Все новости
Сәйәсәт
7 Марта 2018, 14:11

ӘҘЕРЛЕК ДАУАМ ИТӘ

15 февралдән алып Күмертау ҡалаһы ҡала округында участка һайлау комиссиялары эш башланы.

15 февралдән алып Күмертау ҡалаһы ҡала округында участка һайлау комиссиялары эш башланы. Улар тарафынан һайлаусыларҙың урында тауыш биреүҙәре өсөн һайлау тәртибе мәсьәләләрен көйләү, инвалидтарға тауыш биреү өсөн уңайлы шарттар булдырыу буйынса эштәр алып барыла. Һайлаусылар исемлеге ныҡлы тикшерелеп, яңыртыла. Һайлау участкалары һайлау көнөнә әҙерләнелә, һайлаусылар өсөн мәғлүмәттәр стендтары эшләнеп эленә. Территориаль һайлау комиссияһы вәкилдәре ҡалала уҡыусы студенттар менән мәғлүмәти осрашыуҙар үткәреп, РФ Президентын һайлауҙың һәм һайлауҙарҙа ҡатнашыуҙың әһәмиәтен аңлатыу менән шөғөлләнә. Урындағы телевидениела, радиоэфирҙа алда торған һайлауҙар буйынса һайлаусыларға мәғлүмәттәр еткереү кампанияһы бара.

Үҙе йәшәгән ерҙән ситтә, йәғни башҡа һайлау участкаһында тауыш бирергә теләгән һайлаусыларҙан ғаризалар ҡабул итеү эше лә уңышлы бара.
Читайте нас: