Рәсәй Президенты Владимир Путиндың пенсия реформаһы буйынса ил граждандарына телевидение аша мөрәжәғәтенән һуң «Юшатыр» гәзите редакцияһы ҡайһы бер гәзит уҡыусыларыбыҙҙың был мәсьәләгә ҡарата фекерҙәрен белеште.
Зифа ИСМӘҒИЛЕВА, «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының Көйөргәҙе
урындағы бүлеге етәксеһе:
- Рәсәй Президенты Владимир Путиндың пенсия реформаһы закон проектына бәйле пенсия реформаһын йомшартыу буйынса тәҡдимдәре менән ентекле таныштым. Миңә айырыуса хаҡлы ялға сығырға бер нисә йыл ҡалған граждандарға пенсияға ярты йылға алдан сығырға тигән тәҡдиме ныҡ оҡшаны. Сөнки хәҙерге ваҡытта был йәштәгеләр - әлеге үҙгәрештәрҙе иң ауыр ҡабул итеүселәр, был улар өсөн ысын-ысындан шок, стресс. Һәр кем дә, олоғайғас, пенсияға ҡасан сығырын көтөп, хатта ҡайһы берәүҙәр, айҙарын, көндәрен һанап йөрөй бит. Ҡапыл килеп уларҙың бына шундай хәлгә тарыуы аяныс.
Ә үҙемә килгәндә, мин әле йәш, пенсия тураһында уйларға иртә. Эшләргә лә эшләргә әле. Кем белә, бәлки, минең, Алла бирһә, биш балам булып, пенсияға ваҡытынан алда ла сығырмын.
Василий КОПЫЛОВ, район Хакимиәтенең физкультура, спорт һәм туризм буйынса комитеты рәйесе:
- Ил лидерының сығышын һоҡланып тыңланым. Президенттың ил хәлдәрен шул хәтлем тәрән белеүе таң ҡалдырҙы. Ябай ауыл кешеһенән алып төрлө ҡатлам кешеләренең нисек йәшәүен, ни менән тын алыуын яҡшы тоя. Мәҫәлән, аграр секторҙы эшләгәнде ҡала эшсеһе менән сағыштырып булмай, крәҫтиәнгә 25% өҫтәмә түләргә тигән күңелгә хуш килде.
китапханалар системаһы директоры,
Күмертау ҡала башҡорттары
башҡарма комитеты рәйесе:
- Президент пенсия реформаһын йомшартыу буйынса, әлбиттә, күп кенә тәҡдимдәр әйтә. Уның льготалары өсөн рәхмәт. Закон ҡабул ителгәндә уларҙың барыһы ла иҫәпкә алыныр, тип уйлайым.
Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың пенсия йәшен 60 йәшкә ҡалдырыу тураһындағы тәҡдим менән тулыһынса килешәм, ә бына ир-аттарыбыҙҙың киләсәктә 65 йәшкә тиклем эшләп йөрөүе йәл. Сөнки көслө зат тигәндәребеҙ оҙаҡ йәшәмәй бит. Күбеһе пенсия йәшенә лә етмәй вафат була. Шуға күрә ир-аттарға пенсияға сығыу йәшен 63 йәшкә тиклем ҡалдырырға кәрәк ине.
Земфира УСМАНОВА, 3-сө БРГИ-ның
- Президенттың пенсия йәшен ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға - 60, ир-аттарыбыҙға 65 йәшкә тиклем арттырырға тәҡдим итеүе ҡаршылыҡлы уйҙар уята. Сөнки хеҙмәт ауырлығы буйынса төрлө һөнәр кешеләре бар. Әйтәйек, уҡытыусыларға 25 йылдан һуң юҡҡа ғына өҫтәмә түләүҙәр тәғәйенләнмәй бит. Эштәре ауыр. Ауылда ла эш еңелдән түгел. Шуға күрә ауыл халҡының һаулығы тиҙ бөтә. Бына минең әсәйем хәҙер 72 йәштә, ул ғүмер буйы һауынсы булып эшләне. Пенсия йәше етеү менән, фермала бер көнгә лә эштә ҡалманы, шунда уҡ хаҡлы ялға китте, сөнки һаулығы артабан эшләргә мөмкинлек бирмәне.
Фәнир МАЛБАЕВ, Көйөргәҙе районының «Мәрхәмәтлек фонды» директоры:
- Пенсия закондарына үҙгәрештәр керетеү көнүҙәк мәсьәләгә әүерелде, төрлө ерҙә төрлөсә шау-шыу ҡупты. Ошондай көсөргәнешле мәлдә ил башлығы бар яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыуы шатландырҙы. Пенсия йәшен арттырыу өлгөрөп еткән мәсьәлә икән, тимәк, ҡасандыр был үҙгәрештәр булырға тейеш ине. Бына мин 68-гә етһәм дә, һаман поста, һаман тик ятҡы килмәй, башҡаларға ла шулай булырға яҙһын.
Ләйсән АҘНАБАЕВА, район методика
- Ил Президентының тәҡдимдәре төрлө уйҙар уята, әлбиттә, шулай ҙа, башлыса, хуплайым. Айырыуса миңә Путиндың ҡатын-ҡыҙҙарҙың пенсия йәшен кәметергә тәҡдим итеүе оҡшаны. Күп кешеләр хәҙер пенсияға сыҡҡас та эшләүен дауам итә. Тимәк, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ 60 йәшкә, ир-аттарыбыҙ 65 йәшкә тиклем эшләй ала, һаулыҡтары бындай мөмкинлек бирә, тип уйлайым. Пенсия йәше арттырылһа ла, ваҡытынан алда хаҡлы ялға сығыу өсөн Президент байтаҡ ҡына льготалар тәҡдим итә. Граждандарыбыҙ уларҙан һис шикһеҙ файҙаланасаҡ, әлбиттә. Мәҫәлән, ауылда эшләмәгән пенсионерҙар өсөн страховка пенсияһының билдәләнгән күләменә 25 процент өҫтәмә индерелеүе бик тә дөрөҫ. Шулай уҡ ваҡытынан алда пенсияға сығыу өсөн стажды кәметеү тәҡдиме лә урынлы.