Все новости
Сәйәсәт
11 Мая 2018, 12:15

МАТУР ҮТТЕ БАЙРАМДАР

Абдул ауылы халҡы Еңеү көнөн билдәләргә берҙәм йыйылды. Зәк-ишмәттәр ҙә Еңеү көнөн матур үткәргәндәр. Барса ғалләм Бөйөк көндө билдәләгәндә, Шәбағыш һәм Холодный Ключ ауылдары ла ҙур итеп ҡаршы алды 9 майҙы. Айсыуаҡ халҡы Бөйөк Еңеүҙең әһәмиәтен белә, ҡәҙерләй. Ҡотлоюл ауылы халҡының байрамда мәктәп балалары тарафынан әҙерләнгән концерт ҡарап күңелдәре булды. Яҡуп ауылында ла тыл ветерандарын саҡырып концерт күрhәттеләр. Еңеү байрамы айҡанлы Аҡһары ауылында «Хазина» ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы етәксеһе Ғәлиә Мифтахова һәм клуб мөдире Айҙар Ишмөхәмәтов әҙерләгән концерт гөрләп үтте.

Абдул ауылы халҡы Еңеү көнөн билдәләргә берҙәм йыйылды. Байрам менән ҡотларға райондың баш агрономы Айҙар Туйгилдин, Яҡшымбәт ауыл биләмәһе башлығы Юнир Сынбулатов, “Юшатыр” гәзитенең баш мөхәррире Малик Ильясов та килгәйне. Ауыл халҡы мәктәп уҡыусылары тарафынан әҙерләнгән матур концертты яратып ҡараны.


Зәк-ишмәттәр ҙә Еңеү көнөн матур үткәргәндәр. Ололарҙы һәм балаларҙы тәмләп сәй ҙә эсергәндәр, йыр-бейеүҙән торған концерты ла булған. “Үлемһеҙ полк” акцияһы ла Мәскәүҙекенән ҡалышмаған.


Барса ғалләм Бөйөк көндө билдәләгәндә, Шәбағыш һәм Холодный Ключ ауылдары ла ҙур итеп ҡаршы алды 9 майҙы.


Айсыуаҡ халҡы Бөйөк Еңеүҙең әһәмиәтен белә, ҡәҙерләй. Улар ҙа Ермолаево коррекцион мәктәбе менән берлектә ололарға концерт ойоштороп, сәй табыны ҡорған. Аш-һыу әҙерләүҙә ярҙам күрһәткән Ермолаево ауыл советы хакимиәтенә, Айсыуаҡ ауылындағы “Ләйсән”, “Ямал” магазиндары хужаларына ҙур рәхмәт.

Екатерина НИҒМӘТОВА
Айсыуаҡ ауылы



Ҡотлоюл ауылы халҡының байрамда мәктәп балалары тарафынан әҙерләнгән концерт ҡарап күңелдәре булды. Ауыл советы хакимиәте башлығы Юнир Сынбулатов барыһын да еңеү байрамы менән ҡотланы. Шулай уҡ бер һылтауҙан ауылыбыҙҙың ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы 60 йыл бергә йәшәүсе Вәлит менән Рида Боҫҡановтарҙы, Фәтҡулла Аҡһаровты 70 йәшлек юбилейы менән ҡотланы. Эшҡыуарҙар Рәсүл Аҡһаров, Миләүшә Кинйәғолова ярҙамында ололарға өҫтәл әҙерләнек. Оло йәштәгеләр рәхмәттәр уҡып таралышты.

Зарема БОҪҠАНОВА
Ҡотлоюл ауылы



Яҡуп ауылында ла тыл ветерандарын саҡырып концерт күрhәттеләр. Аҙаҡ ололар өсөн сәй эсереү булды. Яҡшымбәт ауыл советы башлығы байрам менән ихлас ҡотланы. Барыһы ла матур итеп йырлашып, бейешеп алдылар. Күңелдәре булған халыҡ байрамды ойошторған мәктәп директоры Самат Туйгилдинға, ауыл советы хакимиәте башлығы Юнир Сынбулатовҡа ҙур рәхмәттәр әйтеп таралышты.

Нурзилә ИСКӘНДӘРОВА
Яҡуп ауылы



Еңеү байрамы айҡанлы Аҡһары ауылында «Хазина» ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы етәксеһе Ғәлиә Мифтахова һәм клуб мөдире Айҙар Ишмөхәмәтов әҙерләгән концерт гөрләп үтте. Гөлсөм Сәлихова, Миңһылыу Шәмсетдинова, Светлана Антипина, Алина Юлдашева, Рәмил һәм Ләйсән Заһитовтар матур сығыштары менән һөйөндөрҙө. Күмертауҙан килгән Рим Сәлихов ҡурайҙа өҙҙөрөп уйнаһа, уның ҡыҙы Нәркәс ҡәртәсәһе менән бергә ижад иткән матур шиғыр һөйләне. 1-се класс уҡыусыһы Зарина Табилдина «Три танкиста», 5 йәшлек Ибраһим Ишмөхәмәтов «Катюша» йырҙары менән хайран итте. Шулай уҡ Нурия Собханғолова, Луиза Собханғолова, Гөлбикә Биктанова, Миңзиә Уразаева, Закирә Әлмөхәмәтоваларҙың сығыштары тамашасыларҙың дәррәү алҡыштарына күмелде. Шәп үтте байрам!

Гөлнара ӘЛИЕВА
Аҡһары ауылы


Читайте нас: