Все новости
Сәйәсәт
17 Января 2020, 15:30

В. Путиндың Мөрәжәғәтнамәһе

В. Путиндың Мөрәжәғәтнамәһен тыңлағандан һуң күптәр интернет аша ла, бер-береһе менән аралашҡан саҡта ла үҙ фекерҙәрен белдерергә ашыҡты. Уларҙың ҡайһы берҙәрен һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ.

В. Путиндың Мөрәжәғәтнамәһен тыңлағандан һуң күптәр интернет аша ла, бер-береһе менән аралашҡан саҡта ла үҙ фекерҙәрен белдерергә ашыҡты. Уларҙың ҡайһы берҙәрен һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ.
«Ҡыйыулығым
етмәгәйне»
В. Путиндың Федераль Йыйылышҡа булған Мөрәжәғәтнамәһен Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә тыңланы һәм аҙаҡ социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә тәьҫораттары менән уртаҡлашты, шат кәйеф менән ҡайтырға сығыуын белдерҙе.
- Мөрәжәғәтнамәнән шундай яҡшы кәйеф менән ҡайтып барам! Хәҙер беҙ балалар тәрбиәләгән һәм бай йәшәмәгән ғаиләләребеҙгә нимә көтөргә икәнлеген ҙур ышаныс менән әйтә алабыҙ. Әсәлек капиталы 150 мең һумға арта. Ул беренсе бала өсөн дә буласаҡ. 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балаларға ла пособие түләүҙәре бик яҡшы (беҙ был турала хыяллана ла алмай инек). Был бик ҙур проблема ине: 3 йәш тулғас, балаларҙың пособиеһы бөтә, ә ата-әсәнең сығымдары арта. Тағы бер мөһим әйбер: минең башланғыс класс уҡыусылары өсөн мәктәптә ашауҙы бушлай яһарға саҡ ҡына ҡыйыулығым етмәгәйне. Ҡыуанысҡа, Президент бындай ҡарарҙы ҡабул итте. Һәм беҙҙең мәктәптәрҙә шундай күренештәр булмаясаҡ: кемдер бер менюнан, ә кемдер икенсеһенән, ярлырағынан ашай... Яңы уҡыу йылынан башлаясаҡбыҙ. Был — Мөрәжәғәтнамәнең яҡшы, гуманлы элементтары. Унда, әлбиттә, бик күп сәйәси моменттар ҙа булды. Тик иң мөһиме – Президент бик аныҡ итеп, илдең бөйөклөгө – граждандарҙың дәрәжәһе һәм уларҙың юғары тормош кимәлендә, тине, – тип яҙҙы Радий Хәбиров.
«Тарихҡа инәсәк»
В. Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһен тыңлағандан һуң Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев үҙенең фекерен белдерҙе. Ул Мәскәүҙә үткән сарала үҙе лә ҡатнашты.
– Демографик көрсөктө еңеү, граждандарҙың реаль килемен арттырыу, балалы ғаиләләргә ярҙам итеү, мәғариф системаһын модернизациялау кеүек бик ҙур һәм амбициялы маҡсаттар ҡуйылды. Президенттың бөгөнгө сығышының күп тезистары тарихҡа инәсәк. Был тәү сиратта беренсе бала өсөн «Әсәлек капиталы» түләү, уның суммаһын арттырыу, өсөнсө бала тапҡандарға ипотека өсөн 450 мең һум түләүҙәрен ҡаплау, был программаны кәмендә 2026 йылға тиклем оҙайтыуға ҡағыла. Шулай уҡ аҙ тәьмин ителгән балалы ғаиләләргә 7 йәшкә тиклем пособие түләү, башланғыс класс уҡыусыларын бушлай ашатыу, класс етәкселәренә өҫтәмә түләүҙәр кеүек тәҡдимдәре лә бик мөһим. В. Путин тәҡдим иткән ошо һәм башҡа социаль сәйәсәт өлкәһендәге саралар миллионлаған Рәсәй ғаиләләре мәнфәғәтенә ҡағыла, уны илебеҙҙә йәшәгән һәр кем ыңғай ҡабул итер. Беҙҙең илебеҙ һәм башҡа күп үҫешкән илдәр тарихында бындай нимәнең булғаны юҡ ине. Быйылғы Мөрәжәғәтнамәнең эстәлеге Рәсәй Конституцияһын камиллаштырыуға бәйле тәҡдимдәре йәһәтенән дә үҙенсәлекле булды, - тине ул.
Бынан тыш К. Толкачев Президенттың балалар баҡсаһы һәм яслиҙарҙа урындар арттырыу, мәктәптәрҙе яңыртыу, өҫтәмә белем биреү системаһын үҫтереү, педагогик кадрҙарҙың квалификацияһын арттырыу, вуздарҙа бюджет урындарын күбәйтеү, дарыуҙар менән тәьмин итеү процесын камиллаштырыу һәм башҡа ҡуйған бурыстарын да билдәләне.
«Эш урындары һәм лайыҡлы эш хаҡы кәрәк»
В. Путиндың Федераль Йыйылышҡа төбәлгән Мөрәжәғәтнамәһендә төп тема — ярлылыҡ булды. Был турала район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллин үҙ фекерен белдерҙе:
- Ярлылыҡ менән көрәште иң тәүҙә производство, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы булған эш урындары булдырыуҙан башлар кәрәк, тип уйлайым. Әлеге ваҡытта эш урындарын ҡыҫҡартыу, оптимизация ярҙамында халыҡҡа хеҙмәт хаҡын күтәрәләр. Ә бына ауыл хужалығы тармағы күбеһенсә кредитҡа йәшәй. Улар нисек итеп эш хаҡын күтәрә алһын? Күптән түгел Мәләүез районындағы «Ашҡаҙар» АХК-һында эш сәфәре менән булып ҡайттыҡ. Унда кешегә эшләү өсөн бар шарттар ҙа тыуҙырылған. 540 һыйырҙы 8 һауынсы сменалап һауа. Бөтә нәмә автоматлаштырылған, бар нәмә компьютер аша күҙәтеп барыла. Ҡулдарына 24 мең һум эш хаҡы алалар. Беҙгә лә ошоноң кеүек заманса фермалар төҙөү эшен яйға һалыр кәрәк. Тик шул ваҡытта ғына эшселәргә хеҙмәт хаҡын арттыра аласаҡбыҙ. Әлеге көндә «Искра» хужалығында бындай эшләү өлгөһө бар, әлбиттә. Иген сәсеп кенә ауыл хужалығын күтәреп булмай. Үҙегеҙ беләһегеҙ, игенгә хаҡ юҡ, көнбағыш ҡына ярҙам итеп килә әлегә. Ҡарабойҙайҙың да хаҡы йә төшөп китә, йә күтәрелә. Сит илдә ауылда кеше ҡалһын, ауыл хужалығы үҫешһен өсөн төрлө субсидиялар менән ярҙам итеп торалар. Ә беҙҙә ауылда йәшәүсе 40 млн тирәһе кеше әлегә етәрлек әле, был һәйбәт күренеш тип кенә ҡарайҙар. Ауылда ФАП, мәктәп, балалар баҡсаһы булмаһа, кеше нисек йәшәһен? Оптимизация тип мәктәптәрҙе лә ябып бөтөп баралар. Хәҙер бәләкәй ауыл уҡыусылары көн дә автобустарға тейәлешеп икенсе ауылға мәктәпкә йөрөргә мәжбүрҙәр.
«Көтөлмәгән хәл булды»
Оҙаҡ йылдар Мораптал ауылы дауаханаһын етәкләгән хаҡлы ялдағы табип, Көйөргәҙе районының Почетлы гражданы Рәжәп Юлбарисов В. Путиндың быйылғы Мөрәжәғәтнамәһен тыңлап, ҙур ҡәнәғәтлек кисергән:
- Элекке Мөрәжәғәтнамәләренән быныһы ныҡ айырылып торҙо, көтөлмәгән хәл булды. «Шул бер үк нәмәне һөйләр инде», - тип халыҡтың күбеһе уны тыңлағыһы ла килмәй ине әтеү. Быйылғы сығыштан властең, ниһайәт, халыҡты ишетеүе, аңлағаны күренде. Иң тәүҙә демографик хәлдең, халыҡтың көнкүрешенең насар булыуын иҫкә алып, «Әсәлек капиталы»на ҙур иғтибар бирҙе. Мәктәп уҡыусыларын бушҡа ашатыуҙы ла, 7 йәшкәсә пособие биреүҙе лә хуплайым. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе лә ситтә ҡалманы. ФАП-тарҙы тергеҙергә ҡушты ул. Класс етәкселәренә 5 мең һум аҡса түләү ҙә бик яҡшы булыр ине. Пенсияны индексациялауҙы законға индерергә ҡушты, шуныһы бигерәк тә оҡшаны. Йыл да аҙыҡ-түлеккә, светкә һәм башҡа әйберҙәргә хаҡтар артып тора бит. Шуға күрә пенсияны йыл да әҙерәк булһа ла күтәреп барыу зарур. Шулай ҙа, иң мөһиме — Хөкүмәтте алыштырҙы. Халыҡ быны күптән көтә ине. Яңы Хөкүмәт иҡтисадты күтәрер, тип ышанам. Илдең иҡтисады булмаһа, ил юҡ тигән һүҙ ул. В. Путиндың был Мөрәжәғәтнамәһе халыҡҡа яҡын булды. Халыҡтың хөкүмәткә ҡарата юғала барған ышанысы артты, тип уйлайым.
«Мәктәпкә ҡағылышлы»
Яҡшымбәт ауылы мәктәбе директоры Гөлнур Аҡһароваға В. Путиндың әйткәндәренең ҡайһыныһы нығыраҡ оҡшаны икән? Шуны ла белдек:
- Әлбиттә, иң оҡшағаны мәктәпкә, ата-әсәләргә ҡағылышлы проблемаларҙы күтәреү булды. Президент әйткәндәрҙең барыһы ла яҡын киләсәктә тормошҡа ашһа, ҡайһылай һәйбәт булыр ине. Балаларҙы тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүлергә кәрәклеге хаҡында барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Класс етәкселәренә өҫтәмә түләү буласағы бигерәк тә ҡыуандырҙы. Ошоға тиклем уҡытыусыларға класс етәкселеге өсөн йән башына ҡарап түләнде. Ул аҡса 1 мең һум тирәһе генә килеп сыға ине. 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балаларға пособие түләү, «Әсәлек капиталы» буйынса үҙгәрештәр кертеүгә лә шатландыҡ.
«Бушлай ашатыуға шатмын»
Күмертау ҡалаһында йәшәүсе Гөлназ исемле әсәй бигерәк тә уҡыусыларҙы мәктәптә бушлай ашатыуға шат икән:
- Ошо яңылыҡты күптән көтә инем. Ғаиләбеҙҙә ике бала тәрбиәләйбеҙ. Тормош иптәшем менән икәүләп эшләһәк тә, аҡса еткереп булмай. Балаларға аҡса күп кәрәк бит хәҙер, үҙегеҙ беләһегеҙ. Балалар кейемдәре лә ҡыйбат, балалар баҡсаһына түләргә лә кәрәк, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн дә хаҡтар артып ҡына тора. Шуға күрә мәктәп уҡыусыларын бушлай ашатыу тураһында ишеткәс, бигерәк ҡыуандым. Тик башланғыс кластарҙа уҡыусыларҙы ғына түгел, барлыҡ уҡыусыларҙы ла бушлай туҡландырһалар, тағы ла һәйбәтерәк булыр ине, әлбиттә. Шулай уҡ «Әсәлек капиталы» буйынса яңылыҡ та ҡыуандырҙы. Тиҙҙән демографик хәл яҡшырыр, тип ышанам. Тик, ил Башлығы әйткәндәр һүҙҙә генә ҡалмаһын, ысынлап та бойомға ашырылһын ине, тип теләргә генә ҡала беҙгә.
«Кәрәкмәҫ ине лә...»
Ермолаевола йәшәгән Фәнүзә тигән апайҙың В. Путин әйткәндәргә үҙ ҡарашы:
- Кешеләргә эш урындары, һәйбәт хеҙмәт хаҡы булһа, бер ниндәй пособие-фәләне лә, уҡыусыларҙы бушлай ашатыуы ла кәрәкмәҫ ине лә. Кешенең үҙ ғаиләһен тәьмин итергә мөмкинлеге булһа, киләсәккә ышаныс булһа, әсәйҙәр былай ҙа бала табыр ҙа, үҫтерер ҙә ине. Ул саҡта бер кемгә лә ошоноң кеүек яһалма стимул да кәрәкмәҫ ине. «Әсәлек капиталын» 4-се, 5-се бала өсөн күберәк кимәлдә бирһәләр, тағы ла һәйбәтерәк булыр ине, тип уйлайым мин. Шул саҡта демографик хәл ысынлап та яҡшы яҡҡа үҙгәреш кисерер ине. Бына ошондай минең фекерем.
«Ҡыуандым»
Ҡансырала йәшәүсе Венера Хасаева ла В. Путиндың Мөрәжәғәтнамәһен тыңлап бик ҡыуандым, ти:
- Ил Башлығының сығышын тыңлап, бик ҡыуанып, ҡанатланып ултырам. Уның һөйләгәне йәштәр өсөн киләсәккә ҙур өмөт биргәндер, тип уйлайым. «Әсәлек капиталы» ярҙамында йәш ғаиләләргә өйлө булыр, фатир алыр өсөн шарттар тыуҙырыр исмаһам. Башланғыс класс уҡыусыларына бушлай туҡландырыу ойоштороу ҙа бик һәйбәт буласаҡ, тик ҙур кластарҙа уҡығандар өсөн дә ошондай шарттар булдырылһа, бигерәк тә яҡшы булыр ине. Ауыл ерендә йәшәүселәрҙең күбеһенең балалары интернаттарҙа ятып уҡый. Минең ҡыҙым да интернатта йәшәй. Унда түләү хаҡы ла бик күп, айына 4 мең һумға барып баҫа. Ауылда күптәрҙең эше юҡ. Эше булмағас, аҡсаһы ла юҡ инде. Улар был хаҡты нисек түләргә тейеш була? Ошо мәсьәләне лә күтәрһәләр ине. Мин үҙем һөнәрем буйынса агроном. Эш булмағанлыҡтан, миңә лә өйҙә ятырға тура килә. Балалар өсөн 7 йәшкә тиклем пособие биреү ҙә йәш ғаиләләр өсөн һәйбәт яңылыҡ, тип уйлайым.

Читайте нас: