Все новости
Сәйәсәт
17 Января 2020, 15:35

Халыҡтың ышанысы артты

15 ғинуарҙа ил башлығы В.В. Путин Федерация Советына Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Быйыл был йола 16-сы тапҡыр ойошторолдо. Унда йәмғиәтебеҙҙең бик мөһим проблемалары күтәрелде. Бөгөн беҙ Рәсәй Президентының Мөрәжәғәтнамәһендәге ҡайһы бер иң мөһим тезистарға туҡталып китмәксебеҙ.

15 ғинуарҙа ил башлығы В.В. Путин Федерация Советына Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Быйыл был йола 16-сы тапҡыр ойошторолдо. Унда йәмғиәтебеҙҙең бик мөһим проблемалары күтәрелде. Бөгөн беҙ Рәсәй Президентының Мөрәжәғәтнамәһендәге ҡайһы бер иң мөһим тезистарға туҡталып китмәксебеҙ.
Иҫ китмәле яңылыҡ
В. Путин «Әсәлек капиталы»на бәйле иҫ китмәле яңылыҡ әйтте! Ул үҙенең сығышын ил өсөн иң мөһим проблема менән башланы. Был – демография. Ғаиләләр өсөн бик күп һәм яҡшы яңылыҡтар әйтелде. Шулай итеп хәҙер «Әсәлек капиталы» беренсе балаға ла бирелә башлаясаҡ! Уның күләме индексациянан һуң быйыл 466 мең тәшкил итә. Ә бына икенсе балаһы тыуған ғаиләләр өсөн «әсәлек капиталы» күләме 150 мең һумға арта. Ул 616 мең 617 һум тәшкил итәсәк. Өсөнсө бала тапҡандар ҙа мәхрүм ҡалмаясаҡ: бындай ғаиләнең ипотекаһының 450 мең һумы ҡапланасаҡ. Күренеүенсә, балалы ғаиләләр өсөн бик ҙур ярҙам саралары күреләсәк.
«Төп Закон иҫкерҙе»
В. Путин быйылғы Мөрәжәғәтнамәһендә Рәсәй Конституцияһы тураһында күп һөйләне. «Төп Закон иҫкерҙе, уны яңыртырға йә үҙгәртергә кәрәк, тигән фекерҙәр йыш яңғырай бит. Юҡ, беҙ уны яңынан яҙмаясаҡбыҙ. Әммә ҡайһы бер нәмәләрҙе үҙгәртергә була. Мәҫәлән, ил башлығының вазифаһында нисә йыл рәттән ултыра алыуын да Конституцияла нығытып ҡуйырға була. Рәсәй Президенты вазифаһында ике мөҙҙәттән дә артыҡ рәттән ултырмаһын, тигән фекерҙәр етерлек. Был принципиаль мәсьәлә түгел, әммә бының менән ризамын. Рәсәй – ҙур ил һәм уның һәр субъектының үҙенсәлектәре, проблемалары, тәжрибәһе бар. Шуны иҫәпкә алып, федераль кимәлдә төбәк башлыҡтарының ролен күтәреү кәрәк, тигән уйҙамын. Конституцияла субъекттарҙың етәкселәре ҡатнашлығындағы Дәүләт Советының статусын нығытыу ҙа мөһим» - тип белдерҙе Президент.
«Класс етәксеһе —
яуаплы эш»
«Класс етәксеһе булыу – ул бик ҙур яуаплылыҡ һәм уҡыусылар менән көндәлек аралашыу. Шуға күрә бындай эш махсус түләнергә тейеш», – тине В. Путин. Шулай итеп 2020 йылдың 1 сентябренән Президент класс етәкселәре өсөн махсус өҫтәмә түләү индерә. Уның күләме – 5 мең һумдан да кәм булмаясаҡ. Владимир Владимирович белдереүенсә, бындай өҫтәмә түләү тәү ҡарамаҡҡа төбәктәр бурысы кеүек, әммә «класс етәксеһе – ул тәрбиәсе», тимәк федераль функция. Шулай булғас, аҡса федераль бюджеттан түләнәсәк. Бынан тыш В. Путин әйтеүенсә, быға тиклем булған бар түләүҙәр ҙә мотлаҡ һаҡланырға тейеш. «Ғәмәлдә эштең нисек торғанын мин мотлаҡ тикшерәсәкмен. Мәсьәләне контролдә тотмаһаң, был теманан «ҡасырға» теләүселәр табылыр. Улай эшләргә кәрәкмәй» - тине ул. Шулай уҡ дәүләт башлығы уҡытыусылар хеҙмәте лайыҡлы һәм ғәҙел түләнергә тейеш тигән фекерҙә. Ул тағы ла төбәктәр менән берлектә илгә күпме өҫтәмә мәктәп кәрәклеген асыҡларға ҡушты һәм мәктәптәр төҙөү генә түгел, ә булған белем биреү учреждениеларын һәм башҡа инфраструктураны был маҡсатҡа һөҙөмтәле файҙаланыу кәрәклеген билдәләне.
«Башҡаларҙан кәм
тоймаһын»
Балалы ғаиләләргә ҡағылышлы тағы бер яҡшы яңылыҡ: башланғыс кластарҙа уҡыған балалар өсөн ашау бушлай буласаҡ. Был бөтәһенә лә ҡағыласаҡ. «Ярлы ғаиләләрҙә йәшәгән балалар үҙҙәрен башҡаларҙан кәм тоймаҫҡа тейеш. 1-се кластан 4-сегә тиклемге мәктәп уҡыусылары бушлай ҡайнар аш менән тәьмин ителәсәк» - тине В. Путин. Быны тормошҡа ашырыу өсөн федераль, төбәк һәм урындағы бюджеттар йәлеп ителәсәк. «Мәсьәлә аҡсала ғына түгел. Мәктәптәрҙә ашхана һәм буфеттарҙы йыһазландырыу, тәьминәт системаһын яйға һалыу, сифатлы тауарҙар менән ашатыу мөһим. Советтар союзы осоронда ла бындай нәмә булманы. Был ҡарар бик ауыр ҡабул ителде, бәхәстәр һәм дискуссиялар күп булды» – тине В. Путин. Уның белдереүенсә, ҡарарҙы индереүгә әҙер мәктәптәрҙә яңылыҡ 2020 йылдың 1 сентябренән ғәмәлгә инә. Башҡалар 2023 йылдың 1 сентябренән да һуңға ҡалмаҫҡа тейеш.
3 йәштән 7 йәшкә
Балалы ғаиләләргә ярҙам итеү маҡсатында хәҙер 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балалары булғандар айлыҡ пособие аласаҡ. Был ғаиләнең килеме бер кешегә йәшәү минимумынан түбән булғандарға ҡағыла. «Был түләүҙәрҙе 2020 йылдың 1 ғинуарынан ала башлаясаҡтар», – тине В. Путин. Президент белдереүенсә, бындай түләүҙе алыу өсөн ғариза биреү ҙә етә, процедура максималь еңел булырға тейеш. Беренсе этапта был түләүҙәрҙең кимәле 5,5 мең һум буласаҡ. Ә киләсәктә уны йәшәү минимумына – 11 мең һумға еткереү ҡарала.
«Сәләмәт тормош һөҙөмтәһе»
В. Путин быйыл да һаулыҡ һаҡлау темаһына урын бүлде. «Былтыр Рәсәйҙә уртаса ғүмер оҙонлоғо 73 йәшкә етте. Был социаль һәм иҡтисади үҙгәрештәр, сәләмәт тормошто таратыу, спортты үҫтереү һөҙөмтәһе. Әлбиттә, һаулыҡ һаҡлау системаһындағы эштәр ҙә булышлыҡ иткәндер. Хәҙер беренсел ярҙам күрһәтеү звеноһына ҙур иғтибар бирергә кәрәк. Мин Бөтә Рәсәй халыҡ фронтынан ФАП-тарҙы йыһазландырыуҙы, төҙөү һәм ремонтлауҙы контролдә тотоуҙы һорайым. 1 июлдән был звеноны яңыртыу программаһы эшләй башлаясаҡ. Ил төбәктәренә бәләкәй ҡалаларҙа, ҡасаба-ауылдарҙа эшләүсе табиптар, фельдшерҙарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү проблемаһын хәл итергә ҡушам. Дарыуҙар менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр булырға тейеш түгел» - тине ул.
Читайте нас: