7 июндә Ил Президенты Владимир Путин тура эфирҙа Рәсәй халҡының һорауҙарына яуап бирҙе. Ул 4 сәғәт тә 20 минут эсендә 79 һорауға яуап бирергә өлгөрҙө. Бындай «Тура бәйләнеш» 16-сы тапҡыр уҙғарыла.
Мөрәжәғәттәрҙең бер өлөшөн дәүләт башлығы үҙе һайлап уҡыны. Улар иҡтисадҡа, экологияға, инфраструктураны үҫтереүгә арналды. 12 һорау – иҡтисади мәсьәләләргә, 7-әү – Рәсәйҙең эске сәйәсәтенә, 8 – халыҡ-ара мәсьәләләргә (Рәсәйҙең АҠШ һәм Бөйөк Британия менән мөнәсәбәттәренә, Украинаны көйләү мәсьәләләренә, Балтия, Сүриә илдәрендә рус телле халыҡтың хәленә), 1-шәр – спортҡа, космонавтиканы үҫтереүгә, 3-әү – медицина проблемаларына, 5-әү – социаль сәйәсәткә, 2-әү – экологияға, 2-әү армияға һәм оборона-сәнәғәт комплексына ҡағылды. Тағы 7 блиц һорау шәхси сифатта булды. Дәүләт башлығына дөйөм мөрәжәғәттәр һаны 2,5 миллионға барып етте.
Владимир Путинға тәүге һорау Рәсәйҙең бөгөнгө хәле, торошо тураһында булды. «Ҡара һыҙаттанмы, аҡ һыҙаттан барабыҙмы?» тигән һорауға президент «Һуңғы ваҡытта иҡтисадтың бөтә тармаҡтарында үҫеш күҙәтелә. Шуға аҡ һыҙатҡа табан барабыҙ», - тигән яуап ҡайтарҙы дәүләт башлығы.
«Тура бәйләнеш» форматы үҙгәрҙе. Быға тиклем президент граждандарҙың барлыҡ мөрәжәғәттәренә үҙе яуап бирә ине. Быйыл ул тәғәйен һорау, мөрәжәғәт йәки ялыуҙарҙы тура бәйләнеш ярҙамында министрҙар, төбәк башлыҡтары, чиновниктарға ла күсерҙе. Күптәрҙе борсоған бензин ҡиммәтләнеүе тураһында һорау бирелде. Владимир Путин энергетика министры А. Новак менән вице-премьер Д. Козактан аңлатма һораны. Дмитрий Козак әйтеүенсә, нефть компаниялары менән һөйләшеү үткәрелгән. Бензинға хаҡты арттырмаҫҡа ҡарар ителгән. Хөкүмәт яғыулыҡ баҙарында хаҡтар үҙгәрешен етди контролгә ала.
Владимир Путин Рәсәйҙең иҡтисади хәленә, Алыҫ Көнсығыш гектары программаһы үтәлеше, күп балалы ғаиләләрҙе ер участкалары менән тәьмин итеүгә бәйле һәм башҡа һорауҙарға яуап биреп өлгөрҙө. Тышҡы сәйәсәт тә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Владимир Путиндан: «3-сө Донъя һуғышы башланасаҡмы?» - тип тә һоранылар. «3-сө Донъя һуғышы цивилизацияны юҡҡа сығарасаҡ. Был хәүеф халыҡ-ара аренала дөрөҫ йүнәлештә эш алып барыу мөһимлеген билдәләй, хәрби державалар үҙ-ара хеҙмәттәшлекте инҡар итергә тейеш түгел», - тине дәүләт башлығы.
Тура линия барышында торлаҡ төҙөлөшөндә алданған өлөшсөләргә ярҙам итеү һәм ипотеканы кәметеү буйынса ла һорау бирелде. В. Путин әйтеүенсә, Хөкүмәт алдында ҡуйылған төп бурыс – ул ипотека ставкаһын 7 процентҡаса кәметеү. Путин торлаҡ һәм ипотекаға бәйле һорауҙы Рәсәй Хөкүмәтенең Беренсе вице-премьеры – Финанс министры Антон Силуановҡа ла йүнәлтте. Уның әйтеүенсә, балалы ғаиләләр өсөн ипотека кәмейәсәк.
Ил башлығы менән тура эфирҙа экранда «уңайлы булмаған һорауҙар» ҙа күренгеләне. Мәҫәлән:
«Һеҙ бик күп йылдар властәһегеҙ. Һеҙ беҙҙә күптән инде монархия булыуын тоймайһығыҙмы?»;
«Чубайс — ҡәҙерле дәүләт ресурсымы, әллә Тыуған илгә хыянатсымы?»;
«Ҡасан Рәсәй Рәсәйҙең үҙе өсөн аҡса бүлә башлаясаҡ?»;
«КПСС-тың аҡсаһы һәм алтыны ҡайҙа булған? Улар эҙһеҙ юғалдымы ни?»;
«Нишләп беҙҙә банандар алманан 2 тапҡырға арзаныраҡ? Беҙ банан илеме әллә?»;
«Һеҙҙең хөкүмәт һәм дерипаскиларығыҙ яхталар һәм Фаберже йомортҡалары өсөн бар халыҡты талай»;
«Премьер, илдә аҡса юҡ, ти. Ә Дәүләт банкы башлығы илдә аҡса күп, ти. Улар төрлө илдәрҙә йәшәйҙәрме ни?»
«Тура бәйләнеш»тең ҡыҫҡаса йомғаҡтары:
1. Властәр бензинға хаҡ күтәрмәү сараларын күрә;
2. Пенсия йәшен арттырыу һорауын хөкүмәт хәл итәсәк;
3. Рәсәй хәрбиҙәре әлегә Сүриәне ташламаясаҡтар;
4. Килем һалымы артмаясаҡ, сауҙа өсөн һалым кертелмәйәсәк;
5. Ипотека ставкаһын 7 процентҡаса кәметеүҙәре бар;
6. Мәскәү Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларына ярҙам итеүҙе дауам итәсәк;
7. Рәсәй космосҡа осоуҙар һаны буйынса лидерлыҡты ҡайтарырға тейеш;
8. Рәсәйгә әлегә Youtubе һәм Instagram блокировкаланыуы янамай;
9. Владимир Путинға алмашҡа килеүсене Рәсәй халҡы үҙе билдәләйәсәк.