Һәммәбеҙҙе лә уҫал ғына абалаған Эт йылы, көтмәгәндә генә үҙгәрҙе лә, ҡыуаныслы өрөп, Башҡортостандың «ваҡытлыса» тип аталған яңы башлығын ҡаршы алды.
Был үҙгәреш бөтә республика халҡын ҡыуандырып яңы өмөттәр уятты тиһәк, һис тә хаталанмаҫбыҙ, буғай. Ни өсөн? Сөнки:
1. Өҫтәге матур, әммә буш һүҙҙәрҙән туйған, урындағы түрәләрҙән ҡаҡшаған, эшһеҙлектән һәм аҡсаһыҙлыҡтан ялыҡҡан замандаштар күптән үҙгәреш көтә ине. Иң сәмле һәм ғәмле, әҙерлекле һөнәрмәндәр Себер гиҙҙе, юғары белемле өмөтлө йәштәр Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан ҡалаларында тупланыуҙы хуп күрҙе. Бөгөнгө ысынбарлыҡ «тыуған ереңдә олтан булыуҙы» ҡабул итмәй, мәғлүмәт даръяһында иркен йөҙгән йәштәр күрә, белә, сағыштыра һәм һайлай.
2. Бай һәм данлыҡлы тарихы булған башҡорт милләте заман талаптарына яуап бирерлек етәксеһен сарсап көтә ине. Күп милләтле, талантлы һәм эшсән Башҡортостан халҡы ла үҙ төбәгенең даны өсөн арымай-талмай эшләргә күптән әҙер.
3. Яңы быуат бөтә кешелек, шул иҫәптән Рәсәй алдында ла киҫкен талаптар, бығаса булмаған ҡапма-ҡаршылыҡтар ҡуя. Башҡортостан йөҙәрләгән йылдар Рәсәйҙең ышаныслы таянысы булды һәм булып ҡаласаҡ та. Бының өсөн, тәү сиратта, ныҡлы иҡтисади нигеҙ төҙөргә кәрәк.
4. 100 көнлөк етәкселек дәүере яңы башлыҡтың: «Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ», - тигән һүҙҙәренә ышаныс өҫтәй, бик күптәр, айырыуса белемле, рухлы йәштәр уның командаһында эшләргә ынтыла. Республиканың бөтә милләт вәкилдәре лә уны «үҙенеке» итеп ҡабул итте. Яңы командаға биргән вәғәҙәләрҙе эш менән иҫбатларға ғына ҡала.
Көн кеүек асыҡ – Башҡортостан сәскә атһын, тиһәк, ошо изге ерҙә меңәрләгән йылдар йәшәгән башҡорт та сәскә атырға тейеш. Матур, күркәм баҡсала бер генә лә һулыған сәскәнең булыуы мөмкин түгел.
Пенсияға сығыр алдынан, һигеҙ йыл буйы (2001-2009) мин хеҙмәтте һаҡлау буйынса төбәк-ара дәүләт инспекторы булып эшләнем. Минең зонаға Мәләүез һәм Күмертау ҡалалары, Ейәнсура, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез райондары инде. Был төбәктәрҙә башҡорттар күпселекте тәшкил итә, шуға миңә төрлө шарттарҙа ябай эшсәндәрҙән алып ҡала, район етәкселәре менән аралашып, үҙем өсөн күп кенә асыштар яһарға тура килде. Һығымталар:
1. Тарих, археология, эпостар, яңы фән этногеномика Көньяҡ Уралдың автохтон халҡы – башҡорттоң этногенез пирамидаһының бер нисә ҡаттан тороуын иҫбатлай :
* Боронғо һинд-иран ҡатламы. Шүлгәнташтан башлана, Арҡайым, Урал батыр менән тамамлана. Меңәрләгән йылдар.
* Уғыр ҡатламы (иштәктәр). Биш йөҙ йыл тирәһе.
* Төрки ҡатлам (башҡорттар) Яҡынса 7 быуаттан 1557 йылға тиклем.
* Хәҙерге Рәсәй дәүере. 1557-нән бөгөнгәсә.
Башҡорттоң бөгөнгө асылын һуңғы Рәсәй ҡатламының йоғонтоһо менән аңлап һәм аңлатып була. Ул асыл нимәнән ғибәрәт:
2. Көндәлек, тыныс тормошта башҡорт коллектив ҡанундарға таянып һәм буйһоноп йәшәргә өйрәнмәгән. Крепостной Рәсәйҙә ер хужаһы - аҫаба булыуҙан тыш башҡорт империя сиктәрен дә һаҡлаған. Әйткән һүҙе һәм командирынан башҡа башҡорт бер кемде лә һанға һуҡмаған. Совет заманындағы «сит партноменклатураны» тыңламаған башҡортта командалы эшкә һәм «начальникка» ҡаршы иммунитет барлыҡҡа килә. Быға 17-18-се быуаттарҙағы ҡанҡойошло, еңелеү менән бөткән ихтилалдарҙы ҡушһаң, башҡорттоң милли ғорурлығының, милли үҙаңының ҡаҡшауын аңлайһың. Республиканың элекке етәкселеге башҡортҡа үҙ телендә аңларлыҡ һәм үтәрлек итеп мөрәжәғәт итмәне, вәғәҙәләр бирмәне.
3. Крепостной Рәсәйҙең иҙелгән ҡасҡындарын йөҙәр йылдар һыйҙырған, уларға ҡуртымға ер биреп файҙа күргән башҡорт түләүле хеҙмәт күрһәтеп өйрәнмәгән һәм бөгөн дә өйрәнеүҙе уйламай . Өҫтәүенә өйрәтеүсеһе лә юҡ хәлендә. Элегерәк минең зонала шәхси эшҡыуарлыҡ тамыр йәйеп китә алманы. Хәл әле лә артыҡ үҙгәрмәгән. Колхоз-совхоздар тарҡалып юғалған осорҙа был бик аяныс күренеш. Шуға ла ир-егеттәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа Себер гиҙә, ә тыуған төбәк бөлгөнлөккә төшә.
4. Башҡортта мин-минлек һәм күршеңдән кәм булмау көслө. Урал аръяғы һәм Төньяҡ-көнсығышты үҫтереү программаларына ярашлы ыҡсым ғына ит, һөт, йөн, балыҡ, емеш-еләк эшкәртеү үҙәктәрен төҙөүҙе республика үҙ өҫтөнә алһа, кеше сәмләнеп һәм ярышып эшкә тотонор, күләмле бурыстарҙы бергәләп үтәр ине. Ауылдарҙа йәштәр ҙә ҡаласаҡ.
5. Технологик революция һәм донъя баҙары кеше, милләт төшөнсәләрен бөтөнләй тиерлек үҙгәртте, уларҙың баһаһын юҡ хәленә төшөрҙө. Бөгөнгө ысынбарлыҡта кешелекте тәшкил иткән меңәрләгән халыҡ үҙенең милли тамырҙарын барлай, яңырта һәм нығыта. Рәсәйҙә быға урыҫтар менән татарҙар ныҡлап тотондо. Башҡорт алдында был мәсьәлә киҫкен тормай – ғалимдарыбыҙға рәхмәт. Беҙҙең 15 мең йыл тирәһе дәлилләнгән тарихыбыҙ бар. Тарих һынауын лайыҡлы үтергә ярҙам иткән аҫабалыҡ, ер биләүҙе генә түгел, ә йәшәү фәлсәфәһен аңлата. Беҙгә аҫыл аҫабалыҡтың асылын ҡайтарырға кәрәк. Күҙ ҡараһындай һаҡланған рухи байлыҡҡа тән аҫырар матди байлыҡ табыуҙы өҫтәгәндә, башҡортлоҡ йылдан-йыл көсәйәсәк, үҙенә ылыҡтырып торасаҡ.
Республика көнөндә башлыҡтың амашыныуын беҙ «ваҡытлыса тәғәйенләү» тип түгел, ә Башҡортостанға күрһәтелгән ихтирам һәм башҡорт халҡына яңырыу, үҫеү өсөн бирелгән мөмкинлек тип ҡабул итәйек.
Зарланып, үтенеп, кемгәлер көнләшеп йәшәгәнсе: «Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ», - тип алға, еңеүҙәргә ынтылайыҡ.