Все новости
Сәйәсәт
16 Октября 2018, 14:21

ҮҘ ТЕЛӘГЕ МЕНӘН КИТТЕ

11 октябрҙә БР Башлығы Рөстәм Хәмитов үҙ теләге менән вазифаһынан ваҡытынан алда китеүе тураһында белдерҙе.

11 октябрҙә БР Башлығы Рөстәм Хәмитов үҙ теләге менән вазифаһынан ваҡытынан алда китеүе тураһында белдерҙе.


Төбәк башлығы вазифаһында Рөстәм Хәмитов һигеҙ йыл эшләне. Уның әйтеүенсә, яңы командаға йәмғиәттә абруй яулап, киләһе һайлауға әҙерләнергә ваҡыт кәрәк, шуға күрә вазифаны бушатыу тураһындағы ҡарарҙы ул әле үк ҡабул иткән. Рөстәм Хәмитов республикала тыныслыҡты һаҡлап ҡалыуҙың мөһимлеген, ә халыҡ мәнфәғәттәренең барыһынан өҫтөн булырға тейешлеген билдәләне. Ул артабан сәйәсәт менән шөғөлләнмәйәсәге, ә ваҡытын фән өлкәһенә сарыф итәсәге хаҡында белдерҙе.

«Башҡортостан кеүек Федерация субъекты башлығы эше ҙур тырышлыҡ, көс, яңы идеялар талап итә. Бындай эшкә тәү сиратта яңы, йәш быуындың көсө етә. Хәҙерге донъяла үҙгәрештәр тиҙ бара, уларға, шул иҫәптән кадрҙар сәйәсәтенә ярашлы булырға кәрәк.

Ни өсөн мин яҙын түгел, ә хәҙер отставкаға сығырға булдым? Яңы команда эш менән танышыу, республика халҡы алдында абруй яулау, 2019 йылдың сентябрендә уҙасаҡ һайлауҙарға әҙерләнеү өсөн ваҡыт кәрәк. Әле үк киләһе алты йылға ил Президенты ҡуйған бурыстарҙы үтәү буйынса эште төҙөү мотлаҡ. Республикала күсәгилешлекте һәм тыныслыҡты һаҡларға кәрәк», - тине ул үҙ белдереүендә.
Читайте нас: