Все новости
Сәйәсәт
30 Апреля 2019, 13:01

Хәтергә алдыҡ, әрмегә оҙаттыҡ

26 апрелдә XX быуаттың иң масштаблы экологик һәм техноген Чернобыль атом электростанцияһы фажиғәһенә 33 йыл тулды. Был көндө Айсыуаҡ мәҙәниәт йортонда, ошо ваҡиға айҡанлы, һәм шулай уҡ әрме сафына йыйынған егеттәрҙе тәбрикләү саралары уҙҙы. Бында Чернобыль аварияһы эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары, район етәкселеге, йәштәр ҡатнашты.

Район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов сығышында был фажиғә эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусы райондаштарыбыҙға бурыстарын намыҫлы үтәгәндәре һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн оло рәхмәт белдерҙе, үҙенең ике олатаһының да Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуы хаҡында әйтте:

- Олатайҙарымдан нисек һуғышыуҙары хаҡында һораһаң, бер ҙә генә һөйләмәй торғайнылар. Ысын яугирҙәр үҙҙәренең батырлыҡтары хаҡында һөйләргә яратмай икәнлеген йылдар үткәс кенә аңланым. Аҙаҡ интернет селтәрендәге Оборона министрлығының махсус сайтынан олатайымдар хаҡында бик күп мәғлүмәт тупланым. Беҙ киноларҙа ғына күреп өйрәнгән батырлыҡтарҙы улар ҙа башҡарған икән дә. Һеҙ ҙә шул сайттан үҙегеҙҙең яҡындарығыҙҙың батырлыҡтары хаҡында мәғлүмәт алығыҙ. Яугир туғандарыбыҙҙың иҫтәлеген беҙ һаҡларға тейешбеҙ, - тине.

Буласаҡ һалдаттарҙы Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы буйынса хәрби комиссар вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Эрнест Кәбиров, «Рамаҙан» мәсете имам-хатибы Азат-хәҙрәт һәм шулай уҡ отец Сергий, ЧАЭС фажиғәһен бөтөрөүҙә ҡатнашыусы ветерандар йәмғиәте рәйесе Рафиҡ Бикмаев тәбрикләп, иң изге теләктәрен юлланы.

Әлеге көндә беҙҙең сафтарҙа 11 ҡурҡыныс ядро фажиғәһен бөтөрөүҙә ҡатнашыусы, 4 үтә хәүефле подразделение ветераны, 11 тол ҡатын. Был сарала һәр береһенең күрһәткән ҡаһарманлығы алдында баш эйеп, оло рәхмәт белдерелде. Һалдатҡа алынасаҡ егеттәр өсөн дә уларҙың күрһәткән батырлыҡтары өлгө булып тора.
Читайте нас: