Все новости
Сәйәсәт
5 Июня 2018, 13:07

ЛАЙЫҠЛЫЛАРҒА ТАУЫШ БИРҘЕЛӘР

2018 йылдың 9 сентябрендә Башҡортостан Республикаһы алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға депутаттар һайлауы үтәсәк. Үткән йәкшәмбе ошо буласаҡ һайлауға “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһынан кандидаттар араһында праймериз үтте.

2018 йылдың 9 сентябрендә Башҡортостан Республикаһы алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға депутаттар һайлауы үтәсәк. Үткән йәкшәмбе ошо буласаҡ һайлауға “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһынан кандидаттар араһында праймериз үтте.

Ҡалабыҙҙа һәм районыбыҙҙа ла һайлауҙар әүҙем барҙы. Күмертауҙан кандидатлыҡҡа барлығы 11 кеше бәхетен һынаһа, Көйөргәҙе районынан (бында бер беҙ түгел, тағы ла Федоровка районы, өлөшләтә Мәләүез, Стәрлебаш райондары ла инә) 13 кандидат депутат булырға теләне.

Район буйынса һайлауҙа халыҡтың 14 проценты ҡатнашты. Иң күп тауышты БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм территориаль үҫеш буйынса комитет рәйесе Рузалия Хисмәтуллина йыйҙы – 88 процент. Башҡортостан ветерандар Советы етәксеһе Валерий Шәриповҡа 45 процент, райондың физкультура, спорт һәм туризм буйынса комитеты рәйесе Василий Копыловҡа 9 процент һайлаусы ышаныс белдерҙе.

Ә ҡала буйынса һайлауҙа 15,3 процент кеше ҡатнашты. Шуларҙың иң күп тауыш йыйғаны БР торлак-коммуналь хужалығы министры, яҡташыбыҙ - Сергей Афонин. Уның өсөн 73,45 процент тауыш бирелгән. Икенсе урынға 51,15 процент менән “Акрополь” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Хәйҙәр Ғайсин сыҡҡан. Иң күп тауыш йыйған дәғүәселәр кандидаттар исемлегенә индерелә, һәм «Берҙәм Рәсәй» уларҙы 9 сентябрҙәге һайлауға сығарасаҡ.



Константин ТОЛКАЧЕВ, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы —Ҡоролтай рәйесе:

- Башҡортостанда 662 иҫәп участкаһы эшләне, уларҙың 77-һе – Өфөлә. Праймеризда Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға барырға теләп, 584 кеше ҡатнашты. Уларҙың барыһы ла хөкөмгә тарттырылмау тураһында белешмәне үҙ эсенә алған тулы документтар пакетын тапшырып ҡына ҡалманы, ә ике дебатта ла ҡатнашты. Праймериз алдынан кандидаттар округта йәшәүселәр, йәмәғәт ойошмалары менән осрашыуҙар ҙа үткәрҙе.

Республика халҡы үҙҙәренең тауыштарын Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтайға “Берҙәм Рәсәй” партияһынан лайыҡлы тип һанаған кандидаттар өсөн бирҙе. Һайлаусылар һаны дөйөм алғанда 13,4 процент тәшкил итте. Быйыл республикабыҙҙа беренсе тапҡыр электрон рәүештә тауыш биреү ҙә булды. Был хоҡуҡ менән барлығы 15 мең тирәһе кеше ҡулланды. Ғөмүмән, тауыш биреүҙә һайлаусылар бер нисә фамилияның ҡаршыһына билдә ҡуя алды.


Читайте нас: