Все новости
Сәйәсәт
23 Августа 2019, 07:44

«Ышаныс телефоны»на ышанмайым!

Бөгөн балалар һәм үҫмерҙәргә бәйле ҡатмарлы һәм ауыр тема — төрлө тормош трагедияларына килтергән кризис хәл тураһында һөйләмәксемен.

Бөгөн балалар һәм үҫмерҙәргә бәйле ҡатмарлы һәм ауыр тема — төрлө тормош трагедияларына килтергән кризис хәл тураһында һөйләмәксемен.

Был өлкәлә бик оҙаҡ эшләү дәүерендә балалар һәм үҫмерҙәрҙең кризис хәле тураһындағы фекерем күп тапҡырҙар үҙгәрҙе.

Кеше был донъяға аҡ ҡағыҙ кеүек тап-таҙа булып килә. Бала үҫә-үҫә башҡа кешеләр йәмғиәтендә йәшәргә өйрәнә. Ғаиләлә ул кешеләргә ҡарата мөнәсәбәткә, төрлө проблемаларҙы хәл итергә өйрәнә.

Ҡасандыр үҙе лә бала булған ата-әсәләр тормоштағЫ төрлө хәлдәргә — еңеү-еңелеүҙәргә ҡараш тәрбиәләй. Балалар үҙҙәренең ата-әсәләренең копияһы булып үҫә. Шуға күрә ғаиләнең нисек йәшәү тарихын белгән осраҡта ҡайһы бер насар хәлдәрҙе булдырмаҫҡа ла мөмкин.

Ата-әсә балаға нимә өйрәтә? Иң тәүҙә гигиенаға, йәмғиәттә үҙеңде тоторға, эшкә, маҡсатҡа табан барырға, тормош мәғәнәһен аңларға өйрәтә, әхлаҡи тәрбиә бирә, еңеү-еңелеүҙәргә дөрөҫ ҡараш булдыра.

Ғаиләнең ошо «тормош сценариеһы»нан сығыуы бик ҡыйын. Ҡыҙ бала күпмелер рәүештә әсәһенең яҙмышын ҡабатлай, тиҙәр халыҡта. Был һүҙҙәрҙә мәғәнә бар, сөнки ҡыҙ бала аңһыҙ рәүештә үҙенең әсәһенең ҡыланыштарын ҡабатлай һәм үҫә килә уға оҡшай башлай. Ә малайҙар? Малайҙар менән барыһы ла ҡатмарлыраҡ. Улар аталарының тоҡомон дауам итеүсе йәки бөтөнләй ҡапма-ҡаршы кеше булыуҙары мөмкин. Быларҙың барыһы ла ғаиләләге үҙ-ара мөнәсәбәттән һәм ата-әсәнең үҙ-ара мөғәмәлләһенән тора. Күптәрҙән «уның копияһы» тигән һүҙҙәрҙе ишетергә була. Һәр кеше балаларҙағы иң насар ғәҙәттәрҙе минеке түгел, ә уныҡы тип әйтергә ярата.

Балаларҙы нимәгә өйрәтергә һуң? Яуап ябай, уларҙы һеҙ үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ: түҙемлеккә, лайыҡлы еңелә белергә, үҙеңдән көсһөҙөрәктәргә һәм кесерәктәргә юл бирергә, ауырлыҡтарға бирешмәҫкә, яҡындарыңдың һөйөүенә һәм хәстәрлегенә рәхмәтле булырға. Иң мөһиме — уның өсөн «йәшәмәй» генә баланы тәрбиәләргә кәрәк. Балалар беҙҙең милек түгел икәнен дә оноторға ярамай.

Балаларҙы еңелергә өйрәтергә лә кәрәк! Был һүҙ сәйер тойолор, әммә тормошта күренеүенсә, икеле-өслөгә уҡыусыларҙың, ғәҙәттә, психикаһы стрестарға бирешмәй. Бала алдына тормошҡа ашмаҫлыҡ маҡсаттар ҡуймағыҙ! Баштан аша һикереп булмай! Әгәр кеше ниндәйҙер ысул менән ҡапыл бик юғарыға күтәрелеп китһә лә, тормош уны кире үҙ урынына ҡайтара. Шуға күрә ҡапыл менеп, ҡапыл кире төшкәнсе, үрҙәрҙе яйлап ҡына яуларға тейештәр. Балаға 7-8 йәшкә тиклем ниндәй тәрбиә бирәһегеҙ, аҙаҡ шуның уңыштарын йыясаҡһығыҙ.

Ғаиләне берләштереүсе дөйөм ҡыҙыҡһыныуҙар булдырығыҙ. Дуҫтар менән дөрөҫ мөнәсәбәткә өйрәтегеҙ. Шул ваҡытта ғына улар икенсе берәүҙең йоғонтоһона бирелмәҫ. Көнө-төнө эштә булып, ғаилә тормошоноң һәм бала үҫешенең иң сағыу мәлен үткәреп ебәрмәгеҙ.

Баланы яңғыҙлыҡҡа өйрәтергә лә онотмағыҙ, сөнки, асылда, кеше һәр ваҡыт яңғыҙ. Яңғыҙлыҡ — ул көсһөҙлөк түгел, ә, киреһенсә, китап уҡыу, үҙ өҫтөңдә эшләү ваҡыты икәнен аңлатығыҙ. Беҙ барыбыҙ ҙа ҡасандыр был донъянан китәбеҙ һәм ошо күренешкә бала ла әҙер булырға тейеш.

Әгәр бала тормоштоң ауыр хәленә дусар булһа, ни эшләргә һуң? Әгәр бала менән мөнәсәбәтегеҙ яҡшы икән, ысын күңелдән бер ултырып һөйләшеү беренсе мөхәббәт, дуҫтарға асыу, хаталар һәм башҡа нәмәләрҙе еңел кисерергә ярҙам итәсәк. Баланың һәр еңеүен, шатлығын ихлас ҡабул итергә әҙер булығыҙ!

Әгәр һеҙ үҙегеҙ ярҙам итә алмаһағыҙ, башҡа кешеләр ярҙам ҡулы һуҙа алырмы?..

Мин «ышаныс телефонына» ышанмайым һәм уның ярҙамын да күрмәйем. Был 90% эшләмәй торған проект. Заманса мәктәп педагогикаһына ышанмайым, сөнки уҡытыусыларҙың хәҙер үҫеп килгән быуынды тәрбиәләргә ваҡыты юҡ. Бөтә нәмәгә лә тығылыусы депрессияға ышанмайым, сөнки депрессия — психик ауырыу һәм ул һәр бишенсе балала булыуы мөмкин түгел.

Мин ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға һәм үҫмерҙәргә ярҙам итергә махсус белем алған психологик-психиатрик хеҙмәт белгестәренә ышанам.

Оло абруй ҡаҙанған һәм балаға ата-әсәһен алыштыра алған спорт тренерҙарына ышанам.

Балаларҙы һәм ата-әсәләрҙе үҙ яндарына берләштереүсе мәҙәниәт, йыр, бейеү уҡытыусыларына ышанам. Геройҙарының тормошонан алынған тәжрибәне ҡулланырға өйрәткән театр һәм башҡа үҙешмәкәр түңәрәктәрҙең художество етәкселәрен яратам.

Шулай уҡ ҡайһы бер дин әһелдәренә ышанам, сөнки дин аша беҙ бик күп нәмәләргә төшөнәбеҙ.
Читайте нас: