Все новости
Сәйәсәт
2 Апреля 2019, 13:48

Ваҡытында китеү - зирәклек

Үткән йома Яңы Мораптал ауылында район Советы депутаттарының күсмә ултырышы үтте. Унда Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы вазифаһын 18 йыл башҡарған Әхәт Ҡотлоәхмәтов үҙ теләге менән вазифаһын бушатыуҙы һорап яҙған ғаризаһы ҡаралды.

Үткән йома Яңы Мораптал ауылында район Советы депутаттарының күсмә ултырышы үтте. Унда Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы вазифаһын 18 йыл башҡарған Әхәт Ҡотлоәхмәтов үҙ теләге менән вазифаһын бушатыуҙы һорап яҙған ғаризаһы ҡаралды.

Ултырышҡа килгән Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте Етәксеһе урынбаҫары Динир Әхмәтйәнов Әхәт Йәүҙәт улына ҙур рәхмәт әйтте.

- Әхәт Йәүҙәт улының хеҙмәт биографияһы тулыһынса тыуған районы менән бәйле. Ул эшләгән йылдар ауыр ваҡытҡа тура килһә лә, районда бик күп ыңғай эштәр башҡарылды: инвестициялар йәлеп ителде, эшҡыуарлыҡҡа юл асылды, йорттар, күперҙәр төҙөлдө, йорттарға зәңгәр яғыулыҡ үтте, эш хаҡтары артты. Ә инде эштән ваҡытында тик аҡыллылар һәм зирәктәр генә китә белә, - тине Динир Әсғәт улы һәм оҙаҡ йылдар фиҙакәр хеҙмәте һәм райондың социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн, Әхәт Ҡотлоәхмәтовҡа БР-ҙың Дәүләт наградаһы - Салауат Юлаев ордены бирелеүе хаҡында БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡарары менән таныштырҙы.

Район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыуҙы депутаттар Юлай Ильясовҡа йөкмәтте.

- Минең өсөн үтә лә тулҡынландырғыс мәл, - тине Юлай Талха улы. - Артабан алға ынтылыр өсөн бергә, берҙәм эшләрбеҙ, тип ышанам. Тау артында йәнә тау бар, тиҙәр бит. Беҙ ҙә әленән-әле яңы тауҙарға үрмәләүҙе маҡсат итеп алырға тейешбеҙ.

Артабан Мораптал хакимиәте башлығы Аскар Кинжалеев, мәктәп директоры Гөлкәй Шәмсетдинова һәм Яҡут мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Рәмзиә Әбйәлилова Әхәт Йәүҙәт улына бергә аңлашып эшләгән ваҡыттары өсөн рәхмәт һүҙҙәре әйттеләр. Ветерандар советынан Алексей Тарасов менән Валерий Кирюшин да Әхәт Йәүҙәт улына Рәхмәт хаты тапшырҙылар һәм яңы хакимиәт башлығы менән дә емешле эшләүҙәренә өмөттәр бағлауҙары хаҡында әйттеләр.

Аҙаҡ килгән ҡунаҡтарға, улар республикабыҙ хакимиәтенән Динир Әхмәтйәнов, Ҡоролтай депутаты Валерий Шәрипов, күрше Төйлөгән районы хакимиәте башлығы Игорь Буцких һәм башҡаларға музей, мәктәп, клуб буйлап сәйәхәт ойошторолдо. Барыһын да ҡарап сыҡҡандан һуң ҡунаҡтар менән бергә һәйкәлгә сәскәләр һалынды. Артабан Мораптал мәҙәниәт йортонда республикабыҙҙың 100 йыллығына арналған байрам сараһы үтте. Мәҙәниәт йортонда кешегә ултырыр урын да булманы, күркәм сараны кем баҫып, кем балконға менеп ҡараны. Байрамды Әхәт Ҡотлоәхмәтов асты.

- Хөрмәтле ҡунаҡтар, райондаштарым, барығыҙҙы ла күренекле дата – республикабыҙҙың 100 йыллығы менән ҡотлайым. Районыбыҙ республика иҡтисады һәм мәҙәни үҫешендә ҙур роль уйнай. Эшебеҙҙе йолаларыбыҙға таянып башҡарабыҙ. Инвестицияларҙы йәлеп итер, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү, яңы заманса эш урындары булдырыу өсөн тырышабыҙ. Районыбыҙ ауылдарының 82 процентына зәңгәр яғыулыҡ үткән, урамдарға асфальттар түшәлә, ауылдар төҙөкләндерелә. Районыбыҙҙа күп милләтле халыҡ дуҫ һәм берҙәм йәшәй. Артабан да районыбыҙҙың үҫеше өсөн беҙ яуаплы, - тине Әхәт Йәүҙәт улы һәм йәш ғаиләләргә, белгестәргә ауыл ерендә йорт һалыу йә алыу өсөн сертификаттар тапшырҙы. Бындай бүләкте Илдар менән Екатерина Ниғмәтовтар, Румиль менән Лиана Ғайсиндар, Альберт менән Гөлүзә Ҡотлоәхмәтовтар, Татьяна Звягинцева, Олег менән Эльвира Дмитриенколар алып ҡыуанды. Артабан Әхәт Йәүҙәт улы үҙенең хушлашыу һүҙҙәрен еткерҙе.

- Бөгөн минең өсөн тотош бер эпоха тамамлана: был минең эшемдә булған үҙгәреш түгел, ә тотош тормошомдоң матур бер бите ул. Бөгөн ошо матур залда, хеҙмәттәштәрем һәм яҡташтарым алдында эстафетаны ышаныслы ҡулдарға тапшырам. Хакимиәт башлығы булып эшләгән йылдарҙа мине аңлаған, һәр ваҡыт ярҙам иткән, теләктәшлек күрһәткән республика етәкселегенә ҙур рәхмәт һүҙҙәремде еткергем килә. Шулай уҡ иң йылы, эскерһеҙ рәхмәт һүҙҙәрем, әлбиттә, минең уң ҡулым - тормош юлдашым Миңзиә Зиннур ҡыҙына. Сөнки ышаныслы тыл булғанда ғына юғары бейеклектәргә үрләүе еңел. Ә ҡатыным һәр ваҡыт миңә ышаныслы иптәш, яҡын дуҫ. Моғайын ул булғанға ғына мин оҙаҡ йылдар хакимиәт башлығы вазифаһында эшләй алғанмындыр. Шулай уҡ үҙем менән бергә эшләгән коллегаларыма, хеҙмәткәрҙәремә рәхмәт. Уларҙың барыһына ла артабан да алдарында торған маҡсаттарына ирешеүҙәрен теләйем, - тип һүҙен тамамланы.

Тулҡынландырғыс та, моңһоу ҙа минуттар булды ул. Әхәт Йәүҙәт улын залдағы халыҡ баҫып алҡыштарға күмде, хатта күбеһенең күҙҙәренә йәштәр ҙә тығылды.

Әхәт Ҡотлоәхмәтовҡа районыбыҙҙың Почетлы гражданины тигән мәртәбәле исем бирелде.
Читайте нас: