Все новости
Сәйәсәт
12 Апреля 2019, 14:38

Уҡытыусыларға һалышмаҫҡа

Күмертау ҡалаһындағы милли мәғариф буйынса ата-әсәләр конференцияһы быйыл бишенсе тапҡырға үткәрелде. Ул «Гармоник һәм ижади шәхес тәрбиәләүҙә өҫтәмә белем биреүҙең роле» тигән темаға арналды. Был сараны Күмертау ҡала башҡорттары ҡоролтайы, 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернаты һәм мәғариф идаралығы ойошторҙо.

Күмертау ҡалаһындағы милли мәғариф буйынса ата-әсәләр конференцияһы быйыл бишенсе тапҡырға үткәрелде. Ул «Гармоник һәм ижади шәхес тәрбиәләүҙә өҫтәмә белем биреүҙең роле» тигән темаға арналды. Был сараны Күмертау ҡала башҡорттары ҡоролтайы, 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернаты һәм мәғариф идаралығы ойошторҙо.

Конференцияла ҡалабыҙҙа йәшәүсе ата-әсәләр, педагогтар, белем биреү учреждениелары етәкселәре, Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары, шулай уҡ ҡала мәғариф идаралығы начальнигы Николай Черепанов ҡатнашты.

Ҡоролтай рәйесе Әлфиә Шәмиғолова ҡоролтай тарафынан ғәмәлләштерелеүсе проекттар хаҡында һөйләне, шулай уҡ «Башҡорт телен өйрәнәм» тигән яңы проект хаҡында ентекле бәйән итте. Ул ата-әсәләрҙе әле республикала тикшереү барған Башҡорт халҡын үҫтереү стратегияһына тәҡдимдәр индереү, фекерҙәр яҙыуҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы. Бындай мөмкинлекте файҙаланып ҡалырға кәрәк, сөнки беҙ индергән тәҡдимдәр нигеҙендә төҙөлгән был стратегия, документ булараҡ, V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ҡабул ителәсәк, шуға күрә барыһы ла үҙебеҙҙән тора, тине Әлфиә Фәйзрахман ҡыҙы.

Конференция эшендә почетлы ҡунаҡ - Салауат ҡалаһының ата-әсәләр комитеты рәйесе Ишбулат Лоҡман улы Иҫәнбаев ҡатнашты. Ул ҡалала башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороуҙа ата-әсәләрҙең нисек ҡатнашыуы, был өлкәләге тупланған эш тәжрибәһе хаҡында конференцияла ҡатнашыусыларға ентекле һөйләне. Салауатта ата-әсәләр йәмәғәтселеге тарафынан БР-ҙың «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законын ғәмәлләштереү буйынса юл картаһы төҙөлгән. Ҡунаҡ уның йөкмәткеһе менән дә таныштырып үтте.

Милли мәғариф буйынса республика ата-әсәләр комиссияһының Күмертау ҡалаһынан ағзаһы Әлфиә Дәүләтшина комиссияның ниндәй эштәр башҡарыуы хаҡында яуап тотто. Ата-әсәләр исеменән Илшат Рыҫҡолов, Тәлғәт Шаһманов конференция темаһы буйынса үҙ тәҡдимдәре һәм идеялары менән сығыш яһаны. Уларҙы бигерәк тә биш көнлөк уҡытыуға күскәс балалар ике көн ял ваҡытын файҙалы итеп үткәрә алырмы, был йәһәттән ата-әсәләрҙең роле нисегерәк булырға тейеш тигән һорауҙар борсоно. Улар ял көндәрен балаларға өҫтәмә белем биреүҙә һөҙөмтәле файҙаланырға кәрәклеге, был йәһәттән уҡытыусыларға ғына һалышырға ярамағанлығы, ата-әсәләрҙең дә әүҙем ҡатнашырға тейешлеге хаҡында айырып әйтте.

26-сы һанлы «Алтын балыҡ» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Р. Кинйәбаева балалар баҡсаһында башҡорт телен өйрәнеүҙә яңы программаның нисек ҡулланылыуы хаҡында һөйләне, эш тәжрибәһе менән бүлеште. 5-се мәктәптең башҡорт теле уҡытыусыһы Земфира Байбулатова башҡорт телендә белем һәм тәрбиә алыусы кадет кластарында дәрестән тыш эшмәкәрлектең нисек ойошторолоуы хаҡында һөйләне. Йәш натуралистар станцияһы директоры Г. Әминеваның сығышында ла төп һүҙ балаларға әхлаҡи-илһөйәрлек тәрбиәһе биреүҙә өҫтәмә белемдең тотҡан урыны хаҡында барҙы. 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡытыусыһы Әлфиә Рәжәпованың эмоциональ сығышында төп һүҙ тыуған яҡ менән туған телдең айырылғыһыҙ булыуы хаҡында барҙы.

Конференция аҙағында ҡалабыҙҙа башҡорт милли мәғарифын үҫтереүҙә әүҙем ҡатнашҡан бер төркөм ата-әсәләр Күмертау ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Почет грамоталары менән бүләкләнде.
Читайте нас: