Все новости
Сәйәсәт
2 Июля 2019, 10:32

Ҡот килтерһен ҡоролтай

Ниһайәт, күптән көтөлгән, ҡыҙыу әҙерлек эштәре алып барылған V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үткән аҙнала, 28-29 июндә, Өфөлә һәм Ишембай районында, Торатау буйында, уңышлы һәм гөрләп үтте.

Ниһайәт, күптән көтөлгән, ҡыҙыу әҙерлек эштәре алып барылған V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үткән аҙнала, 28-29 июндә, Өфөлә һәм Ишембай районында, Торатау буйында, уңышлы һәм гөрләп үтте.

Ҙур сараға делегаттар булып Күмертау ҡалаһынан Күмертау ҡалаһы үҙәк китапханалар системаһы директоры, Күмертау ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Әлфиә Шәмиғолова, Мөхәмәт Исҡужин исемендәге прогимназия директоры Әнисә Түләгәнова, Күмертау ҡалаһының башҡорт йәштәре исеменән Венер Сабанчин; Көйөргәҙе районынан Көйөргәҙе районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлай Ишмөхәмәтов, райондың башҡорт йәштәре исеменән район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, район мәғариф бүлегенең мәғлүмәт-методика бүлеге мөдире Ләйсән Аҙнабаева барҙы. Шулай уҡ Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығы Олег Фролов, Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов ҡоролтайҙа саҡырылған ҡунаҡтар булып ҡатнашты.

Ҡоролтайҙы ҡотлау һүҙе менән башҡорт аҡһаҡалы, ғалим һәм әҙип Рәшит Шәкүр асты. Ҙур сараны беҙҙең 3-сө БРГИ-ны тамамлаған, хәҙерге көндә Башҡортостан Республикаһы Башлығы идаралығының ижтимағи-сәйәси үҫеш буйынса начальнигы Урал Килсенбаев алып барҙы. Делегаттарыбыҙҙан Ләйсән Аҙнабаева менән Әнисә Түләгәнова мандат комиссияһында эшләне. Редакцион комиссияла яҡташыбыҙ Рөстәм Игбаев бар ине. Контроль-ревизия комиссияһына «Южурал-Ойл»дың етәксеһе Зиннур Исхаҡов тағы индерелде. Ҡоролтайҙа шулай уҡ яҡташтарыбыҙҙан Марат Аҙнабаев, Румиль Аҙнабаев, Сынтимер Баязитов, Иршат Аҫылғужин ҡатнашты.

Төп доклад менән ҡоролтай рәйесе Данир Ғәйнуллин сығыш яһаны. «Халыҡ беҙҙән милләттең социаль, мәҙәни, иҡтисади үҫешенең көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеүҙе көтә. Бөгөн беҙҙең алда бик күп бурыстар тора», - тине ул үҙ сығышында.

Ҡоролтай эшендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та ҡатнашты. «Ҡарашымса, хәҙерге башҡорттоң йыйылма образында ата-бабаларыбыҙ аҡылы, эскерһеҙлек, алсаҡлыҡ һәм ҡунаҡсыллыҡ, хеҙмәт һөйөүсәнлек һәм төрлө һынауҙар алдында бирешмәүсәнлек, мобиллек һәм заманса үҫешкә әҙерлек кеүек сифаттар булырға тейеш, — тине республика етәксеһе. — Башҡортостан Европа һәм Азия сигендә урынлашҡан. Шуға күрә беҙҙә көнсығыштың һәм көнбайыштың иң яҡшы өлгөләренең булыуы осраҡлы түгел. Образлы итеп әйткәндә, башҡорт Миңлеғәле Шайморатов кеүек илһөйәр булырға, Тыуған илен яратырға, уға хеҙмәт итергә, Мостай Кәрим кеүек тәрән аҡыллы, Айрат Шаммазов кеүек белемле, Радик Юлъяҡшин кеүек талантлы, Азамат Ҡолмөхәмәтов кеүек дипломат, Венер Ғәлиев кеүек көслө, үҙ-үҙенә ышанған, Ләйсән Үтәшева кеүек сибәр, һомғол буйлы булырға тейеш».

Радий Фәрит улы бер төркөм делегаттарға маҡтаулы исемдәр, наградалар тапшырҙы. Көйөргәҙеләрҙән Ләйсән Хәсән ҡыҙы Аҙнабаева «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Күмертау башҡорттары ҡоролтайының элекке рәйесе, хәҙер Мәскәүҙә йәшәп, башҡорттарҙың йәмәғәтселек эшендә әүҙем ҡатнашыусы Рәйсә Рәхмәт ҡыҙы Сырлыбаева Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде.

Бығаса ҡоролтайҙа устав буйынса президиум юҡ ине. Тауыш биреү һөҙөмтәһендә киләһе биш йыллыҡҡа алты кешенән президиум составы һайланды. Улар араһында Күмертауҙан яҡташыбыҙ, башҡорт патриотик хәрәкәте рәйесе Фәнит Моратбаҡыев та бар.

Пленар ултырыштан һуң һигеҙ секцияла донъяның төрлө төбәктәрендә йәшәгән милләттәштәребеҙ бергә йыйылып, башҡорт халҡы үҫешенең мөһим мәсьәләләре, төп йүнәлештәре тураһында фекер алышты. Делегат Ләйсән Аҙнабаева менән Көйөргәҙе районы мәғариф бүлеге начальнигы Ирина Ибраһимова, саҡырылған ҡунаҡ булараҡ, «Башҡорт теле» секцияһы эшендә ҡатнашһалар, Юлай Ишмөхәмәтов менән Венер Сабанчин «Бизнес һәм эшҡыуарлыҡ» секцияһындағы фекер алышыусылар сафында булды, Әлфиә Шәмиғолова «Мәҙәниәт һәм сәнғәт», Әнисә Түләгәнова «Мәғариф» секцияларында эшләне.

Делегаттарыбыҙ ҡоролтайҙан яңы уй-пландар менән дәртләнеп, ҡанатланып ҡайтты. Инде хәҙер уларҙың, район, ҡала ҡоролтайҙары ағзаларының алдында ҙур сарала ҡабул ителгән ҡарар, резолюцияларҙы тормошҡа ашырыу бурысы тора.
Читайте нас: