Все новости
Сәйәсәт
18 Декабря 2018, 14:04

«МАТУР ЙӘШӘЙҺЕГЕҘ, ЯҠШЫ ЭШЛӘЙҺЕГЕҘ...»

15 декабрҙә Күмертау ҡалаһына эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Фәрит улы Хәбиров килде. Был көндө ул ҡаланың бер нисә объектын ҡарап сыҡты, Сапсан Аренаны асыу тантанаһында ҡатнашты.

15 декабрҙә Күмертау ҡалаһына эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Фәрит улы Хәбиров килде. Был көндө ул ҡаланың бер нисә объектын ҡарап сыҡты, Сапсан Аренаны асыу тантанаһында ҡатнашты.

Радий Хәбиров Күмертауҙағы сәфәрен күптән түгел генә асылған балалар технопаркын ҡарауҙан башланы. Белеүебеҙсә, Кванториумды төҙөү өсөн 30 млн һумдан ашыу аҡса киткән. Был сумманың 13 млн һумын ҡала хакимиәте, 8 млн һумдан ашыуын «Рәсәй вертолеттары» холдингы биргән. Ҡалған 9 млн һум — Башҡортостан Хөкүмәтенән алынған грант. «Квантолаб»та шөғөлләнеүсе уҡыусылар менән бергә Радий Фәрит улы 3D күҙлеген кейеп, виртуаль ҡаҙанлыҡта ла булып ҡайтты һәм: «Бигерәк ҡыҙыҡ тойғо кисерҙем, үҙеңде ысынлап та ҡаҙанлыҡта эшләп йөрөгән һымаҡ хис итәһең», - тигән тәьҫораттарын белдерҙе. «Ҡояшҡа ынтылығыҙ, тәүәкәлләгеҙ, хыялланығыҙ. Үҙегеҙгә ныҡ итеп ышанырға кәрәк һәм шул саҡта барыһы ла килеп сығасаҡ», - тигән яҙыу ҙа ҡалдырҙы ул, почетлы ҡунаҡ булараҡ.

Күмертауҙа республиканың 100 йыллығына төҙөлгән — Боҙ һарайы асылыу тантанаһында Радий Фәрит улы ҡала халҡын ошо оло ваҡиға менән ҡотланы һәм бүләк йөҙөнән әлеге көндә авария хәлендәге «Шахтер» стадионын реконструкциялау тураһында ҡарар ҡабул итеүе хаҡында белдерҙе. Башҡорт хоккейы легендаһы Рәшит Ғимаев уға яуап итеп хоккей сәкәне бүләк итте. «Мине Күмертау менән бик күптәнге ваҡиғалар бәйләй. Университетта уҡып йөрөгән саҡта мин бында студенттарҙың төҙөлөш отрядында эшләнем. Бик шәп Боҙ һарайы төҙөлгән. Бында яңы Третьяктар, Фетисовтар, Родниналар, Овечкиндар, Ғимаевтар үҫеп сығыр, тип ышанам. Һеҙҙең ҡала бик матур, әүҙем һәм йәш. Ҡала уртаһында шундай иҫке, ташландыҡ стадиондың тороуы — бик йәмһеҙ күренеш», - тине ул. Шулай уҡ республика етәксеһе Күмертау хоккейсыларына НЕФАЗ автобусы бүләк итергә вәғәҙә бирҙе. Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: Сапсан Арена 2015 йылда төҙөлө башлағайны һәм уны төҙөү өсөн «Башнефть» компанияһы биргән 334 млн һум аҡса тотонолдо. Заманса спорт комплексында 600 кешегә тәғәйенләнгән трибуналар, VIP-ложа, 6 кейем алмаштырыу бүлмәһе бар. Бында хоккей, фигуралы шыуыу, боҙҙағы шоуҙар өсөн бар шарттар ҙа тыуҙырылған.

Радий Хәбировтың эш сәфәре Маяҡ ауылындағы майэкстракция заводында дауам итте. Йыл башында завод тәүлегенә 1,2 мең тонна көнбағыш эшкәртеү проекты ҡеүәтенә еткән. Был предприятие көнбағыш майы, көнбағыш ҡабығы, шрот етештерә. Бөгөнгө көндә бында 432 кеше хеҙмәт итә. Радий Хәбиров производство майҙансыҡтарын байҡап сыҡты, холдинг етәкселеге һәм эшселәр менән һөйләште, сеймал менән тәьмин итеү һорауҙары буйынса фекер алышты, эш процесын да күҙәтте.

- Был яңы предприятиены үҙемә килеп күреү миңә мөһим ине. Әгәр инициатива бар икән, әгәр кеше үҙ эше өсөн янып-көйә икән, эш урындары ла, инвестициялар ҙа табыла. Был — яҡшы миҫал. Ошо турала мин гел генә район башлыҡтарына ла әйтә киләм. Хәҙер заводҡа сеймал кәрәк. Иң мөһиме — предприятиены үҙебеҙҙең республика баҫыуҙарында етештерелгән сеймал менән тәьмин итеү, - тигән фекерҙәре менән уртаҡлашты ул.

Үҙенең эш сәфәре ваҡытында Радий Хәбиров урындағы халыҡ менән дә әңгәмәләшергә өлгөрҙө. Халыҡҡа ул йорт алдарындағы соҡор-саҡырҙарҙы ремонтлау программаһы хаҡында әйтте. Был программаға ярашлы, барлыҡҡа килгән һәр соҡор 3-4 көн эсендә ямалып ҡуйылырға тейешле. Шулай уҡ тиҙҙән Күмертау юлдарын тәртипкә килтереү өсөн өҫтәмә техника алыныуы тураһында ла хәбәр итте. Республика етәкселеге менән әңгәмәләшкән ваҡытта кешеләр подъездарҙы ремонтлау программаһы менән дә ҡыҙыҡһынмай ҡалманы. Подъездарҙы Башҡортостан Хөкүмәте иҫәбенә буярға, сымдарҙы йәшерергә, тәҙрәләрҙе һәм лампаларҙы алыштырырға тейешле булыуы, йылына 18% подъездар ремонтланасағы хаҡында аңлатты Радий Фәрит улы. Уның һүҙҙәре буйынса, 2024 йылға барлыҡ подъездар ҙа ремонтланып бөтөргә тейешле. «Беҙҙең ҡалала 800 подъезд, тәүге йыл уларҙың 118-ен ремонтлаясаҡбыҙ», - тип уның һүҙен ҡеүәтләне ҡала хакимиәте башлығы Борис Беляев.

«Машиналарҙы газондарҙа, балалар майҙансыҡтарында ҡалдырыу ҙа яҡшы эш түгел. Кәртәләр ҡуйып, машиналар өсөн урын эшләргә кәрәк. Тиҙҙән был өлкәлә лә эш башлаясаҡбыҙ. Күмертау ҡалаһы миңә бик оҡшаны. Матур йәшәйһегеҙ, яҡшы эшләйһегеҙ, һеҙҙең ҡала башлығын Өфөгә алып китермен, моғайын», - тип тә әйтеп ҡуйҙы республика Башлығы.

Шулай итеп, күптән көткән көн матур итеп үтеп китте. Бер нисә сәғәт эсендә Радий Хәбиров ҡалабыҙҙың бер нисә объектын байҡап сығырға ла, Боҙ һарайын асыу тантанаһында ҡатнашырға ла, халыҡ менән әңгәмәләшергә лә өлгөрҙө.
Читайте нас: