2001 йылдың 16 июленән алып Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы булып эшләгән Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтовтың отставкаға китеүе барыбыҙ өсөн дә ҙур яңылыҡ булды.
Материалды гәзиткә әҙерләгән саҡта 2001 йылда башҡорт телендә донъя күргән «Көйөргәҙе» гәзитенең 28 июлдәге һанына күҙ һалырға тура килде. Ундағы район етәкселегенең халыҡ менән осрашыуҙары тураһында яҙылған мәҡәләлә: «Республика Президенты мине район хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләне, мин халыҡҡа хеҙмәт итергә тейешмен, - тине Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтов», - тигән юлдарға юлыҡтыҡ. Эйе, әйткән һүҙендә торҙо ул һәм үҙенең район башлығы булып эшләү дәүерендә район халҡы өсөн тырышып хеҙмәт итте. Әхәт Йәүҙәт улы 18 йылға яҡын район менән етәкселек иткән дәүерҙә, әлбиттә, бик күп яҡшы эштәр башҡарылды. Уларҙың барыһын да хәтерләп тә, яҙып та бөтөрөрлөк түгел. Шулай ҙа беҙ бөгөн ул башҡарған эштәрҙең ҡайһы берҙәре хаҡында һәм шулай уҡ был ваҡыт арауығында ябылырға, ҡыҫҡартыуға дусар булған предприятие-учреждениеларға байҡау яһап китмәксебеҙ.
Һүҙҙе иң беренсе үҙебеҙҙҙең гәзиттән башлап ебәрге килә. 2005 йылда тәүге тапҡыр районда һәм ҡалала башҡорт телендә үҙ аллы «Юшатыр» гәзитенең донъя күреүенә Әхәт Ҡотлоәхмәтов ҙур өлөш индерҙе. Ошоға тиклем районда башҡорт телендә сыҡҡан «Ильич юлы», «Көйөргәҙе» гәзиттәре тик рус телендәге баҫманың дубляжы булып ҡына сыға ине.
Йыл да урындағы үҙидаралыҡ органдарының эштәренә йомғаҡ яһала. Йыл йомғаҡтары буйынса, 42 ауыл муниципаль райондары араһында Көйөргәҙе районы алдынғы урындарҙы алып килде.
Әхәт Ҡотлоәхмәтов эшләгән осорҙа бик күп объекттар төҙөлдө. Мәҫәлән, Ҡотлоюл, Яҡут, Яңы Мораптал, Аҡһары ауылдарында мәктәптәр асылды. Ҡуяныш, Аҡһары һыу һаҡлағыстары барлыҡҡа килде. Бөгөлсән ауылы янында ҡояш электр станцияһы, Ермолаевола физкультура-һауыҡтырыу комплексы сафҡа инде. Шулай уҡ етем балалар өсөн йорттар төҙөлөп, фатирҙар бирелде.
Был ваҡытта район юлдарына ла ҙур иғтибар бүленде. Абдул-Яңы Юл юлы төҙөлдө. Райондың башҡа бик күп юлдарына ремонт эшләнде, ҡырсынташ түшәлде. Әлеге көндә район үҙәгендә бассейн һәм таҙартыу ҡоролмаһы төҙөлөп ята.
Районда бик күп мәсеттәр үҫеп сыҡты. Шул иҫәптән Ермолаево, Яҡуп, Яҡут, Абдул, Йомағужа, Таймаҫ мәсеттәре.
Зәк-Ишмәт, Яманһары, Тимербай, Кинйәабыҙ, Ҡотлоюл ауылдарына зәңгәр яғыулыҡ үтте.
Был йылдарҙа бик күп учреждениеларға капиталь ремонт эшләнде һәм улар яңы төҫ алды. Улар араһында Ермолаево поликлиникаһы, Яңы Таймаҫ гимназияһы, Кинйә Арыҫланов музейы бар. Бахмут ауылының мәҙәниәт йортона капиталь ремонт эшләнелде һәм ул яңы һулыш алды. Шулай уҡ әлеге көндә «Йәшлек» район мәҙәниәт һарайында ҙур ремонт эштәре башҡарыла. Музыка мәктәбе өсөн спиртзаводтың бер бинаһын әҙерләйҙәр.
Районда Геройҙарыбыҙҙың исемдәрен мәңгеләштереү өсөн бик күп эштәр башҡарылды. Кинйәабыҙҙа һәм Ермолаевола данлыҡлы башҡорт старшинаһы, абыҙ Кинйә Арыҫлановҡа һәйкәлдәр ҡуйылды. Ермолаевоның Батырҙар аллеяһында районыбыҙҙың Советтар Союзы Геройҙары — Морат Ҡужаҡов, Сәлмән Биктимеров, Хәсән Ғайсин, Ғәфиәтулла Арыҫланов, Анатолий Хохлов, Венимин Недошивин һәм өс дәрәжә Дан орденының тулы кавалеры Хөрмәт Хөсәйеновҡа һәйкәлдәр асылды.
Әхәт Йәүҙәт улының инициативаһы менән 2003 йылда Свобода ауылында Ҡарттар йорто эшләй башланы. Шулай уҡ районда балалар өсөн социаль приют асылды. Көйөргәҙе нефть сығарыу ҡорамалдары заводы барлыҡҡа килеүҙә лә Әхәт Ҡотлоәхмәтовтың ярҙамы сикһеҙ ине.
Районда Кинйә Арыҫланов исемендәге йәштәр премияһы һәм Баязит Бикбай исемендәге әҙәбиәт премияһы булдырылды.
Ошо йылдарҙа районыбыҙҙа матур йолалар — «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!», Шәжәрә байрамдары үткәреү ныҡлы традицияға керҙе.
Ҡыҙғанысҡа, был замандарҙа районда күп кенә мәктәптәрҙе ябырға тура килде. Улар иҫәбендә Ялсыҡай, Көйөргәҙе, Молокан, Яманһары мәктәптәре лә бар. Районыбыҙ иҡтисадына ҙур өлөш индергән, 150 йылдан артыҡ эшләп килгән Ермолаево спирт заводы ябылыуға дусар булды һәм 350 кеше эшһеҙ ҡалды. Тәүҙә «Забарив Агро», аҙаҡтан исемен «Башҡорт лимузины»на үҙгәрткән йәмғиәт банкрот тип табылды.
Ҡыҫҡартыуға бәйле замана елдәре Көйөргәҙе районына ла ҡағылмай үтмәне. Шул сәбәпле, Мораптал, Свобода дауаханаларындағы койка урындары күпкә ҡыҫҡартылды. Шулай уҡ райондың күп кенә учреждениеларын ҡаланыҡы менән берләштерергә тура килде. Быға миҫал булып район дауаханаһы, соцобес, пенсия фонды тора.