Все новости
Сәйәсәт
15 Февраля 2019, 15:00

Таймаҫ яугирҙәрен ҙурланылар

Яңы Таймаҫ гимназияһында уҡытыусы Раил Араптанов Афған һуғышында ҡатнашыусыларҙы саҡырып йыл да матур сара үткәрә. Шулай йәш быуында илһөйәрлек тойғолары уятырға тырыша ул. Быйыл да был матур йола дауам иткән. Афған яуында Таймаҫтан барлығы 12 кеше ҡатнашҡан, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, береһе үлгән. Осрашыуға 6 яугир килгән.

Сара Афғанстанда баштарын һалған биш райондашыбыҙҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алыуҙан башланды. Аҙаҡ осрашыуға килгән яугирҙәр уҡыусыларға үҙҙәренең хәтирәләре менән уртаҡлашты.

Шулай уҡ осрашыуға заманында ошо егеттәрҙе башланғыс хәрби әҙерлек (НВП) дәресенән уҡытҡан Рәмил Абдуллин менән Фәғәл Рәхимов та килгәйне. Улар тәрбиәләнеүселәренең бала саҡтан ҡыйыу булыуҙары хаҡында һөйләнеләр. Уҡыусыларҙы уларҙан өлгө алырға саҡырҙылар.

Ришат Юлҡотлин яуҙа яҡташыбыҙ Радик Тереғолов менән бергә булыуы, аҙаҡ уны нисек юғалтыуы хаҡында үкенеп һөйләне.

- Райондашым Радик менән бергә хеҙмәт иттем. Дуҫымды күҙ алдымда юғалтыуым ауыр булды. Мин уны һуғыш яланынан машинаға тейәп хәрби часкә алып барҙым. Аҙаҡ, тыуған яғыма әйләнеп ҡайтҡас, дуҫымдың әсәһенә барҙым, - тип һөйләне Ришат, хәтирәләргә бирелеп.

Осрашыу һуңында уҡыусылар араһында атыу буйынса конкурс та үтте. Унда еңеүсе өс ҡыҙ һәм өс егеткә Почет грамоталары тапшырылды. Шулай уҡ һуғышта ҡатнашыусы яугирҙәргә Афғанстандан һуғыш ғәскәрҙәрен сығарыуға 30 йыл тулыуға арналған миҙалдар таратылды.
Читайте нас: