Все новости
Сәйәсәт
2 Ноября 2018, 10:52

БИРГӘНДЕ АЛА ЛА БЕЛ

26 октябрҙә Президент Владимир Путин Рәсәйҙә Туған телдәрҙе һаҡлау һәм өйрәнеү фондын булдырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы Шул уҡ көндө үҙ көсөнә ингән документҡа ярашлы, Рәсәй Мәғариф министрлығына һәм Милләттәр эше буйынса федераль агентлыҡҡа илдәге халыҡтарҙың туған телен һаҡлау һәм өйрәнеү фондын булдырыу бурысы йөкмәтелде.

26 октябрҙә Президент Владимир Путин Рәсәйҙә Туған телдәрҙе һаҡлау һәм өйрәнеү фондын булдырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы Шул уҡ көндө үҙ көсөнә ингән документҡа ярашлы, Рәсәй Мәғариф министрлығына һәм Милләттәр эше буйынса федераль агентлыҡҡа илдәге халыҡтарҙың туған телен һаҡлау һәм өйрәнеү фондын булдырыу бурысы йөкмәтелде.


Указда, Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының туған телдәре Рәсәй дәүләтенең милли байлығы һәм тарихи-мәҙәни мираҫы булып тора, тип әйтелә. Президенттың был ҡарары илдең этник, мәҙәни төрлөлөгөн һаҡлауға ҙур өлөш индерә. Әлеге фонд киләһе йылдан эшләй башлар тип көтөлә.

- Уның эшмәкәрлеге киң йәмәғәтселек өсөн асыҡ рәүештә аңлайышлы алып барылырға тейеш. Ойошманың попечителлек советына һәм идаралығына төрлө этностарҙың мәнфәғәтен яҡлаған абруйлы белгестәрҙең инеүе лә мөһим, – тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. - Фонд федераль бюджеттан аҡса бүлеү, ирекле иғәнәләр, ябай кешеләрҙең ярҙамы һәм башҡа сығанаҡтар иҫәбенә тулыландырыласаҡ. Указға ярашлы, ведомство-учреждениеларға өс ай эсендә Фондтың уставын өйрәнергә һәм тәҡдимгә индерергә ҡушыла.

Рәсәй Хөкүмәте алдында уның идаралыҡ итеүсе органдарын һәм попечителдәр советын, Фондҡа тапшырыласаҡ мөлкәттең исемлегенә әҙерләү йөкмәтелгән.

Был турала ҡала һәм район халҡының фекерҙәрен һорашып, байтаҡ кешегә шылтыраттыҡ, ләкин әлегә күбеһе фонд хаҡында йә ишетмәгән, йә аңламай.

- Юлай ИШМӨХӘМӘТОВ, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе:

- Бер яҡтан указды ыңғай баһалап була, әммә, икенсе яҡтан, фонд булдырыу ул закон түгел бит. Фонд ойоштороп, кемгәлер гранд биреп кенә туған телдәр проблемаһын хәл итеп булмай. Мотлаҡ туған телде уҡыу тигән һүҙ түгел, теләй икән, уҡыһын, теләмәһә, юҡ, тигән һымаҡ сыға. Бындай грандты бер мәктәп, йә бер уҡытыусы алыр, ә ҡалғандар нимә эшләр һуң? Әгәр туған телдәрҙе һаҡлап ҡалырға уйлайҙар икән, фонд, гранд ҡына ярҙам итмәйәсәк. Балалар баҡсаһында, мәктәптә мотлаҡ милли телдәр уҡытылырға тейеш.

Земфира БАЙБУЛАТОВА, ҡаланың 5-се һанлы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:

- Тел бөтмәһә, ил бөтмәй тигән кеүек, туған телдәрҙе нисек кенә булһа ла һаҡлап ҡалыр кәрәк. Бындай фондты күптән булдырырға кәрәк ине. Был фондта грандтар булдырыла, тинеләр. Әгәр мөмкинлек бар икән, был грандтарҙы алыу өсөн һис шикһеҙ тырышырға кәрәк. Үҙебеҙҙең республикала йәшәп, милләтебеҙ был грандтарҙың 10 процентын да алмаһа, ныҡ оят буласаҡ.
Читайте нас: