15 майҙа Павловка ауылы мəктə-
бендə Сыуаш теле көнөнə һəм сыуаш
шағиры Сеспель Мишшиның тыуы-
уына 200 йыл тулыуға арналған бик
сағыу һəм онотолмаҫлыҡ сара үтте.
Керəүле-Илюшкин мəктəбе уҡыу-
сылары, Павловка балалар баҡсаһы
тəрбиəлəнеүселəре ҡатнашты. Бала-
лар шиғыр һөйлəп, йырлап-бейеп
кенə ҡалманы, улар шулай уҡ фəнни
эштəр əҙерлəне, һүрəттəр төшөрҙө,
төрлө ҡул эштəре конкурсында ҡат-
нашты. Байрам бер тынала, матур
итеп үтеп китте. Бында килеүселəр
туған сыуаш телен һаҡларға һəм оно-
торға ярамай икəнлегенə тағы бер ҡа-
Сараға ҡунаҡтар ҙа күп килгəйне.
Район ЗАГС-ы бүлеге начальнигы
Светлана Иванова иң əүҙем бала-
ларҙы үҙе бүлəккə алып килгəн йом-
шаҡ уйынсыҡтар менəн ҡыуандырҙы.
Ошо матур байрамды ойоштороусы,
китапханасы Надежда Алексеева ла
ҡатнашыусыларға үҙенең бүлəктəрен
тапшырҙы. Ошондай һоҡланды-
рғыс ижади конкурс ойоштороусы-
ларға, ҡатнашыусыларҙың барыһы-
на ла оло рəхмəт белдерəбеҙ, ижади