Все новости
Сәйәсәт
15 Февраля 2019, 15:21

Хәтергә алдылар.Тәбрикләнеләр

Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға бөгөн 30 йыл булды. Йыл һайын 15 февралдә был ваҡиғаға арналған саралар уҙғарыла. Был көн Рәсәй тарихының иҫтәлекле даталары календарына индерелгән һәм дәүләт кимәлендә билдәләнә.

Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға бөгөн 30 йыл булды. Йыл һайын 15 февралдә был ваҡиғаға арналған саралар уҙғарыла. Был көн Рәсәй тарихының иҫтәлекле даталары календарына индерелгән һәм дәүләт кимәлендә билдәләнә.

Кисә районда был датаға бәйле төрлө саралар уҙҙы. Ермолаевола һәйкәлгә сәскәләр һалыу тантанаһын асып, район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотолоәхмәтов ҡәһәрле һуғыш хаҡында һөйләп, уның ҡорбандарын хәтергә алды. Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы хәрби комиссары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Эрнест Кәбиров сығышында: «Күмертау һәм Көйөргәҙе районынан 213 кеше Афғанстан һуғышында ҡатнашты. Уларҙың 7-әүһе тыуған яҡтарына кире ҡайта алманы. Әлеге көндә Күмертауҙа 135, Көйөргәҙе районында 52 ветеран йәшәй», - тине.

Артабан Афған һуғышында ҡатнашыусыларҙы Айсыуаҡ ауылы мәҙәниәт йортонда тәбрикләнеләр. Тантаналы сараға ветерандар, һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың ата-әсәләре, туғандары саҡырылғайны.

Был көндө ветерандар хәрәкәте үҫешенә, йәштәргә хәрби-патриотик тәрбиә биргәндәре, ҡыйыулыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өлгөләрен пропагандалағандары өсөн «Хәрби туғанлыҡ» бөтә Рәсәй ветерандар йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан республика бүлексәһенең Почет грамоталары менән яҡташтарыбыҙ Нәзир Зәки улы Абдулов, Раил Рамаҙан улы Араптанов, Рәфис Мөнир улы Вәлидов, Рәсүл Ирек улы Ҡобағошов, Рәхмәт хаты менән Сулпан Мансур улы Исмәғилев бүләкләнде.
Читайте нас: