Все новости
Сәйәсәт
2 Ноября 2018, 14:21

ПРОБЛЕМАЛАР ЮҠ, БУРЫСТАР УРТАҠ

Миңә быйылғы йылда ике тапҡыр Татарстанда Бөтә Донъя татарҙары конгресы ойошторған сарала булып ҡайтырға тура килде.

Миңә быйылғы йылда ике тапҡыр Татарстанда Бөтә Донъя татарҙары конгресы ойошторған сарала булып ҡайтырға тура килде.


Март айында Башҡортостанда йәшәүсе татар әҙиптәрен йыйғайнылар. Әле яңыраҡ Башҡортостандан 20 кеше, татар конгресының Башҡортостандағы вәкиле Алик Лоҡманов етәкселегендә ҡала-район йәмәғәт ойошмалары етәкселәре, активистары менән барып ҡайттыҡ. Был сараның төп маҡсаты — бөтә донъяға таралған татарҙарҙы берләштереү. Шулай уҡ телде, мәҙәниәтте, тарихты өйрәнеү, шул эште алға ебәреү мәсьәләләре лә ҡаралды.

Беҙҙе Бөтә Донъя татарҙары конгресы башҡарма комитеты рәйесе Ринат Закиров ҡаршы алды. Татарҙар конгресының бинаһы 4 ҡатлы, бик ҙур һәм яҡшы. Унда хеҙмәткәрҙәр ҙә байтаҡ. Был бина тотош бер министрлыҡты хәтерләтә. Беҙҙең Өфөләге башҡорт ҡоролтайының да шундай шарттары булһа ине. Төп сараларҙың береһе — ошонда ойошторолған түңәрәк өҫтәл булды. Бында Алик Лоҡманов, Ринат Закировтан тыш, Татарстан Хөкүмәте рәйесенең урынбаҫары, Бөтә Донъя татарҙары конгресының милли Шура рәйесе Васил Шәйхразиев та ҡатнашты. Премьер-министр урынбаҫарының был эшкә йәлеп ителеүе конгрестың роле тураһында ла бик күп һөйләй, әлбиттә. Түңәрәк өҫтәл артында фекер алышҡан проблемалар Башҡортостандағы башҡорт милләтенең бөгөнгө торошо, артабанғы үҫеше мәсьәләләренән бер нимәһе менән дә айырылмай. Шул уҡ милләт үҫеше, шул уҡ телде һаҡлау, шул уҡ тарихи, мәҙәни, милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлау һәм башҡа мәсьәләләр тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ. Ә былар инде — башҡорттарға ла, татарҙарға ла, сыуаштарға ла, мариҙарға ла хас проблемалар.

Васил Шәйхразиев үҙенең сығышын: «Проблемалар юҡ, бурыстар бар», - тип тамамланы. Шул уҡ ваҡытта ул милләттәр араһында ығы-зығы, киҫкенлекте булдырмау мәсьәләһенә баҫым яһаны. Башҡортостан делегацияһы Татарстандың милли мәҙәни үҙәгендә булды, Ҡазандың мең йыллығы музейы менән танышты, Кремлгә сәйәхәт ҡылды, ҡабатланмаҫ Ҡол Шәриф мәсетенә һоҡланды, «Татар ауылы» комплексы, Ғ. Туҡайҙың әҙәби музейы, Мәржәни мәсетендә, иҫке татар биҫтәһендә булды. Шулай уҡ Ғ. Камал исемендәге Татар дәүләт академия драма театрында «Хужа Насретдин» комедияһын, Ғабдулла Кариев исемендәге йәштәр театрында «Мөхәббәт күгәрсендәре» комедияһын ҡыҙыҡһынып ҡараныҡ. Татарҙар йәшәгән һәр төбәктә 2-се йыл рәттән үткәрелә килгән Татарса берҙәм диктант яҙыуҙа ла ҡатнаштыҡ.

Һүҙем аҙағында шуны әйткем килә: Татарстан халҡы Башҡортостандың яңы етәкселеге Татарстан етәкселеге менән бәйләнештәрҙе нығытыуына бик ҙур өмөт бағлай.
Читайте нас: