Все новости
Сәйәсәт
30 Октября 2018, 14:54

ӨМӨТ-ЫШАНЫС-ҠЫУАНЫСТАР

Республикаға яңы етәксе килеү менән (әлегә ваҡытлыса тип аталһа ла), Башҡортостан ҡырмыҫҡа иләүенә таяҡ тыҡҡандай булып геүләште – әйтерһең, ошоңарса барыһы ла йоҡлап ятҡан да ҡапыл ғына уларҙы уятҡандар, һәм улар күҙҙәрен асып ебәреү менән, барлыҡ проблемаларҙы күреп ҡалғандар.

Республикаға яңы етәксе килеү менән (әлегә ваҡытлыса тип аталһа ла), Башҡортостан ҡырмыҫҡа иләүенә таяҡ тыҡҡандай булып геүләште – әйтерһең, ошоңарса барыһы ла йоҡлап ятҡан да ҡапыл ғына уларҙы уятҡандар, һәм улар күҙҙәрен асып ебәреү менән, барлыҡ проблемаларҙы күреп ҡалғандар. Ошоңарсы һеҙ ҡайҙа булдығыҙ ул, тип һорағы килә кинәт кенә шәбәйеп киткән кешеләрҙән. Радий Хәбировты, дөрөҫөн әйткәндә, халыҡ күптән көтә ине (һәр хәлдә күптәр көттө). Ул ҡайтыу менән ҡалайыраҡ эшләргә йыйыныуын күрһәтте, ярамһаҡ, ике йөҙлө кешеләрҙе ене һөймәгәне аңлашылды. Рәхимов, Сарбаев, Хәмитов кешеләре тигән айырыу булмаясаҡ тигәне лә шатландырҙы – беҙҙә электән килә ул бындай ғәҙәт, был шуның кешеһе, был быныҡы, ошо кешеләр араһындағы алыш, кресло бүлешеүҙәр арҡаһында халыҡ зыян күрҙе, тегеләр һуғыша, ә халыҡ ситтән генә үҙ бәләләренә күмелеп ҡарап тора. Бәләләр тигәндән, ҡалай күп икән улар беҙҙә, әл дә Радий Фәрит улы килде, халыҡты иң күбе нимә борсоғанын, юҡһа, белмәҫ тә инек. Юлдар, эш булмағанлыҡтан, Себерҙә йөрөгән республика кешеләре («Юшатыр»ҙы был һорау күптән борсой. Татарстандан ситтә йөрөгәндәр һаны 26 мең, Силәбенән 20 мең, ә Башҡортостандан 110 мең самаһы), һыу, ут, торлаҡ, дауаханалар...

Р. Хәбировтың Урал аръяғындағы сәфәрен ҡыҙыҡ кино ҡарағандай ҡараныҡ. Урындағы түрәләр алдан һыҙған юлдан бармай, йәне теләгән һуҡмаҡтан китеүе айырыуса ҡыуаныс уятты. Беҙҙә бит нисек була. Башлыҡ килер булһа, аҙна-ун көн элек уның ҡайҙа барыры, кем менән осрашыры, теге кешенең Башлыҡҡа нимә әйтере, кем юлда пирәжкиме-нимә бешереп ҡаршы алып тороро билдәле. Республика етәксеһе үтер юлды, билдәле, ялтлатып ҡуялар. Улай-былай тәнҡит һүҙе әйтер кеше була икән районда, уны алдан уҡ изолировать итергә тырышалар – йөрөмәһен донъя бутап. Ә халыҡ бындай күренеш менән риза түгел, күбеһе, әлбиттә, әйтер һүҙен әйтергә ҡурҡа, кемдер уның өсөн сығып әйтергә тейеш, тип уйлай, шулай ҙа, Башлыҡ, мәҫәлән, Фәлән ауылға барғансы ул йәшәгән Төгән ауылға килһә, бындағы батҡаҡҡа батҡан юлды, эшһеҙлекте, фельдшер булмауын күрһә, ҡалай шәп булыр ине, тип уйлай.

Ҡыҫҡаһы, Р. Хәбировтың Әбйәлил, Баймаҡ яҡтарында халыҡ менән күҙмә-күҙ осрашыуы, кемдеңдер йортона кереп сәй эсеп сығыуы ҙур өмөттәр уята, Потемкин ауылдарын ҡарап ҡына хушһынып ултырыу заманы, бәлки, бөтөр?

Бына әлегә ошондай өмөт-ышаныс-ҡыуаныстар. Беҙҙең яҡтарға ла килер Радий Фәрит улы, көттөрмәҫ, уның сәфәренән яҡшылыҡ ҡына көтәбеҙ. Һорауҙар беҙҙең дә бар. Мәҫәлән, нилектән һин дә мин эшләп ятҡан 350 кешегә эш биргән, район бюджетын тултырған спирт заводын япты ла ҡуйҙылар? МТС та МТС тип нисәмә йылдар кәпәс сөйҙөк, ә ул банкрот тине лә, беҙҙе ярыҡ ялғаш алдында ҡалдырҙы ла китте, ҡасандар «Забарив АГРО» тип аталғанына ла һорауҙар бар.

(Мыңарсы күтәрелмәне түгел, күтәрелде был һорауҙар, хаттар ҙа яҙылды, әммә ыңғай яуап алынғаны, кемдеңдер килеп ысын ярҙам күрһәткәне булманы).

Нилектән яңы башлыҡтың килеүе ажиотаж тыуҙырҙы? Бәлки, быға тиклем бер нисә йылдар инде республикала ысын хужа булмағанлыҡтандыр. Бик ышанабыҙ: Радий Хәбиров йортондағы тәртип, таҙалыҡ, татыулыҡ өсөн көрәшкән ысын хужа булыр, беҙ - балаларын - йәберләүгә юл ҡуйҙырмаҫ, ошо уҡ балаларҙың ситтәрҙә бәрелеп-һуғылып йөрөүен дә бөтөрөр. Юҡһа, Хужаһыҙ йәшәү ялҡытты...
Читайте нас: