Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең Указы менән Радий Хәбировты Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләне.
Радий Фәрит улы Хәбиров 1964 йылдың 20 мартында Ишембай районының Һайран ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлаған. Хеҙмәт юлын 1981 йылда Ишембай транспорт машиналары эшләү заводында башлай. 1988-1992 йылдарҙа БДУ-ның юридик факультетындағы дәүләт хоҡуғы һәм совет төҙөлөшө кафедраһы ассистенты. 1993-2003 йылдарҙа БДУ-ның өлкән уҡытыусыһы, доценты, юридик факультеты деканы урынбаҫары. Хоҡуҡ институты директоры була. 2003-2008 йылдарҙа - БР Президенты Хакимиәте етәксеһе. 2008 йылда - Рәсәй Президентының Эске сәйәсәт идаралығындағы Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы һәм сәйәси партиялар менән үҙ-ара эш итеү департаменты директоры. 2009 йылдан 2016 йылға тиклем Рәсәй Президентының Эске сәйәсәт идаралығы начальнигы урынбаҫары булып эшләй. 2017-2018 йылдарҙа Мәскәү өлкәһенең Красногорск ҡала округы башлығы.
Юридик фәндәр кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. Рәсәй Федерацияһы Президентының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән, Ҡырым Республикаһының «Бурысҡа тоғролоҡ» ордены менән наградланған.
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайында Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән таныштырҙы. Был сарала Радий Хәбиров үҙенең тәүге указы менән республиканың уға тиклемге етәксеһе Рөстәм Хәмитовты һигеҙ йыл дауамындағы хеҙмәте өсөн «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены менән наградланы.
Радий Фәрит улы артабанғы эше барышында 1990-2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһына етәкселек иткән тәүге Президент Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов менән эшлекле осрашыу үткәрҙе. Ул, М. Рәхимов үҙенең уникаль тәжрибәһен халыҡтың тормошон яҡшыртыу маҡсатында йәмәғәтселекте туплау өсөн уртаҡлашыр, тигән ышаныс белдерҙе.
Радий Хәбиров шулай уҡ Рәсәй мосолмандарының диниә назараты үҙәге рәйесе, Баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин һәм Рус православие сиркәүенең Мәскәү патриархаты Башҡортостан митрополияһы башлығы, Өфө һәм Стәрлетамаҡ митрополиты Никон менән осрашты. Ул, эшен дауам итеп, Өфө дәүләт нефть техник университетының йәштәр технопаркында булды, «Башнефть» компанияһының эше менән яҡындан танышты.
Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙағы үҙе менән таныштырыу сараһында сығыш яһап: «Бөтә тырышлығыбыҙҙы туплағанда ғына республиканы артабан да үҫтереү бурысын атҡарып була. Закондар сығарыу, башҡарма, хоҡуҡ һаҡлау власть тармаҡтары көсөн, муниципалитеттар башлыҡтары эшмәкәрлеген берләштереп кенә уңышҡа өлгәшә алабыҙ. Эшебеҙҙе дүрт миллионлы республика халҡы мәнфәғәтенән, һәр граждан мәнфәғәтенән сығып төҙөргә тәҡдим итәм. Эште күп йылға алға ил үҫеше стандарттарын билдәләгән Рәсәй Президенты указдарына таянып төҙөйбөҙ. Эште асыҡлыҡ, законлылыҡ, эш урынында һәр ҡайһыбыҙҙың һөҙөмтәлелеге нигеҙендә төҙөргә тәҡдим итәм», - тине.