Бөйөк Еңеү көнөн билдәләгән көндө районыбыҙҙа тағы ла бер тарихи ваҡиға булды. Ермолаеволағы Батырҙар аллеяһында яҡташ Советтар Союзы Геройҙары Сәлмән Биктимеров менән Хәсән Ғайсинға тантаналы рәүештә бюстар асылды.
Бында хәҙер беҙҙең ғорурлыҡ булып биш батырыбыҙҙың һыны тора, киләсәктә йәнә лә ике һәйкәл менән тулыландырыласаҡ. Силәбе өлкәһенең Кәҫле ҡалаһында ҡойолған ике һәйкәл дә яҡынса 500-шәр мең һумға торош иткән. Был бюстарҙың да авторы - яҡташыбыҙ, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, скульптор Өлфәт Ҡобағошов.
Иҫтәлекле тантанала район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов, Башҡортостан Республикаһы бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм территориаль үҫеш буйынса комитеты рәйесе Рузалия Хисмәтуллина, батырҙарҙың туғандары һәм башҡалар ҡатнашты.
Сараны район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов асты.
- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылдан-йыл һуғыш ветерандары кәмегәндән-кәмей. Районыбыҙҙа бөгөнгө көндә 6 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 182 тыл хеҙмәтсәне, һәләк булған яугирҙәрҙең 80 тол ҡатыны ҡалды. Беҙҙә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар һәм ҡатнашҡандар иҫтәлегенә арналып, барлығы 19 мемориаль таҡта, 12 стелла асылды, 41 һәйкәл һәм обелисктар ҡуйылды, Советтар Союзы Геройҙары Ғәфиәтулла Арыҫлановҡа, Анатолий Хохловҡа, Вениамин Недошивинға бюстар ҡуйылды. Бөгөн дә районыбыҙҙа Еңеү байрамын билдәләгәндә иҫтә ҡалырлыҡ тантана. Изге эшебеҙҙе дауам итеп тағы ла ике Советтар Союзы Геройҙарыбыҙ Сәлмән Биктимеров менән Хәсән Ғайсинға бюстар асыла. Быйыл сентябрь айына тағы ла Советтар Союзы Геройыбыҙ Морат Ҡужаҡов менән Дан орденының тулы Кавалеры Хөрмәт Хөсәйеновҡа ла бюстар ҡуйып, был изге эште тамамалап ҡуясаҡбыҙ.
Батырҙарыбыҙ Хәсән Ғайсин менән Сәлмән Биктимеровҡа бюстар эшләгәне өсөн Көйөргәҙе районы халҡы исеменән Өлфәт Ҡобағошовҡа һәм изге эште башҡарыуҙы тормошҡа ашырырға спонсор ярҙамы күрһәткәндәре өсөн Ҡансыра ер аҫты газ һаҡлау станцияһы начальнигы Александр Ивановҡа, “Берҙәм хужалыҡ хеҙмәте” ойошмаһы директоры Вадим Закировҡа, шәхси эшҡыуарҙар Елена Дерягаға, Альберт Күсәрбаевҡа ҙур рәхмәт, - тип Әхәт Йәүҙәт улы уларға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Артабан Рузалия Сәфиулла ҡыҙы барыһын да байрам менән ҡотлағандан һуң һүҙҙе район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлай Ишмөхәмәтов алды. Ул һәр саҡ ярҙам күрһәткәне өсөн районыбыҙ башҡорттары исеменән Александр Ивановҡа ҡурай бүләк итте. Азамат Туйгилдин был ҡурайҙа уйнап та ишеттерҙе. Шулай уҡ Геройҙарыбыҙ Хәсән Ғайсиндың да, Сәлмән Биктимеровтың да туғандары, яҡындары сығыш яһаны. Улар Еңеү өсөн яуҙа ҡорбан булған батырҙарыбыҙҙы онотмағандары һәм һәйкәлдәр ҡуйғандары өсөн Әхәт Йәүҙәт улына, скульптор Өлфәт Ҡобағошовҡа һәм изге эште башҡарғанда ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла үҙ рәхмәттәрен әйтте.
Артабан, батырҙарыбыҙ һәйкәлдәренә сәскәләр һалғандан һуң, “Үлемһеҙ полк” акцияһында ҡатнашыусылар Ермолаево урамдары буйлап атланы. Ғорурланырлыҡ ҡаһарман олаталары төшкән фотоһүрәттәрен күтәргән халыҡ ағымына ҡараһаң, яу ҡырында ятып ҡалған һалдаттар Тыуған иленә ҡайтып килә һымаҡ. Яугирҙәребеҙ ут эсендә ҡалһа ла, исемдәре Бөйөк Еңеү булып илгә ҡайтты. Уларҙың батырлыҡтары үлемһеҙ, улар һәр саҡ беҙҙең күңелдәрҙә һаҡланыр.