Район һайлау участкаларына ла кеше ағыла. Кемдер тауышын бирә һалып,
мәҙәни сараға ашыға. 'Йәшлек' район мәҙәниәт һарайында урынлашҡан яңы
2500-сө һайлау участкаһында район Хакимиәте башлығы Әхәт Йәүҙәт улы
Ҡотлоәхмәтов үҙ тауышын бирҙе. ' Һәр кеше үҙенең гражданлыҡ бурысын
үтәргә, һайларға килеп, үҙ тауышын бирергә тейеш', - тине ул.