Иртәгә ил башлығы халыҡтың һорауҙарына яуап бирәсәк. Былтыр бик көтһәк тә, тура линия булманы. Бына быйыл була. Әллә нисә йыл һорауҙар бирәбеҙ, ә улар, барыбер, кәмемәй. Һаман нимәлер тураһында һорағы килә. Хыял: әгәр ҙә беҙҙең аранан кемдер яңғылыш Путинға шылтырата алһа йәки яҙып ебәреп, уның һорауы күҙгә салынһа, ил башлығына ниндәй һорау бирер инегеҙ? Юшатыр үҙенең уҡыусыларын ошо хыял менән сыҡты, кемдер ҡойороҡто һыртҡа һалды, яҡшы йәшәйбеҙ, бер һорауым да юҡ (түрә кеше, ҡалайтаһың). Шулай ҙа халыҡтың асыуына тейгән нәмәләр күп икән - шуны белдек.