Кисә Рәсәй Федерацияһы Президенты «Владимир Путин менән тура бәйләнеш» махсус программаһында илдең ижтимағи-сәйәси һәм социаль-иҡтисади тормошона, шулай уҡ халыҡ-ара хәлгә ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙе. Тура бәйләнешкә 2 миллиондан ашыу һорау килде. Шуларҙың яртыһы телефондан шылтыратыуҙар булһа, ҡалғандары - СМС һәм ММС хәбәрҙәр, өсөнсө урында - мобиль ҡушымталар. Һорауҙарҙың ҡыҙыҡлылары һәм көнүҙәктәре тура эфир барышында Президентҡа еткерелде. Ил башлығы был сараға бик етди ҡараны һәм эфир булырҙан бер нисә көн алдан әҙерләнә башланы. Элекке көнө, 19 июндә, хатта «тура бәйләнеш» буйынса кәңәшмә уҙғарҙы.
Рәсәй Президенты тура эфирҙы Милли проекттар тураһында һөйләүҙән башланы. Ил етәксеһе өҫтөнлөклө проекттарҙың әһәмиәте, уларҙы ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәләре, көтөлгән өмөттәр хаҡында телгә алды. Эйе, беҙ ныҡ көтәбеҙ. Милли проекттар, иң тәү сиратта, халыҡ йәшәйешен күтәреү өсөн булдырылды.
Халыҡты эш хаҡының күләме лә ныҡ борсой. Владимир Путин МРОТ кимәле тураһында әйтеп үтте. Белегеҙ: хеҙмәт кешеһенә ошо күләмдән әҙерәк эш хаҡы түләргә тейеш түгелдәр, тине. Әле ил буйынса МРОТ - 11 280 һум.
Һорау биреүселәр араһында килеме төшөүен, йәшәүе ауыр була барыуын һөйләүселәр күп ине. Путин, шуға ла ошо проблеманы алдараҡ күтәрергә кәрәк ине, ауыр мәлдәр булды, миңә асыуланмағыҙ, тине. Президент, халыҡтың эш хаҡының 40 %-ы кредит түләүгә китә, тип белдерҙе. Ул энергетика баҙарындағы хәлдәргә бәйле иҡтисадта һәм социаль өлкәлә «күңелһеҙ элемент» булыуы тураһында белдерҙе. Әммә килемдәр яйлап күтәрелә, тине.
Путин менән «тура бәйләнеш» ваҡытында төрлө өлкәләрҙең поликлиникаларынан тура эфирға сыҡтылар һәм мөрәжәғәттәрҙе тикшерҙеләр. Билдәле булыуынса, бөтә ерҙә лә тар белгестәр етешмәй, сөнки эш хаҡы аҙ, йәшәргә шарттар юҡ.
В. Путин экранда йүгереп үткән: «Чиновниктар ҡасан ябай эшсе кеүек эш хаҡы ала башларҙар?» - тигән һорауға ла яуап бирҙе. Уның белдереүенсә, чиновниктарҙың эш хаҡын кәметһәң, белгестәр эш урынынан китәсәк, хатта сит илдәргә сығып китәсәк.
Президентҡа балалар тәрбиәләүселәрҙән һорауҙар бигерәк күп килгән. Әлбиттә, барыһын да эфирҙа яңғыратыу мөмкин түгел. Йәш әсәләр балалар пособиеһы хаҡында һораша. Хатта айына 50 һум түләү бар. Был сумма, әҙәм көлдөрөп, булмаһа ла ярай, ти әсәйҙәр. Президент белдереүенсә, 2020 йылдың 1 ғинуарынан яңы тыуған сабыйҙан алып 1,5 йәшкә тиклемге балаларға яңы төр пособие индереүҙәре бар. Уның суммаһы МРОТ кимәлендә булыр, моғайын. Ә кемдәргә түләнер һуң? Бөгөн бит беҙҙә мохтаждарға ғына ярҙам итергә кәрәк, тигән һүҙҙәр йыш ишетелә. Быныһын уйларбыҙ, һәр хәлдә ул пособие кеше көлөрлөк булмаҫ, тине.
Ошондай мәсьәләләргә бәйле башланып киткән «тура бәйләнеш» дүрт сәғәт буйына дауам итте. Унда Рәсәй дәүләтенең эске һәм тышҡы сәйәсәтенә, илдең социаль-иҡтисади, хоҡуҡи, һаулыҡ һаҡлау һ.б. проблемаларына бәйле күп һорауҙар ҡаралды.
Президент һеҙҙең һорауға яуап биреп өлгөрмәһә, борсолмағыҙ, бәлки кл (мөрәжәғәтегеҙ) күптән айырым өйөмгә һалынғандыр ҙа хәл ителәһе эштәр иҫәбендә алда торалыр.