18 декабрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Шул уңайҙан беҙ ҡайһы бер гәзит уҡыусыларыбыҙҙың фекерҙәрен белештек.
Күмертау ҡалаһының һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары Советы рәйесе, яҙыусы:
БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттарына йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһе ғәҙәттә депутаттарға юллана. Был юлы бөтөнләй икенсе төрлөрәк сығыш булып сыҡты. Республика күләмендәге сәйәси сараға төрлө ҡатлам вәкилдәре: ауыл хужалығы, сәнәғәт, хоҡуҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт һәм башҡа өлкәләрҙәге эшсәндәр, йәштәр, ғаилә башлыҡтары саҡырылғайны. Мөрәжәғәтнамә ҙур-ҙур һандарға, теоретик фекерҙәргә таянып әҙерләнелмәгән. Башлыҡ туранан-тура республика халҡына мөрәжәғәт итте, шул яғы менән оҡшаны.
Радий Хәбировтың республика райондары, ҡалалары буйлап эш сәфәре менән йөрөүе бушҡа булмаған, ул тап бына шунда күргән, белгәндәренә таянып сығыш яһаны. Башлыҡ байтаҡ хәл ителмәгән мәсьәләләрҙе үҙ өҫтөнә һәм Хөкүмәт өҫтөнә алды. Әйтәйек, беҙҙең Күмертауҙағы «Шахтер» стадионын киләһе йылда ремонтлап, сафҡа индерергә вәғәҙә биреүе уның эшлеклелеге хаҡында һөйләй. Шулай уҡ район, ҡала хакимиәттәре башлыҡтары ике мөҙҙәттән артыҡ эшләмәҫкә тейеш, тигән һүҙҙәре лә урынлы.
Яңы етәксенең сығыш яһау манераһы күптәрҙе үҙенә йәлеп иткәндер. Ул - йәш ыҫпай, төҫкә матур, интеллигент ҡиәфәтендәге етәксе. Мин яңыраҡ Ҡазанға барып ҡайттым. Унда, Башҡортостандың яңы Башлығы Татарстан Республикаһы менән эшлекле бәйләнештәр урынлаштыра алырмы икән, тип ҡыҙыҡһынғайнылар. Әгәр ике республика бер төптән эш итһә, ысынлап та, күп проблемаларҙы уңышлы сисергә булыр ине. Уның Минтимер Шәймиевтың һүҙҙәрен бер аҙ үҙгәртеп: «Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ», - тип әйтеүе, шаяныраҡ килеп сыҡһа ла, тәрән мәғәнәлелеккә эйә, тип уйлайым.
Илкәнәй ауыл хакимиәте башлығы:
- Мөрәжәғәтнамәне эш буйынса юлда китеп барғанда радионан бик ҡыуанып, тулҡынланып тыңланым. Республикабыҙ өсөн ҡыуаныслы хәл бит был, тиер инем. Ауыл кешеһенә ҡарата беренсе тапҡыр шундай иғтибар күрһәтелде, залда депутаттар, етәкселәр менән бер рәттән ябай кешеләр: крәҫтиәндәр, эшселәр ултырҙы. Төбәк башлығының, үҙегеҙҙе провинциаль тип иҫәпләмәгеҙ тигән һүҙҙәре ҡанатландырып ебәрҙе. Радий Хәбиров, дөйөм һүҙҙәр һөйләү менән шөғөлләнмәй, конкрет эштәр хаҡында һүҙ алып барҙы. Күмертауға килгәнендә «Шахтер» стадионына аҡса бүләсәге һәм уны киләһе йылда сафҡа индерергә кәрәклеге хаҡында ныҡлап әйтеүе шуға яҡшы миҫал була ала.
Мөрәжәғәтнамәлә бик күп бурыстар билдәләнде, шуларҙың яртыһы булһа ла тормошҡа ашырылһа, тормошобоҙҙа һис шикһеҙ ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелер, тип өмөтләнәм. Беҙгә, ауыл эшсәндәренә лә, мөрәжәғәтнамәләге үҙебеҙгә ҡағылған бурыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн төбәк Башлығы менән бер һүҙле булып, килешеп эшләргә кәрәк, әлбиттә.