Все новости
Сәйәсәт
18 Марта 2018, 17:49

Дюймовочка тип аталған бик тә матур конкурс булды

Һайлау көнө бар ерҙә байрам, тантана хөкөм һөрә.

Һайлау көнө бар ерҙә байрам, тантана хөкөм һөрә. Район мәҙәниәт йортонда Дюймовочка тип аталған бик тә матур конкурс булды. Бында 6-8 йәшлек кенә ҡыҙҙар ҡатнашты. Таймаҫтан Әлиә Исҡужина менән Гөлфирә Әхмәтова, Ермолаевонан Мария Коваль, София Лященко, Мария Медведева, Айсыуаҡтан Анастасия Кодрич, Павловканан Анна Николаевалар зал тулы тамашасыны һуштан яҙҙыра яҙҙы. Бейеүгә лә, йырлауға ла, телмәр тотоуға ла бик оҫталар.




Жюри аптырап-алйып бөттө. Кемгә ниндәй урын бирергә, барыһы ла һәйбәт тә. Ахырҙа, бер фекергә кое-как килделәр.



Һәм ниһайәт, бына ул беҙҙең еңеүселәр. Гран-При - София Лященко, Күңелде арбаусы - Анна Николаева, Иң мөләйем - Әлиә Исҡужина, Грация номинацияһында - Мария Медведева, Иң әртис - Мария Коваль, Иң тыйнаҡ - Гөлфирә Әхмәтова, Иң элегант - Анастасия Кодрич. Барлыҡ Дюймовочкаларға бүләктәр тапшырылды, матур һүҙҙәр әйтелде.



Бынау бәләкәй генә матур ҡыҙ - Гөлфирә Әхмәтова, бер үҙе башҡортса сығыш яһаны. Ирәйеп китеп ҡарап ултырҙыҡ. Музыка аппараты эшкинмәй һүнгәндә лә ҡаушап ҡалманы Гөлфирә, сығышын дауам итте, тормошта ла шулай бер ҡасан да юғалмаһын. Юшатыр гәзите призы уға.

Бәхетле бул, ата-әсәйеңде гел ҡыуандырып ҡына тор, Гөлфирә, йәме.





Читайте нас: