Все новости
Сәйәсәт
22 Февраля 2019, 16:30

Ниәттәр тормошҡа ашһын

2019 йылдың 20 февралендә Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа сираттағы Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны.

2019 йылдың 20 февралендә Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа сираттағы Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Дәүләт башлығы аныҡ бурыстар һәм маҡсаттар ҡуйҙы. Унан һәр кем тормошонда ыңғай үҙгәрештәр булырына өмөтләнә. Шул хаҡта ниҙәр уйлауҙары хаҡында ҡайһы бер гәзит уҡыусыларыбыҙҙың фекерҙәрен белештек.

Закир ӘКБӘРОВ,

яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре:

- Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә ил халҡы киләсәктә яҡшы яҡҡа үҙгәрештәрҙе тойоп йәшәргә тейешлегенә төп баҫым яһаны. Мине иң ҡыуандырғаны бына шул булды. Сығышында ғаилә һәм кеше именлеге уның иғтибар үҙәгендә торҙо. Бындай социаль проблемаларҙың РФ Президенты Мөрәжәғәтнамәһендә сағылыш табырын беҙ күптән көтә инек. Элеккеләрендә күберәген илдең оборона ҡеүәтен нығытыу, Ҡораллы Көстәрҙе тейешле кимәлдә тотоу мәсьәләләре өҫтөнлөк итә ине.

Мөрәжәғәтнамәлә Владимир Владимировч «Ауыл уҡытыусыһы» программаһын тормошҡа ашыра башларға тәҡдим итте. Тик бының өсөн ауылдарҙағы демографик хәл дә яҡшырырға тейеш. Ауыл халҡын эш менән тәьмин итергә кәрәк. Социаль өлкә менән иҡтисади өлкә бер-береһенән айырылғыһыҙ бит. Бына шунда ғына ул программа ыңғай һөҙөмтә бирер, ҡоро ҡағыҙҙа ҡалмаҫ. Тәүге тәьҫораттар, иң беренсе башҡа килгән уйҙар бына ошолар.

Дамир ИБРАҺИМОВ,

Ҡотлоюл ауылы старостаһы:

- Ил Президенты Мөрәжәғәтнамәһен телевизорҙан бик иғтибар менән тыңланыҡ. Оҙаҡламай гәзиттәрҙә ташҡа баҫылғанын да ҡулға ҡәләм тотоп тигәндәй ентекләп өйрәнеп сығырбыҙ.

Владимир Путин 2020 йылдың 1 ғинуарынан ғаиләләге беренсе һәм икенсе балаға түләүҙәрҙе ике йәшәү минимумы күләменә күтәрергә тәҡдим итә. Йәш ғаиләләр өсөн бик тә һәйбәт ярҙам буласаҡ, тип уйлайым. Беҙ хәҙер олоғайҙыҡ, донъя бит йәштәргә ҡала. Әлбиттә, йәш ғаиләләрҙе Хөкүмәт яҡларға, һаҡларға, үҫтерергә бурыслы. Дөрөҫөн әйткәндә, ауылда йәштәргә эш юҡ. Шуға ҡалмайҙар, китәләр. Ҡалаға барып ипотекаға фатир алһалар ҙа, ғүмер буйы энә осонда ултырған кеүек кредит түләүҙән баштары сыҡмай. Рәсәй Президентының ваҡытлыса килемһеҙ ҡалып, түләүҙе дауам итә алмаған граждандар өсөн ипотека каникулдары индерергә тәҡдим итеүе бик тә урынлы, ваҡытлыса.

Мөрәжәғәтнамәлә беренсе тапҡыр ил халҡының социаль мәсьәләләренә ныҡлы иғтибар биреүе күңелгә ятышлы булды. Инде хәҙер етәкселәребеҙгә был мөһим документты ғәмәлләштереү өҫтөндә ең һыҙғанып эшләргә лә эшләргә генә ҡала. Илдең оборона ҡееүәтен артабан нығытыу, үҫтереү буйынса ла һәйбәт тәҡдимдәр яңғыраны. Уларҙы хуплайым. Эйе, иң мөһиме илдә тыныслыҡ булһын.

Гөлкәй ШӘМСЕТДИНОВА, Б.Бикбай исемендәге Яңы Мораптал мәктәбе директоры:

- Миңә, ауыл мәктәбе директоры булараҡ, В.В. Путиндың ауыл уҡытыусыһына ҡағылышлы программаһы тураһында әйткәне оҡшаны. Мәктәптәрҙә хәҙер йәш уҡытыусылар бөтөнләй юҡ, тиерлек. Уҡытыусылар ҡартая, оло уҡытыусыларҙы алмаштырыусылар килмәй. Үҙебеҙҙең мәктәпте генә алғанда, бик оҙаҡ физкультура һәм химия фәндәре буйынса уҡытыусы таба алмай яфаландыҡ. Бер нисә уҡытыусыбыҙҙы киренән уҡытып алырға тура килде. Ауыл мәктәбенә ҡайтҡан уҡытыусыларға 1 млн һум аҡса бирһәләр, ныҡ ҙур ярҙам булыр ине, йорт һалырға мөмкинлек тыуыр ине. Йәш, яңы ғына диплом алып ҡайтҡан уҡытыусының категорияһы булмай, эш хаҡы түбән. Ул нисек итеп кредит алһын да, нисек итеп йорт һалһын? Бына беҙҙең мәктәп ҙур. Берәй йәш егет ҡайтып, физкультура дәресен алһа, ҡайһылай яҡшы булыр ине. Уҡыусыларҙы хоккейға ла, футболға ла өйрәтер ине. Элекке заманда ауылға ҡайтҡан уҡытыусыға ярҙам ҙур булды, йәшәргә йортон да бирә торғайнылар, «подъемный»ҙары ла арыу ғына ине. БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Р. Хәбиров та, үҙегеҙ уҡытҡан уҡыусыларға йәбешеп ятығыҙ, ситкә ебәрмәгеҙ, юғары уҡыу йорто бөткәс тә ҡайтһындар, ти. Йәш кешене тел менән генә дәртләндереп булмай бит әле ул, реаль ярҙам кәрәк. Шуға күрә ошо «Ауыл уҡытыусыһы» программаһы эшләп китһә, беҙ бик тә шат булыр инек.

Нәүғәт ХИСМӘТУЛЛИН, район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары:

- В.В. Путиндың һәр әйткән һүҙе дөрөҫ, әлбиттә. Хәҙер ошо әйтелгәндәрҙең барыһын да тормошҡа ашырырға ғына ҡалды. «Эшләргә теләмәгән кешеләрҙе тотмайбыҙ, китһендәр», - тине. Ысынлап та, эшләргә теләге булмағандар вазифа биләмәһендәр ине ул. Ауыл фельдшерҙарына бирелә торған ярҙам тураһында әйтелгән фекере лә беҙҙең өсөн бик уңай. Үҙегеҙ беләһегеҙ, бөгөнгө көндә ауылдарға фельдшер булып ҡайтырға теләүселәр юҡ. Социаль өлкәне яҡлауға ҡағылышлы бик тос фекерҙәре яңғыраны ил башлығының. Төрлө социаль түләүҙәрҙе арттырырға кәрәк, тине. Әйтелгәндәр һүҙҙә генә ҡалмаһын, чиновниктар был яңылыҡтарҙы һәр ғаиләгә тулы кимәлдә еткереп, тейешле ярҙам күрһәтерҙәр, тип ышанабыҙ.
Читайте нас: