Все новости
Сәйәсәт
11 Мая 2018, 11:05

ЯҠУТТАР ҘА ЯУГИРҘӘРЕН ИҪЛӘНЕ

Яҡут мәҙәниәт йорто алдында ла Еңеүҙең 73-сө яҙын ҡаршы алыу тантанаһы үтте.

Яҡут мәҙәниәт йорто алдында ла Еңеүҙең 73-сө яҙын ҡаршы алыу тантанаһы үтте.

Байрам менән ҡотларға Көйөргәҙе районы Советы секретары Әхәт Исламғолов, район методика бүлеге етәксеһе, райондың башҡорт йәштәр ҡоролтайы рәйесе Ләйсән Аҙнабаева, Салауат Юлаев ордены кавалеры, СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Рәжәп Юлбарисов, Мораптал ауыл биләмәһенең хәрби эштәр белгесе Әлфиә Ғәлиева килде. Ҡунаҡтарыбыҙ ауылдаштарыбыҙҙы ихлас ҡотлап, Еңеү байрамының ни хәтлем ауырлыҡ менән бирелеүе хаҡында сығыш яһаны. Байрам матур концерт программаһы менән һәм тыл ветерандарына, һуғыш балаларына сәй эсереү менән тамамланды. Еңеү байрамын ойоштороуҙа ярҙам иткән “Толпар” балалар баҡсаһына, Яҡут башланғыс мәктәбенә оло рәхмәтемде еткерәм.
Читайте нас: