Все новости
Сәйәсәт
8 Мая 2018, 12:25

ЯҢЫ МӨҘҘӘТКӘ АНТ ИТТЕ

Кисә, 7 майҙа, Мәскәү Кремлендә Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың инаугурацияһы үтте.

Кисә, 7 майҙа, Мәскәү Кремлендә Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың инаугурацияһы үтте.

Инаугурация тантанаһы алдынан дәүләт башлығы Хөкүмәт ағзалары менән осрашты. Ул министрҙар кабинеты ағзаларына, министрлыҡ һәм ведомство хеҙмәткәрҙәренә башҡарған эштәре өсөн рәхмәт әйтте. «Тәү сиратта бөтәгеҙгә лә уртаҡ эшебеҙ, Рәсәй алдында торған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә өлгәшелгән мөһим һөҙөмтәләр өсөн рәхмәт әйтәһем килә. Уҙған алты йыл ысынлап бай йөкмәткеле, илебеҙҙә генә түгел, донъяла ла яңы саҡырыуҙар, ғәҙәти булмаған ваҡиғаларға тулы булды, – тине Владимир Путин. – Хөкүмәт, тотош башҡарма власть алдында ағымдағынан алып ғөмүмән ғәҙәти булмағанға, йыш ҡына ашығысҡа ҡәҙәр киң мәсьәләләр һәм һорауҙар даирәһе торҙо. Заманса алымдар нигеҙендә ныҡлыҡ һәм эҙмә-эҙлелек, үҙеңә яуаплылыҡ алыуға һәм ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы ғәмәлгә ашырыуға әҙерлек талап ителде. Бөтә был сифаттарҙы һеҙ, һис шикһеҙ, күрһәттегеҙ», – тине.

Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына ярашлы, кисә, дүшәмбе көндө, ил Хөкүмәте отставкаға китте.

Инаугурация Мәскәү ваҡыты менән сәғәт 12-лә башланды. Тантаналы сарала Хөкүмәт ағзалары, Дума һәм Федерация Советы депутаттары, Президент аппараты етәкселәре, Конституция суды судьялары, дипломатия корпусы вәкилдәре ҡатнашты.

Һайланған Президент Владимир Путин, церемония башланыуға 5 минут ҡалғас, Кремлгә килде, куранттарҙың күңелле һуғыуы һәм тантаналы музыка уйнауында трибунаға күтәрелде. Конституция суды рәйесе яңынан һайланған дәүләт башлығын ант бирергә саҡырҙы. В. Путин, уң ҡулын РФ Конституцияһына ҡуйып, Рәсәй Федерацияһы дәүләте алдында яңы мөҙҙәткә ант итте. Ул үҙ сығышында ил киләсәге үҫешен нисек күҙаллауы, шул маҡсатта ниндәй эштәр башҡарырға йыйыныуы хаҡында бәйән итте.
Читайте нас: