Все новости
Сәйәсәт
13 Марта 2018, 17:05

БЮЛЛЕТЕНДӘР АЛДЫЛАР

Бөтә территориаль һайлау комиссиялары Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауға ошо кампанияның төп документтарын – бюллетендәр алды.

Бөтә территориаль һайлау комиссиялары Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауға ошо кампанияның төп документтарын – бюллетендәр алды. Бюллетендәрҙе Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев, Комиссия секретары Марина Долматова, Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы Рөстәм Бикмәтов һәм Үҙәк һайлау комиссияһы аппараты хеҙмәткәрҙәре тапшырҙы.

Территориаль һайлау участкаларынан участка һайлау комиссияларына бюллетендәр тауыш биреүгә ике көн ҡалғас тапшырыла, уларҙы һайлау участкаларына ҡәҙәр полиция хеҙмәткәрҙәре оҙатыуында илтәләр. Улар бюллетендәрҙе тауыш биреү көнөнә саҡлы тәүлек әйләнәһенә һаҡлаясаҡ.
Читайте нас: