Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуына быйыл 73 йыл. Һуғыш йылдары меңәрләгән кеше күңелендә уңалмаҫлыҡ эҙҙәр ҡалдырҙы. Ауылыбыҙҙа һуғышта ҡатнашҡан ветерандарыбыҙ ҡалманы. Быйылғы Еңеү көнөнә арналған сарабыҙға һуғыш осоро балаларын саҡырҙыҡ.
Зәк-Ишмәттә улар алтмышҡа яҡын булһа ла, балалар менән осрашыуға тик утыҙы ғына килә алды. Һуғыш тамамланғанда уларҙың береһенә дүрт, икенсеһенә ете генә йәш булған, кемеһелер Еңеү көнөн асыҡ хәтерләй, ә икенсе берәүһе күңеленә ниндәйҙер мәлдәрҙе генә һалып ҡуйған. Һикһән-туҡһан йәшлек әбей-бабайҙарҙың һөйләгәндәрен тыныс ҡына тыңлап булмай. Үҙҙәре күргән михнәттәр, ғазаптар хаҡында улар ҙа тулҡынланып, тәьҫирләнеп һөйләне. Бала саҡтары, йәшлек йылдары ас-яланғас заманға тура килгән сал сәсле инәй-бабайҙар уҙған тормоштарынан зарланманы, һәр береһе ал-ял белмәй көнө-төнө эшләүҙәре тураһында бәйән итте.
Ҡунаҡтарыбыҙ уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе, донъяның әсеһен-сөсөһөн күргән ил инәләренән, аҡһаҡалдарҙан төплө кәңәштәр ишетеү ҙә фәһемле булды. Ә балалар һәм уҡытыусылар матур концерт күрһәтеп шатландырҙы уларҙы. Һәр баланы танырға тырышып ултырҙы ҡунаҡтар, устары талғансы ҡул да саптылар, ауыҙ эсенән генә моңло йырҙарға ҡушылып моңланып ултырыусылар ҙа булды. Мәктәп музейындағы бай экспонат та әбей-бабайҙар күңеленә хуш илде. Музейҙағы һарғайып бөткән хаттар, фотолар ҡәҙерле ауылдаштарыбыҙҙың һәр береһе өсөн тере тарих ине. Ҡыҙыҡһынып һәр нәмәне ҡарарға тырыштылар, музей етәксеһе Эльза Миҙхәт ҡыҙы Ишмөхәмәтоваға әле билдәле булмаған мәғлүмәттәр тураһында һөйләнеләр, үҙҙәренең кәңәштәрен бирҙеләр.
Ауыл советы хакимиәте башлығы Илшат Мәдиф улы Зәйнәғәбдинов ауылдаштарыбыҙҙы Еңеү байрамы менән ҡотланы, изге теләктәрен еткерҙе. Бөгөнгө тормош өсөн ветерандарға рәхмәт белдерҙе. Бәхетленең байрамы ла бергә. Илшат Мәдиф улы тап бөгөн үҙенең 90 йәшлек матур юбилейын билдәләүсе Зөбәржәт Хәмит ҡыҙы Усманованы күркәм байрамы менән тәбрикләне. Рәсәй Президенты В.В.Путиндың ҡотлау открыткаһын, Көйөргәҙе районы Хакимиәте башлығы Ә.Й.Ҡотлоәхмәтовтың тәбрикләү открыткаһын Зөбәржәт инәйгә тапшырҙы, изге теләктәренә ҡушып ауыл советы исеменән бүләк биреп шатландырҙы инәйҙе. “Шулай күп йәшәп ташланды шул, ҡотлауығыҙға рәхмәт!”- тип йылмайҙы Зөбәржәт инәй.
Мәктәп директоры Әлфиә Сәйҙәш ҡыҙы Рәхимова килгән ҡунаҡтарҙы оло байрам менән ҡотлап, һәр береһенә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләне. 9 майҙа үткәреләсәк «Үлемһеҙ полк»ты яңы исемдәр, яңы фотолар менән тулыландырырға саҡырҙы.
Матур сара ата-әсәләр, мәктәп коллективы тарафынан әҙерләнгән мул табын артында дауам итте. Эшҡыуар Әнүәр Хәким улы Усманов байрам хөрмәтенә салған иттән ҡорбан ашы бешерелде. Аш алдынан Ҡөрьән уҡылды. Табын артында һүҙ бөгөнгө мул тормош тураһында булды. Кейереңә кейемдең йәнең теләгәне бар хәҙер, илле дүртенсе йылда ғына аҡ икмәкте тәүге тапҡыр күргән кешеләр өҫтәлдәрҙең хәҙер һығылып тороуын әйтте. Рәхәтләнеп йәшә лә йәшә генә! Бөгөнгө бәхетле тормош өсөн, ветерандар, ҙур рәхмәт һеҙгә. Һеҙҙең тормош - үҙе батырлыҡ! Ҡаһарманлығығыҙ алдында баш эйәбеҙ!
Айгөл ГУРЬЯНОВА
Зәк-Ишмәт ауылы