Все новости
Сәйәсәт
22 Февраля 2018, 13:36

ОСРАШТЫЛАР. ҠОТЛАНЫЛАР

Шаршамбыла райондың «Йәшлек» мәҙәниәт һарайында РФ Президентына кандидат булыусы В. Путиндың ышаныслы кешеһе, «Өфө» Халыҡ-ара аэропорты асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Александр Андреев менән осрашыу булды. Ул һайлауҙың нимәгә кәрәк булыуы, ни өсөн унда килергә мотлаҡ икәне хаҡында аңлатып үтте.

Шаршамбыла райондың «Йәшлек» мәҙәниәт һарайында РФ Президентына кандидат булыусы В. Путиндың ышаныслы кешеһе, «Өфө» Халыҡ-ара аэропорты асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Александр Андреев менән осрашыу булды. Ул һайлауҙың нимәгә кәрәк булыуы, ни өсөн унда килергә мотлаҡ икәне хаҡында аңлатып үтте.

Ентекле тыңлағас, залдағы халыҡ һорауҙарын яуҙырҙы. Иҡтисад бүлеге начальнигы Ольга Алексеева иҡтисадҡа, мәғариф бүлеге начальнигы Ирина Ибраһимова һәләтле балаларға ҡағылышлы һорауҙарын бирҙе. Урал Ҡәйүповтың: «Олигархтар көнөнә миллионлап эшләй, ә ябай халыҡтың эш хаҡы бик аҙ», - тигән борсолоулы һорауына: «Байҙар һалымды күберәк түләргә тейеш, әлбиттә. Беҙ быға табан барабыҙ. Хәҙер баҙар иҡтисады. Кем күпме эшләй ала, шунса эшләй инде», - тигән яуап бирҙе Александр Андреев. Янғын часе начальнигы Сергей Фадеев бер юлы бер нисә һорау бирҙе: «Яғыулыҡҡа ни өсөн хаҡтар арта, байрам көндәре бигерәк күп. Улар иҡтисадты артҡа һөйрәй. СССР заманындағы кеүек иҡтисад планы булырға тейеш», - тине ул. Аныҡ ҡына яуап булманы. Йәштәр эше буйынса комитеттың баш белгесе Виктория Кудинова һәр бер ата-әсәне борсоған суицидҡа өндәүсе интернеттағы сайттар хаҡында әйтте. «Йәшлек» мәҙәниәт һарайы директоры Ирина Песецкая мәҙәниәт һарайына ремонт эшләргә 112 млн һум тирәһе аҡса талап ителеүен белдереп, ярҙам һораны. Район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Вера Фросина: «Табипҡа яҙылып, 2 аҙна көткәнсе, ҡайһы берәүҙәр теге донъяға ла китеп бара. Дауаханала ятып дауаланыусылар дарыуҙарҙы үҙҙәре һатып ала», - тине. Әммә Ермолаево дауаханаһы мөдире Анатолий Петрунин бының дөрөҫ булмауын белдерҙе. Баш агроном Айҙар Туйгилдин үҙен генә түгел, ә бар ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәрен борсоған игенгә хаҡтың арзан булыуы, экспорт мәсьәләһе буйынса һорау күтәрҙе.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Президентлыҡҡа ошо кешеләр дәғүә итә: Ксения Собчак, Максим Сурайкин, Владимир Путин, Григорий Явлинский, Борис Титов, Сергей Бабурин, Владимир Жириновский һәм Павел Грудинин.

Артабан мәҙәниәт һарайында Рәсәй Армияһы төҙөлөүҙең 100 йыллығы һәм Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан тантаналы сара уҙҙы.

Район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов район халҡын һәм ҡунаҡтарҙы байрам менән ҡотлап иң изге теләктәрен белдерҙе. Бик күп көйөргәҙеләрҙең Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуы, уларҙың күбеһенең тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайтмауы хаҡында һөйләне, районыбыҙҙан сыҡҡан данлыҡлы Геройҙарыбыҙҙы ла иҫкә алды. «Ветерандарыбыҙҙың рәте генә йылдан-йыл кәмей бара. Әле районда 7 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 183 тыл хеҙмәткәре, 80 тол ҡатын йәшәй. Бөгөнгө көндә Көйөргәҙе районынан 85 егет әрме сафында, 13 кеше контракт буйынса хеҙмәт итә. Һуңғы өс йыл эсендә 10 егетебеҙ хәрби уҡыу йорттарына уҡырға инде», - тине ул сығышында һәм районыбыҙҙа йәшәгән яугирҙәргә Рәхмәт хаттары, миҙалдар тапшырҙы. Шулай уҡ был байрамда ул 4 уҡыусыға иң мөһим документ-паспортты ҡулдарына тотторҙо. Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы буйынса хәрби комиссар вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Максим Пержинский ҙа байрам менән ҡотлау һүҙҙәрен әйткәс, район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтовҡа һәм тағы ла бер нисә кешегә «Ҡораллы Көстәргә 100 йыл» юбилей миҙалдарын тапшырҙы.

Был көндө иҫән яугирҙәребеҙгә йылы һүҙҙәр бик күп әйтелде, һуғыш яланында һәм хәҙерге заманда ла Ватаныбыҙ өсөн лайыҡлы көрәшеп, геройҙарса вафат булған яугирҙәребеҙҙе иҫкә алдылар. Сәхнәлә байрам темаһы буйынса сағыу музыкаль номерҙар ҙа яңғыраны.


А. ХАЛИҠОВА фотолары

Читайте нас: