Все новости
Сәйәсәт
24 Апреля 2018, 18:07

ИСЛАМДЫҢ ДА НЕСКӘЛЕКТӘРЕ КҮП

Үткән йәкшәмбе райондың “Рамаҙан” мәсетендә дини экстремизмға ҡаршы лекторий булды. Мәсеткә йыйылған мөъминдәргә үҙенең ике шәкерте менән килгән Өфөнөң Ислам университеты уҡытыусыһы, “Хәмзә” мәсетенең имам-хатибы Тулҡын хәҙрәт ике сәғәткә яҡын файҙалы ла, фәһемле лә лекция уҡыны.

Динде беләбеҙ, тип йөрөгән кеше лә бик белмәй икән уны, лекцияла байтаҡ ҡына Ислам нескәлектәре хаҡында ишеттек. Йәштәребеҙ яңылыш яҡҡа башы һуғып, шикле әҙәмдәрҙән белем алып, ҡулына ҡорал тотоп һуғышҡа китеп бармаһын өсөн, нимә эшләргә, кеше үлгәндән һуң өсөн, етеһен, ҡырҡын уҡытырға яраймы, аҫылынып үлгәндәргә ясин сығырға яраймы, Мөнәжәт әйтеү гонаһмы һәм башҡа бик күп нимәләр хаҡында мәғлүмәт алдыҡ. Мәсеткә йыйылған халыҡ тарафынан бирелгән һорауҙарға Тулҡын хәҙрәт тулы яуап бирҙе, файҙалы кәңәштәрен әйтте.

Читайте нас: