Все новости
Сәйәсәт
16 Октября 2018, 14:12

ЯҠШЫҒА ЮРАЙЫҠ

Радий Хәбировтың Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнеүе уңайынан гәзит уҡыусыларының фекерҙәрен һәм яңы етәксегә ниндәй өмөттәр бағлауҙарын белештек.

Радий Хәбировтың Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнеүе уңайынан гәзит уҡыусыларының фекерҙәрен һәм яңы етәксегә ниндәй өмөттәр бағлауҙарын белештек.


Рәмил ТУҠАЕВ, Киров исемендәге хужалыҡ етәксеһе:

- Әлегә нимә тип әйтергә инде. Мортаза Рәхимов президент булғанда үҙаллылыҡ ныҡ һиҙелде, аҙаҡ Рөстәм Хәмитов республика Башлығы булып эшләй башлағанда былар барыһы ла юғалды. Рөстәм Зәки улын мин шунда уҡ ниңәлер Мәскәүҙән ваҡытлыса ғына килеүсе тип ҡабул иткәйнем. Рөстәм Хәмитов үҙ миссияһын үтәне инде, республикабыҙ яланғасланып ҡалғандай булды. Бер һүҙ менән әйткәндә, әлегә береһен дә маҡтап, береһен дә яманлай алмайым.

Башлыҡ вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа ауырыраҡ булыр, шулай ҙа уңыштар теләйек үҙенә. Эшенең тәүге көнөндә үк, ауыл хужалығына иғтибар бирер кәрәк, тигән һүҙ ишетелеп ҡалды. Был бары һүҙҙә генә тороп ҡалмаҫ, тип ышанабыҙ. Иң мөһиме лайыҡлы эш хаҡы булһын. Инфраструктураны ҡарайҙар, ауылдарҙа яңы биналар төҙөлөп, асфальт түшәлеп тә эш хаҡы түләмәйҙәр икән, барыбер унда халыҡ ҡалмаясаҡ. Ошо матур асфальтле урамдарҙа өйҙәр буш ултырып ҡала икән, матурлыҡтан ни файҙа? Ә лайыҡлы эш хаҡы алып йәшәйҙәр икән, йәшел үлән үҫкән ерҙән дә атлап йөрөп була. Эшләйем, тип тырышып ятҡан кешеләрҙе күрә белеп ярҙам итһендәр ине. Эш биреүселәргә, фермерҙарға төрлө субсидиялар бүленһен. Ауыл хужалығын алғанда ла, ашлыҡҡа хаҡ төшә, ә яғыулыҡ-майлау материалдарына хаҡ арта, техникаға запчастәр ҙә бик ҡиммәт. Инфраструктураны ғына ҡарамаһындар, ә лайыҡлы эш хаҡы түләрлек мөмкинлектәр булдырһындар ине. Асфальттән йөрөп кенә тамаҡ туймай бит.

Шуға Башлыҡ вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы яңғылыш юлдан китмәһен, ә уға дөрөҫ кәңәш бирерлек команда туплауын теләйем.

Раил ӘБДРӘШИТОВ, райондың почетлы гражданы:

- Был үҙгәреште ыңғай баһалайым. Аҙаҡҡы ваҡыттарҙа республикабыҙҙа продуктив эштәр башҡарылманы, тиһәм дә, хата булмаҫ. Ермолаеволағы спирт-араҡы заводын ғына алып ҡарағанда ла был асыҡ миҫал. Заводты яптырмаҫҡа, тип күпме тырыштым: хат та яҙҙым, барҙым да, комиссия ла саҡырҙым, тик барыбер бер нәмә лә хәл итә алманылар.

Башлыҡ вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа килгәндә, ул - республикабыҙҙы белгән, тәжрибәле кеше. Шулай булғас, уның менән эштәр ыңғай булыр, яҡшы үҙгәрештәр көтөлөр, тип өмөтләнәм.

Әлфиә ШӘМИҒОЛОВА, Күмертау башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе:

- Республикабыҙҙа Башлыҡ алмашыныуы яҡшы күренеш, тип уйлайым. Ниндәй генә яңылыҡ булһа ла, яҡшыға булһын. Барыһы ла һәйбәт буласағына ышанам. Башлыҡ вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров - йәш кеше, төрлө яҡлап үҫешкән. Төрлө өлкәлә эшләгәс, тәжрибәһе лә ҙур уның. Киләсәктә республикабыҙҙы алға сығарыр, беҙ ҙә уға был эштә ярҙам итербеҙ, тип уйлайым.

Светлана ТУРАЕВА, Күмертау мәҙәниәт идаралығы начальнигы:

- Республикабыҙ көнөндә ошондай үҙгәреш насарға булмаҫ, тип ышанам. Республиканың Башлыҡ вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың тыуған ауылында миңә күп булырға тура килде. Ул ауылда бик мәрхәмәтле кешеләр йәшәй, шулай булғас, Радий Фәрит улы ла кешелекле һәм илһөйәр кешелер, тип уйлайым. Яңы Башлыҡ вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы килеү менән, онотолоп ҡалған телдәр тураһындағы закон да иғтибарға алыныр, тип көтәм.
Читайте нас: