Все новости
Сәйәсәт
11 Мая 2018, 12:01

«ТИШЕК ҠАЛАҠ»

Ҡарт олатайым, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Миңлебай Шаһиморат улы Бикмөхәмәтовтың Германиянан алып ҡайтҡан ҡалағын һәм уның миҙалдар менән тулы костюмын ҡарт өләсәйем Разия Нәби ҡыҙы Бикмөхәмәтова бик ҡәҙерләп һаҡлай.

Ҡарт олатайым, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Миңлебай Шаһиморат улы Бикмөхәмәтовтың Германиянан алып ҡайтҡан ҡалағын һәм уның миҙалдар менән тулы костюмын ҡарт өләсәйем Разия Нәби ҡыҙы Бикмөхәмәтова бик ҡәҙерләп һаҡлай.

Тәү ҡарашҡа был ябай ғына тутыҡмай торған, тишекле ҡалаҡ. Ә төптән уйлап ҡараһаң, ул ҡалаҡҡа 75 йәш, бәлки күберәктер ҙә... Был ҡалаҡты минең ҡарт олатайым фронттан алып ҡайтҡан. Ул уны һәр ваҡыт үҙе менән йөрөткән, ул уның хәрби дуҫы кеүек булған. Бар ауырлыҡтарҙы улар бергә күргәндәр, бергә кисергәндәр. Олатайым шул ҡалаҡ менән ашаған. Немец ҡалағы булыуға ҡарамаҫтан (ул саҡтарҙа бер «немец» һүҙе генә һәр кешелә нәфрәт тойғоһо тыуҙырған), олатайым уны бер ҙә генә һуғыш яланында ҡалдырып китмәгән, ә үҙе менән бергә тыуған яғына — Ҡунаҡбайға Еңеү менән бергә алып ҡайтҡан.

Миңлебай олатайым ғаилә ҡорғас, уның балалары, хатта, ейәндәре лә талаша-талаша ошо ҡалаҡ менән ашайҙар. Беҙ барыбыҙ ҙа уны «тишек ҡалаҡ» тип йөрөтәбеҙ. Иң оло улы Зөфәр хеҙмәткә алынғас, олатайым уға ошо ҡалаҡты бетеү урынына биреп ебәрә һәм: «Был ҡалаҡ менән мин имен-һау йөрөп ҡайттым. Һине лә ул иҫән алып ҡайтһын», - ти. Ысынлап та, Зөфәр ағайым Венгрияла иҫән-һау хеҙмәт итеп, ҡалаҡты кире алып ҡайта. Шулай итеп, был ҡалаҡ бөтә илде тиерлек урап сыға. Йәл, теле генә юҡ уның, булһа, бик күпте һөйләр ине ул...

Был тишекле ҡалаҡ беҙҙең өсөн бик ҡурҡыныс көндәрҙең хәтирәһе. Ул заманды оноторға мөмкин түгел. Оноторға ярамай ҙа. Олатайҙарыбыҙ бит беҙҙең өсөн, беҙҙең киләсәк өсөн йәнен-тәнен аямай көрәшкән. Шуға күрә беҙ был турала белергә, һәр саҡ иҫләргә тейешбеҙ.

Миңлебай олатайым һуғыштағы батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, 3-сө, 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, Варшаваны, Белоруссияны азат иткәне өсөн, Берлинды алғаны өсөн һәм башҡа бик күп миҙалдар менән бүләкләнгән.

Олатайымды ауыл халҡы һәр саҡ хөрмәт итте. Ул колхоз рәйесе лә, ферма мөдире лә, бригадир ҙа булып эшләне. Ағас эше, умартасылыҡ, быйма баҫыу, гармунда уйнау кеүек һөнәрҙәрҙе лә бик оҫта башҡарҙы ул. Өләсәйем менән 7 бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Олатайыбыҙҙы хәтерләмәгән көнөбөҙ юҡ. Йыл да 9 Май көнө ҡарт өләсәйем янына йыйылып, хәтер кисәһе уҙғарабыҙ. Разия өләсәйем дә тылда эшләп, Еңеүгә ҙур өлөш индергән. Ул билдәле А.Н.Чуева бригадаһында эшләгән һәм «Бөйөк Ватан һуғышындағы маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән. Мин улар менән ғорурланам һәм ошо матур тормошобоҙ, бәхетле бала сағым, тыныслыҡ өсөн бик рәхмәтлемен!

Таңһылыу ҒӘЛИЕВА,
3-сө БРГИ-ның 5А класы уҡыусыһы


Читайте нас: