Все новости
Сәйәсәт
7 Марта 2018, 14:09

СИТТӘ ТАУЫШ БИРӘСӘКТӘР

31 ғинуарҙан алып Көйөргәҙе районының территориаль һайлау комиссияһында, урындарҙарғы һайлау участкаларында һәм күп функциялы үҙәктә РФ Президентын һайлауҙарҙа теркәлгән урынынан ситтә тауыш бирәсәктәре тураһында ғаризалар ҡабул итеү бара.

Хәҙерге көнгә билдәле мәғлүмәттәр буйынса, Көйөргәҙе районының 174 һайлаусыһы йәшәгән урынынан ситтә тауыш бирергә теләк белдереп ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Шуларҙың 111-е үҙе теркәлгән һайлау участкаһынан Көйөргәҙе районына инеүсе башҡа һайлау участкаһында, йәғни район эсендә тауыш бирергә теләй. Ә 33 һайлаусыбыҙ райондан ситтә, йәғни Башҡортостан Республикаһының башҡа ҡала, райондары һайлау участкаларында, шулай уҡ 30 кеше республиканан ситтә тауыш бирәсәк. Алдағы көндәрҙә үҙе йәшәгән урынындағы һайлау участкаһынан ситтә тауыш бирергә теләүселәр һанының тағы ла үҙгәрештәр кисереүе бар.
Читайте нас: