РФ Эске эштәр министрлығының Көйөргәҙе районы буйынса бүлексәһе начальнигы, подполковник Ринат Әбсәләмов менән быйылғы 6 ай эсендә башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһап әңгәмә ҡорҙоҡ.
— Ринат Сөләймәнович, Көйөргәҙе районы территорияһында ҡылынған енәйәттәргә туҡталайыҡ әле. Ниндәй төрҙәгеләре күберәк? Уларҙың барыһы ла асыламы?
— Йыл башынан район территорияһында ҡылынған енәйәттәрҙең 80 проценты асыҡланды. Был һан, уҙған йыл менән сағыштырғанда, 20 процентҡа күберәк. Шәхескә ҡарата ҡылынған енәйәттәрҙең 10 процентҡа артыуы борсой. Тәүге ярты йыл эсендә ике криминаль үлем осрағы теркәлде, ике ваҡиға буйынса ла факттар асыҡланды. Шуныһы хафаландыра, был һан былтырғы менән сағыштырғанда берәүгә күберәк. Ә бына көсләү осраҡтары булманы. Кисен урамдарҙа тәртип булдырыу ҙа күҙгә күренеп артты, хәҙер райондаштарыбыҙ урамда ҡурҡмай, тыныс йөрөһәләр ҙә була. Районыбыҙ буйынса профилактик иҫәптә 620 кеше тора. Урлашыу буйынса ҡылынған эштәр күбеһенсә асыҡлана, шулай ҙа әлегә туғыҙы асыҡланмаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мал урлау осрағы асыҡланманы. Быйыл өс мал урлау теркәлһә, былтыр был һан берәүгә күберәк ине. Районда кеше алдау осраҡтары ла бар. Был хаҡта халыҡ араһында даими аңлатыу эштәре алып барабыҙ. Һеҙ ҙә гәзит биттәрендә йыш яҙаһығыҙ. Сифатһыҙ тауар алып алданған, төрлө иҫәптәргә аҡса күсергән, йәки башҡа мутлыҡтарға ышанып алданған кешеләр күп. Йылғырбайҙарҙың тоҙаҡтарына эләкмәһендәр өсөн, граждандар бик һаҡ булһындар ине.
Был эштәр барыһы ла хеҙмәткәрҙәребеҙҙең оператив эшләүҙәре арҡаһында асыҡлана бара. Шулай ҙа граждандарҙың үҙҙәренең әүҙемлеге лә кәрәк.
- Юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәүселәр арҡаһында ла күңелһеҙ хәлдәр булып тора, был турала ни әйтерһегеҙ?
- Юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенә айырым иғтибар бүленә. Тиҙлек арттырыусылар, ҡаршыға килеүсе транспорт юлына сығыусылар, махсус кресло ҡулланмай балаларҙы автотранспортта ултыртып йөрөтөүселәр күп. Юл фажиғәләренә, үлем осраҡтарына килтереүсе төп факторҙар былар. Шуға күрә автомобиль хужалары ошоларға айырыуса иғтибар итһендәр ине.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аварияларҙың артыуы күҙәтелә. Ошо беҙ айҡаған осорҙа районыбыҙ аша үткән Өфө-Ырымбур трассаһында юл-транспорт фажиғәһендә дүрт кеше һәләк булды, ике кеше йәрәхәтләнде. Барлыҡ сәбәптәр ҙә асыҡланды. Ләкин был ғүмерҙәре өҙөлгән кешеләрҙе кире ҡайтармай бит. Руль артында айырыуса иғтибарлы, бер-береңә ихтирамлы булырға кәрәк.
- Районыбыҙ территорияларында наркотик матдәле үләндәр үҫкән майҙандарҙы асыҡлау буйынса эштәр барамы?
- Һәр йылдағыса быйыл да ауылдарҙа үҫкән наркотик матдәле үләндәр менән көрәш бара. Быйыл бындай үҫемлектәргә бәйле эштәр 33,3 процентҡа артып, дүрт эш ҡаралды. Шуларҙың өсәүһе Күмертау ҡалаһы кешеләре булһа, бер кеше беҙҙең райондыҡы булып сыҡты. Уларҙан барлығы 620 грамм наркотик матдәле үҫемлектәр тартып алынды. Район территорияһының алты урынында дөйөм майҙаны 11 гектар булған ерҙә наркотик үҫемлектәр үҫеүе асыҡланды. Был ныҡ күп. Ошо факт буйынса ауыл советы башлыҡтарына уларҙы юҡ итергә күрһәтмә бирелде.
- Законһыҙ рәүештә һаҡланған ҡоралдар ҙа проблема тыуҙырмай ҡалмайҙыр?
- Республикала "Ҡоралыңды тапшыр һәм тыныс йоҡла" тигән акция даими эшләй. Граждандар йорттарында һаҡланған ҡоралдарын үҙ теләге менән полицияға тапшыра. Был осраҡта граждандар енәйәт яуаплылығынан ҡотолоп ҡына ҡалмай, аңлы рәүештә шул аҙымды яһағандары өсөн аҡсалата бүләк тә ала. Был аҡсаның күләме 3 меңдән башлап 100 мең һумға тиклем барып етә. Үткән йыл 50-60 мең һумлыҡ тапшырылһа, быйыл әлегә 10 мең һумлыҡ ҡына. Былтыр законһыҙ һаҡланған өс берәмек ҡоралды үҙ теләктәре менән тапшырһалар, быйыл әлегә берәү генә. Әммә тағы тапшырыусылар булыр тигән өмөттәбеҙ.
Быйыл өс ҡоралды хужаларының теләгенә ҡаршы үҙебеҙ алдыҡ. Граждандарҙа төрлө ҡоралдар бар. Уны үҙеңдә тотоу өсөн тейешле документтар мотлаҡ булырға тейеш, шул иҫәптән психик сәләмәтлегең хаҡында медицина справкаһы ла. Быйыл законһыҙ ҡорал һаҡлауға бәйле ике енәйәт эше теркәлде, икеһе лә асыҡланды.
- Законһыҙ рәүештә сифатһыҙ араҡы һатыусылар менән көрәш нисек бара?
-Законһыҙ рәүештә спиртлы эсемлектәр менән һатыу итеү тормошобоҙҙағы иң көнүҙәк проблемаларҙың береһенә әйләнде. Бөгөн был мәсьәләне хәл итеүгә киң йәмәғәтселек кенә түгел, дәүләт органдары ла етди иғтибар бүлә. Сөнки "йәшел йылан" ағыуына эләгеүселәр үҙҙәренә генә түгел, бөтә йәмғиәткә хәүеф тыуҙыра. Әлеге ваҡытта, эскелек арҡаһында килеп сыҡҡан бәләләргә юл ҡуймау маҡсатында, мөмкин булған сараларҙың барыһы ла тиерлек күрелә. Быйыл районда законһыҙ рәүештә спиртлы шыйыҡса һатҡан 24 фактты асыҡланыҡ. Хужаларынан 157 литр шыйыҡса алынды, был былтырғыға ҡарағанда күберәк. Суррогат спиртлы эсемлектәрҙе ташыу ваҡытында ла тотолоусылар бар. Әйткәндәй, хәҙер көмөшкә ҡойоп һатыусылар юҡ тиерлек, күбеһе ана шул билдәһеҙ спирт ҡушып эшләнгән сифатһыҙ шыйыҡса һатыу менән мәшғүлдәр. Нимәһе ҡыуандыра, элек бындай кәсеп менән аҡса эшләгәндәрҙе тотҡандан һуң араҡыларын экспертизаға ебәрһәк, оҙаҡ көтөргә ине. Хәҙер һөҙөмтәләр ике аҙнала әҙер була. Спиртлы эсемлектәр менән һатыу итеүселәргә 30 мең һум күләмендә штраф түләү ҡаралған, ҡабаттан тотолһалар, енәйәт эше ҡуҙғатыла.
Спиртлы эсемлек һатып элек тотолоусылар буйынса күптән түгел тағы ентекле тикшереү үткәрҙек. Элек беҙҙең ҡармаҡҡа эләккән туғыҙ кешенең әлеге мәлдә береһенең дә кире һатмауҙары асыҡланды.
—Ринат Сөләймәнович, райондың хоҡуҡ һаҡлау органдарында кадрҙар мәсьәләһе нисек, ҡытлыҡ кисермәйһегеҙме?
- Кадрҙар хәленә килгәндә, әлбиттә, беҙгә эш нескәлектәрен белгән, проблемаларҙы төптән төшөнгән әҙер тәжрибәле хәеҙмәткәрҙәрҙең килеүе бик һирәк осрай. Килгәндәргә үҙебеҙ ярҙам итәбеҙ. Әле ете кеше стажировка үтте, уларҙы артабан үҫтерәсәкбеҙ. Көҙгә районыбыҙҙың тағы бер егете Өфөлә университет тамамлап, беҙгә эшкә ҡайтасаҡ. Нисек булһа ла эшебеҙҙе сифатлы башҡарырға тырышабыҙ. Уңыштарға ирешеүҙең нигеҙе – коллективтың берҙәмлегендә. Ҡылынған енәйәтте ваҡытында, оператив рәүештә асыҡлау һәр хеҙмәткәрҙең үҙ эшен яҡшы белеүенән, оҫта үтәүенән тора.
Участковыйҙарыбыҙ менән дә бер маҡсатта эшләйбеҙ. Районыбыҙҙа 24 мең тирәһе халыҡ йәшәһә, участковыйҙар унау. Улар барыһы ла үҙҙәренең эштәрен тырышып башҡаралар, өлгөрҙәр. Быйылғы ярты йыл эсендә коллектив тотороҡло эшләне. Артабан да шулай булыр.
—Енәйәтселек осраҡтарын булдырмау йүнәлешендә ниндәй эштәр башҡарыла?
- Беҙҙең хеҙмәткәрҙәрҙең тырышып эшләүе үҙ һөҙөмтәһен бирә. Районыбыҙҙа төрлө милләт халҡы йәшәүенә ҡарамаҫтан, үҙ-ара дуҫ һәм татыу көн итәләр. Тәүге алты ай эсендә экстремизм буйынса факттар юҡ. Коррупцияға килгәндә инде, был өлкәлә көрәштең туҡтағаны юҡ. Ришүәт алыу буйынса ике факт теркәлде, бюджет аҡсаһына ҡулын һуҙыу буйынса тағы бер эш ҡаралды. Ғөмүмән, районыбыҙҙа енәйәтселекте киҫәтеү өсөн барыһын да эшләйбеҙ. Енәйәттәрҙе булдырмау – полиция хеҙмәткәрҙәренең төп бурысы. Маҡсатыбыҙ изге – районда тәртип һаҡлау, граждандарҙың тыныслығын яҡлау. Иңебеҙгә алған бурыстарыбыҙҙы намыҫлы үтәргә тырышабыҙ. Берҙәм эшебеҙ енәйәтселеккә етди кәртә булһын.
- Ринат Сөләймәнович, әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Еңел булмаған яуаплы эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!