Все новости
Сәйәсәт
15 Марта 2019, 14:06

Эшлекле ҡоролтай буласаҡ

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек сиктәрендә кисә Күмертауҙа ҡала башҡорттары ҡоролтайы ултырышы үтте. Унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Данир Ғәйнуллин, Башҡарма комитет ағзаһы, БР Мәғарифты үҫтереү институты доценты Фәнзил Санъяров, ҡала хакимиәте башлығы Борис Беляев ҡатнашты.

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек сиктәрендә кисә Күмертауҙа ҡала башҡорттары ҡоролтайы ултырышы үтте.

Унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Данир Ғәйнуллин, Башҡарма комитет ағзаһы, БР Мәғарифты үҫтереү институты доценты Фәнзил Санъяров, ҡала хакимиәте башлығы Борис Беляев ҡатнашты.

Килгән ҡунаҡтар 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатында һәм Республика политехник-лицей интернатында булдылар. Ундағы саф башҡортса һөйләшеп, матур ҡаршы алған уҡыусыларға һоҡланып, был уҡыу йорттары биналары етәкселәре Рима Ғөбәйҙуллина менән Фәһим Боҫҡановҡа рәхмәт әйттеләр.

Артабан йыйылыш ҡала хакимиәтенең ултырыштар залында дауам итте. Сараны ҡала хакимиәте башлығы Борис Беляев асты.

- Хәйерле көн, хөрмәтле ҡунаҡтар, делегаттар, саҡырылыусылар! Һеҙҙе ҡарлы ҡалабыҙҙа күреүемә шатмын. Ҡоролтай эше беҙҙә яҡшы алып барыла. Шулай ҙа йәштәр яғынан яңы проекттар, яңы идеялар етмәй. Төрлө милли саралар үтә, байрамдарға спонсор ярҙамы күрһәтеүсе “ЮжУралОйл” ЯСЙ-ның генераль директоры Зиннур Исхаҡовҡа, “Сапсан Арена” боҙ һарайын төҙөгән Хәйҙәр Ғайсинға, “Башҡорт телен өйрәнәм” проектын уйлаусы Әлфиә Шәмиғоловаға һәм ҡоролтай ағзаларына ҙур рәхмәт, - тине Борис Владимирович.

Артабан һүҙҙе Күмертау ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Әлфиә Шәмиғолова алды. Ул ҡоролтайҙың уҙған йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны.

- Күмертауҙа башҡорттар 16 процент. Милли уҡыу йорттары, балалар баҡсалары уңышлы эшләп килә. Һуңғы йылда ғына өс балалар баҡсаһында башҡорт төркөмдәре асылды. Унда кескәйҙәр бик теләп йөрөйҙәр. 2015 йылдан 5-се мәктәптә башҡорт балалары өсөн кадет кластары асылды. Уҡыу йорттарындағы башҡорт теле һәм әҙәбиәте кластары биҙәлеше тикшерелде. Шулай уҡ телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтергән төрлө саралар йыш үтә. “Шәжәрә” байрамы, “Исҡужин уҡыуҙары”, “Йөрәк һүҙе” бәйгеләре, “Милли биҙәүестәр” күргәҙмәләре ойошторола. Аҡһаҡалдар, ағинәйҙәр, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмалары ла әүҙем эшләй.

Беҙ ҡала хакимиәте менән бергә тығыҙ бәләнештә эшләйбеҙ. Алдыбыҙға ҡуйған маҡсаттарыбыҙға ирештек, берҙәм эшебеҙ өсөн ҡала хакимиәте башлығы Борис Беляевҡа, уның урынбаҫары Наталья Лапшинаға, сараларҙа спонсор ярҙамы күрһәтеүселәргә лә рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм, - тип һүҙен тамамланы Әлфиә Фәйзрахман ҡыҙы.

Йыйылышта шулай уҡ мәктәпкәсә йәштәге белем биреү учреждениеларында башҡорт телен өйрәнеү программаһы буйынса “Мәғариф идаралығы” методисы Альбина Түләкова, “Алтын балыҡ” балалар баҡсаһында башҡорт телен өйрәтеү буйынса Рәшиҙә Кинйәбаева сығыш яһаны.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Данир Ғәйнуллин да телмәрен ялҡынлы тотто.

- Сығышымды башҡортса һөйләйем, Борис Владимирович яртылаш башҡорт булғас, аңлар әле. Үҙем, рәйес булараҡ, әле өс ай ғына эшләйем. 28-29 июндә Ҡоролтай Өфөлә һәм Ишембай районында Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм сит илдәрҙән башҡорттарҙы йыя. Был юлы ҡатнашыусылар составы күпкә йәшерәк булырға тейеш. Был үҙенә күрә йәш, заманса, эшлекле ҡоролтай буласаҡ. Ғөмүмән, ҡоролтайҙы йәшәртеү өҫтөндә эш башланыҡ. Быға тиклем эшләмәй йөрөгән ҡоролтай рәйестәрен алмаштырасаҡбыҙ. Беҙгә дәртле, эшлекле йәштәр кәрәк. Власть менән ябай халыҡ араһында бәйләнеш булдырырға тейеш улар.

Башҡарма комитет V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына 2019-2050 йылдарға иҫәпләнгән «Халыҡ көсөн – халыҡ өсөн!» башҡорт халҡын үҫтереү стратегияһын әҙерләй башланыҡ. Башҡа халыҡтарҙың Стратегияларынан айырмалы рәүештә, ошо документты әҙерләүҙә теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн тәҡдимдәрҙе сайтҡа ебәрергә кәрәк. Әлегә 100-ҙән артыҡ тәҡдимдәр килде лә инде.

Күмертауға килгәндә, шуны әйтер инем. Бында башҡорт теленә, халҡына ҡарата ҡала хакимиәте башлығы һәм уның урынбаҫарҙары ихтирам, иғтибар менән ҡарайҙар. Шуға Борис Владимировичҡа, Наталья Лапшинаға, Әлфиә Фәйзрахман ҡыҙына рәхмәтемде белдерәм. Бергәләп эшләһәк, беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ, - тине Данир Әхмәҙи улы.

Ҡала башҡорттары ҡоролтайы ултырышы 28-29 июндә үтәсәк V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар һайлау менән тамамланды. Унда Күмертау ҡала башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Әлфиә Шәмиғолова, М. Исҡужин исемендәге 13-сө башланғыс мәктәбе директоры Әнисә Түләгәнова һәм Авиация техникумы уҡытыусыһы Венер Сабанчин барасаҡ.

Йыйылыш һуңында ҡалабыҙҙа телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүгә күп көс һалған бер төркөм ағзалар Данир Әхмәҙи ҡулынан Рәхмәт хаттары, Борис Владимирович һәм Әлфиә Фәйзрахман ҡыҙы тарафынан Почет грамоталары алып ҡыуандылар.
Читайте нас: