18 мартта Өфөлә «Һайлауҙар-2018» йәмәғәт матбуғат үҙәгендә «Салауат Юлаев» хоккей клубы ойошторған конкурс еңеүселәрен бүләкләнеләр. Бүләкләү өсөн Өфө командаһының 18 йәшлек көйәрмәндәрен: Кристина Ростованы, Айрат Нуретдиновты, Эрик Хәбибовты һәм Азамат Хасаяновты саҡырҙылар.
«Һайлау участкаһына килеп, Рәсәй Президенты өсөн тауыш биреү – һәр кемдең гражданлыҡ бурысы, тип уйлайбыҙ, — тине йәш көйәрмән Азамат Хасаянов. — Мин тауыш бирҙем дә инде. Беҙ, йәш быуын булараҡ, һайлауҙарҙа мотлаҡ ҡатнашырға тейеш, сөнки киләсәк беҙҙең ҡулда».