Все новости
Сәйәсәт
11 Мая 2018, 11:30

ИЛҺӨЙӘРҘӘР ҮҪТЕРӘБЕҘ

Ошо аҙнаның тантаналы көндәрендә һәр кем Бөйөк Еңеү байрамын ҡаршылауға үҙ өлөшөн индерергә тырышты. Аҡһары мәктәбе уҡыусылары ла байрамға ихлас әҙерләнде.

Ошо аҙнаның тантаналы көндәрендә һәр кем Бөйөк Еңеү байрамын ҡаршылауға үҙ өлөшөн индерергә тырышты. Аҡһары мәктәбе уҡыусылары ла байрамға ихлас әҙерләнде.

Эште өмәнән башлап ебәрҙеләр. Сүп-сарҙан арынғас, тирә-яҡ йәмләнеп ҡалды. 9-сы класс уҡыусылары, Ермолаево ауылына барып, ағас ултыртыуҙа ҡатнашырға ла өлгөрҙө.

7 май көнөндә уҡыусылар, уҡытыусылар, хеҙмәт ветерандары, ауыл халҡы «Үлемһеҙ полк» акцияһында ҡатнашырға мәктәпкә йыйылды. Ауыл урамдарынан шау-гөр килеп йыр-моң менән үтте халыҡ. Яугир ауылдаштарҙың исемдәре уйылып яҙылған обелискка сәскә һалғанда моңһоу тынлыҡ урынлашты. Уҡыусылар әҙерләгән әҙәби-музыкаль композиция һуғыш хәтирәләрен ҡабат яңыртты. Ауыр хәтирәләре менән хеҙмәт ветерандары Гөлсөм Сәлихова һәм Фәтих Ғәлиев уртаҡлашты. Байрам балалар яратып өлгөргән «Һалдат бутҡаһы» акцияһы менән тамамланды. Ауыл халҡы мәктәп директоры Рида Һибәт ҡыҙы Искәндәроваға, коллективҡа һәм балаларға рәхмәт һүҙҙәре әйтеп таралышты.

Айгөл КҮСКИЛДИНА,
уҡытыусы
Аҡһары ауылы


Читайте нас: