Все новости
Сәйәсәт
11 Мая 2018, 11:09

ҠАПҠА ТӨПТӘРЕНДӘ ҠАРШЫЛАНЫЛАР

Яңы Таймаҫ ауылының Рәшит Солтангәрәев исемендәге гимназия уҡыусылары һәм уҡытыусылары Бөйөк Еңеү байрамында дәррәү ҡатнашты. Иртә менән тирә-яҡҡа һуғыш йылдары йырҙары яңғырап торҙо.“Хәтер вахта”һында хәрби кейемдәрҙә өлкән синыф уҡыусылары, буласаҡ ил һаҡсылары торҙо.

Яңы Таймаҫ ауылының Рәшит Солтангәрәев исемендәге гимназия уҡыусылары һәм уҡытыусылары Бөйөк Еңеү байрамында дәррәү ҡатнашты. Иртә менән тирә-яҡҡа һуғыш йылдары йырҙары яңғырап торҙо.“Хәтер вахта”һында хәрби кейемдәрҙә өлкән синыф уҡыусылары, буласаҡ ил һаҡсылары торҙо.

Уҡыусылар өсөн Бөйөк Ватан һуғышын сағылдырған класс сәғәттәре үткәрелде. Һуңынан барлыҡ уҡытыусылар һәм уҡыусылар, «Үлемһеҙ полк» акцияһына теҙелеп, Таймаҫ һәм Яңы Таймаҫ ауылдары урамдары буйлап үттек. 130-лаған кеше ҡатнашҡан «Үлемһеҙ полк» үткәнде ауылдаштар ҡапҡа төптәренә сығып ҡаршылап торҙо. Улар йөҙөндә шатлыҡ та, ҡыуаныс та, күҙ йәштәре лә, ғорурлыҡ тойғолары ла сағыла ине.

«Шул тиклем тетрәндергес, һалдаттар ҡайтып, тыуған ауылдары урамдары буйлап үткән кеүек булды», - тине бер инәй.

Таймаҫ ауылында, обелиск янында, «Үлемһеҙ полк»ты ейән-ейәнсәрҙәрен эйәртеп килгән бер төркөм ауылдаштар ҡаршыланы. Йыйылған халыҡты ауыл советы хакимиәте башлығы Ильяс Юлдыбаев байрам менән ҡотланы, ә ветерандар советы рәйесе Салауат Солтангәрәев Бөйөк Еңеүҙең уҡыусылар өсөн әһәмиәте ҙур булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Артабан «Үлемһеҙ полк» икенсе урам буйлап юлын дауам итте. Унда ла беҙҙе юл буйы ауылдаштар оҙатып ҡалды.

Һуғыш ҡырҙарында ятып ҡалған ауылдаштарыбыҙ, һуғыштан һуң вафат булған ветерандарыбыҙ һәм тыл хеҙмәткәҙәре иҫтәлегенә - “Дан!”, Бөйөк Еңеүгә - “Ур-ра!” ҡысҡырып, патриотик йөкмәткеле йырҙар менән биш километрҙай юл үтеп, обелиск янына тантаналы митингҡа йыйылдыҡ.

Ауылдаштарыбыҙҙы байрам менән иҡтисад, финанс һәм инвестиция буйынса район хакимиәте башлығы урынбаҫары Айрат Зөбәйеров, ауыл биләмәһе башлығы Ильяс Юлдыбаев, ветерандар советы рәйесе Салауат Солтангәрәев, гимназия директоры Гүзәл Усманова ҡотланы.

Гөлназа ЮЛДЫБАЕВА,
Яңы Таймаҫ ауылының Р.Солтангәрәев исемендәге гимназия уҡытыусыһы


Читайте нас: