡотлайым. Ҡала халҡына рәхәт тә ул, дауалау урындары яҡын уларға, ә бына ауыл халҡына был йәһәттән ауырға тура килә. Үҙем дә ауыл кешеһе булғас, быны аңлайым. Шуға күрә, депутат булараҡ, бәләкәй ауылдарға йөрөтөргә бөтә уңайлыҡтары булған мобиль автобустар кәрәклеген яҡлап сығырға уйлайым. Ауыл кешеһе табипҡа күренеп бармай шул. Үҙемдең атайым да сирен әйтмәй йөрөп, йәшләй генә мәрхүм булды. Шулай уҡ ауылдар бөтмәһен өсөн күберәк балалар үҫтерергә кәрәк. Хәҙер күп балалы ғаиләләргә ярҙам яҡшы, Совет заманында ундай ярҙам булмаһа ла, балалар күп булды. Көйөргәҙе районында ла 2016 йылға ҡарағанда, 2017-лә балалар һаны 8-гә әҙерәк тыуған. Һәр ғаиләлә кәмендә 3 бала булырға тейеш. Билдәле кешеләрҙең дә күбеһе ауылдан сыҡҡанын оноторға ярамай», - тип һөйләне.

Олег Астахов та рәхмәт әйткәс: «Ауырымағыҙ, был ФАП-ҡа тик профилактика өсөн генә килегеҙ. Фельдшерығыҙ Альмира Исхаҡова оҙаҡ йылдар һәм бик яҡшы эшләй. Яйлап районға тағы ла унлаған бындай ФАП ҡуйырбыҙ», - тине. Әхәт Йәүҙәт улы Олег Анатольевичҡа Рәхмәт хаты тапшырған саҡта: «Ауылға ҡасан медицина тикшереүе комиссияһын ебәрәһең?» - тигән һорау бирҙе. Астахов көтөлмәгән был һорауға ҡаушап ҡалһа ла: «Шишәмбе үк ебәрәм», - тип яуап бирҙе.

Сығыштарҙан һуң, ниһайәт, фельдшер-акушер пункты тантаналы рәүештә асылды. Әхәт Ҡотлоәхмәтовтың был көндө кәйефе шәп ине. Тантанаға килгән халыҡты көлдөрөп алырға ла онотманы: «Тыуым артасаҡ әле. Ике килен уже ауырлы, тиҙәр, йыл башланып ҡына тора, тағы булырҙар әле. Олег Анатольевич, килһәң, барыһын да тикшер, әтеү хәҙер баланы өйҙә табыу модаһы бар», - тип шаяртты. Зариф Закир улының: «Бына үҙемдең дә ике генә бала, ҡартайып киттем шул», - тигәненә Әхәт Йәүҙәт улы: «Ҡартайҙым, тип тораһың, 50 йәштә генәһең бит әле», - тине, мәрәкәләп. Ҡыҙыл таҫмалар киҫелһә лә, бер кем дә ФАП эсенә инергә ашҡынманы әле. Килгән халыҡ исеменән Нажиә Баҡыева сығыш яһаны: «Бик тиҙ арала төҙөлдө. Нигеҙен эшләп ҡуйғайнылар, икенсе ҡараһаҡ, ҡыйығын да ябып ҡуйғандар. Фельдшерыбыҙ һәйбәт. Аллаға шөкөр, яңы ФАП-лы булдыҡ. Элекке кеүек алыҫҡа йөрөргә түгел хәҙер, ауылыбыҙҙың уртаһында ғына урынлашҡан. Магазинға барған арала ла кереп сығырға уңайлы. Ауырымаһаҡ та, килеп фельдшерыбыҙ менән һөйләшеп ҡайтһаҡ, йәшәүгә дәрт өҫтәлә, күңелле булып китә. Зариф Закир улы, һеҙ ысын ир-егет», - тигән рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Ошо урында Әхәт Йәүҙәт улы: «Зариф Байғусҡаровтың беҙҙең депутат булғаны өсөн ысынлап та рәхмәтлебеҙ», - тине һәм: «Депутат беҙгә бигерәк йыш килә әле ул, әллә һөйәркәһе бар», - тип тағы бер шаяртып алғас, етди һүҙгә күсте: «Иртәгә студенттар менән осрашам. Шул балаларға ауылды ташламаҫҡа тип аҡыл бирергә ине. Ҡалала әҙ генә эш хаҡына интегеп йөрөгәнсе, ауылда бынамын тип йәшәп була бит. Ауылда хет, аҡсаң булмаһа, магазиндан яҙҙырып алып була. Ауылда балалар кәмей. Күптәре Берҙәм дәүләт имтихандарынан ҡурҡып, 9-сы кластан һуң китә», - тине һәм һүҙҙе ауыл муллаһына тапшырҙы. Мулла Ҡөрьән уҡып, изге теләктәрен еткергәс, барыһы ла дәррәү генә ФАП-тың эсен күрергә ашыҡты.

Зариф Закир улы иң тәүҙә санузелдың нисек эшләүе менән ҡыҙыҡһынды (һыу юҡ унда әлегә). Яҡты, йылы, матур, иркен пунктты күрергә килгән халыҡтың барыһы ла бер тауыштан: «Ҡотло булһын, кеше күп йөрөһөн, әммә ауырыуҙар әҙ булһын», - тигән теләктәр әйтте. Кемдер шунда уҡ фельдшерҙан ҡан баҫымын үлсәтә лә башланы. Мөмкинлекте файҙаланып, Зариф Закир улына ла мөрәжәғәт итеүселәр булды. «Ауылға бер ниндәй ҙә ике ҡатлы мәктәп кәрәкмәй. Бына ошондай ыҡсым ғына башланғыс кластар өсөн мәктәп булһын ине», - тине берәүҙәр. Икенселәр: «Клубыбыҙҙың һөлдәһе бар. Шуға яҡшы ғына ремонт кәрәк ине. Ағинәйҙәргә лә йыйылышырға урын юҡ», - тиһә, кемдер ситтә генә, килеп һорарға батырсылыҡ итмәй: «Балалар баҡсаһы ла һорарға кәрәк», - тип һөйләнде.

Зариф Байғусҡаровтың эш сәфәре Яҡшымбәт ауылында дауам итте. Бында ул үҙе бүлгән 180 мең һумға мәҙәниәт йортона алынған шаршауҙарҙы ҡарап сыҡты. Бында ла клуб хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең проблемаларын әйтмәй ҡалманы. «Клуб бик үк һәйбәт йылытылмай. Килгән халыҡ, өшөйбөҙ, ти. Ултырғыстар ҙа етмәй, тамашасыларҙың күбеһе тороп ҡарарға мәжбүр. 250 яңы кресло кәрәк ине», - тигән теләктәрен әйтеп ҡалырға ашыҡты. Әхәт Йәүҙәт улы район мәҙәниәт йортоноң ултырғыстарын алыштырғас, ундағын бында бирербеҙ, тип вәғәҙә итте. Шулай уҡ 450 мең һумға баян да алып бирергә уйлай. Силсәүит башлығы Юнир Сынбулатов «Реаль эштәр» программаһы буйынса 250 мең һумға тәҙрәләрҙе алыштырырға ҡарар иткән.

Зариф Закир улы Өфө әртистәре гастролдәр менән киләме, халыҡ йөрөймө, тип һорашһа, ә Әхәт Йәүҙәт улы, нишләптер һеҙҙең ауылдың ололары сығыш яһағанын күргән юҡ, тине. Сығыш яһарға уларға костюм юҡ тигәндәренә: «Ул проблема түгел», - тип яуап бирҙе.

Зариф Закир улы, шулай итеп, беҙҙең районда эшләнгән эштәрҙе барлап, яңы проблемалар менән танышып сыҡты. Беҙ уға һөйләрлеген һөйләнек, күрһәтерлеген күрһәттек, яңы проблемаларыбыҙҙы ла әйтеп ҡалдыҡ.


Автор фотолары

Читайте нас: