Все новости
Сәйәсәт
15 Мая 2018, 13:28

ҒОРУРЛАНАБЫҘ, ҘУРЛАЙБЫҘ

Кинйә-Абыҙ ауылында Бөйөк Еңеү байрамына арналған сара үтте. Был байрамға беҙ хеҙмәт ветерандарын, һуғыш йылы балаларын һәм башҡа ауылдаштарыбыҙҙы саҡырҙыҡ.

Кинйә-Абыҙ ауылында Бөйөк Еңеү байрамына арналған сара үтте. Был байрамға беҙ хеҙмәт ветерандарын, һуғыш йылы балаларын һәм башҡа ауылдаштарыбыҙҙы саҡырҙыҡ. Мәҙәниәт йортонда мәктәп уҡыусылары һәм мәктәпкәсә йәштәге балалар әҙәби-музыкаль композиция менән сығыш яһаны. Тамаша залы байрамса биҙәлгән, унда уҡыусыларҙың Еңеү көнөнә арналған һүрәттәр күргәҙмәһе, яугир ауылдаштарыбыҙҙың фотоһүрәттәр стенды урынлашҡан. Ветерандарҙы ҡотларға Свобода ауыл советы хакимиәте башлығы Сания Миңлеәхмәт ҡыҙы Сәйетбатталова һәм район мәғариф бүлеге начальнигы Ирина Ринат ҡыҙы Ибраһимова килгәйне. Улар йыйылған халыҡты байрам менән ҡотланылар. Сания Миңлеәхмәт ҡыҙы хеҙмәт ветерандарына спонсорҙар ярҙамы менән алынған күстәнәстәр таратты. Концерттан һуң уҡыусылар һәйкәлгә сәскә һалдылар, ололарҙы байрам табынына саҡырҙылар.

Розалия ХӘЛИЛОВА

Кинйә-Абыҙ ауылы


Бөйөк Еңеүҙең 73 йыллығына арналған «Үлемһеҙ полк» акцияһы беҙҙең Түбәнге Бабалар ауылында ла уҙғарылды. Был сарала бөтә ауыл халҡы, уҡыусылар ҡатнашты. Улар ауыл урамдары буйлап үҙҙәренең һуғышта ҡатнашҡан туғандарының портреттарын тотоп үтте. Мәктәптә тыл хеҙмәтсәндәре һәм һуғыш йылдары балалары өсөн сәй эсеү ойошторолдо. Уҡыусылар улар өсөн матур концерт әҙерләп күрһәтте. Яҡшымбәт ауыл советы хакимиәте башлығы Юнир Ирек улы Сынбулатов барлыҡ ауыл халҡын оло байрам менән тәбрикләне.

Гөлназ ӘХМӘТОВА

Түбәнге Бабалар ауылы


Йыл да май байрамдары етеү менән күңел ниндәйҙер аңлатып бөтә алмаҫлыҡ әрнеү, хәүеф һәм шул уҡ ваҡытта халҡыбыҙ өсөн ғорурлыҡ тойғолары кисерә. Бөйөк Ватан һуғышы илебеҙҙең бер генә ғаиләһен дә урап үтмәне бит. Беҙҙең бурыс — ошо Еңеү яулау тарихын балаларға һәм киләсәк быуынға еткереү. Бөйөк Еңеү байрамы уңайынан Мораптал китапханаһы һәм ирекмәндәр «Тыныслыҡ күгәрсендәре» тигән матур акция ойошторҙо.

Земфира ДӘҮЛӘТСУРИНА
Яңы Мораптал ауылы


Читайте нас: