Все новости
Сәйәсәт
29 Июня 2018, 12:50

ТӨРЛӨ ҺОРАУҘАР БИРЕЛДЕ

Үткән шаршамбы көндө районға РФ Дәүләт Думаһы депутаты Рәмзил Ишһарин килде. Ул халыҡты борсоған һорауҙары менән ҡабул итте, “Берҙәм Рәсәй” партияһы активы һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәре менән күреште.

Үткән шаршамбы көндө районға РФ Дәүләт Думаһы депутаты Рәмзил Ишһарин килде. Ул халыҡты борсоған һорауҙары менән ҡабул итте, “Берҙәм Рәсәй” партияһы активы һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәре менән күреште.

Депутатҡа төрлө һорауҙар бирелде: инвалидлыҡ юллау, юл төҙөү, халыҡты һыу менән тәьмин итеү. Шулай уҡ бер кеше туған телдәрҙе уҡытыуға ҡағылышлы һорауын да яңғыратты: ниңә һеҙҙең партия туған телдәр закон проектына ҡаршы тауыш бирҙе? Абдул клубына ремонтҡа партия тарафынан 185 мең һум аҡса бүленгәйне, депутатҡа ошо хаҡта ла һүҙ әйтеп алдылар.

Иң ҡыҙығы пенсия йәшен оҙонайтыуға ҡағылышлы закон проекты хаҡында һөйләшеү булды. Рәмзил Ишһарин пенсияға һуң сыға башлаһаҡ, был пенсия системаһын тотороҡло итәсәк тине (аҡса барыһына ла етәсәк) һәм пенсионерҙарҙың аҡсаһы күбәйәсәк, тип ҡыуандырҙы. Шулай уҡ пенсия йәшен оҙайтыуҙы категориялар буйынса ҡарарға кәрәклеген дә әйтте. Сөнки кабинетта ғына ултырып эшләү менән ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең эшен сағыштырып булмауын һыҙыҡ өҫтөнә алды депутатыбыҙ.


Читайте нас: